

Быйыл Әбүбәкер халҡы "Айыҡ ауыл – 2022" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Улар конкурс сиктәрендә һаулыҡты һаҡлауға, эскелекте иҫкәртеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле сараларға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Дөйөм алғанда, халыҡ ауылдаштарының иҫерткес эсемлектәр ҡулланмауҙарын, ә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙарын теләй. Конкурс алдынан нимәләр эшләнде, киләһе йылда ниндәй бурыстар тора – ошолар хаҡында Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Наталья Семеновна, иң тәүҙә Әбүбәкер ауылы менән таныштырығыҙ әле...
– Әбүбәкер – бик матур ауыл. Бында татыу, берҙәм, эшһөйәр, ярҙамсыл кешеләр йәшәй. Беҙҙә бөтәһе лә тиерлек туғандар, сөнки быуаттар төпкөлөнән бында Әлибаевтар, Сынбулатовтар, Аҡыловтар, Билаловтар нәҫеле ғүмер итә. Әлеге ваҡытта ауылда бер ниндәй ҙә етештереү урыны юҡ. Колхоз тарҡалғас, ике фермер хужалығы эшләп килә. Халыҡ башлыса үҙҙәренең йорт хужалығы менән көн күрә. Уңғандар күпләп мал, ҡош-ҡорт тота. Баҙар шарттарына тулыһынса яраҡлашҡас, төрлө һөт ризыҡтарын да һатыуға сығаралар. Дөйөм алғанда, заман талаптарына ҡулайлашып, көндәлек хеҙмәттән тәм һәм йәм табып, тапҡандарына шөкөр итеп, тормоштарынан ҡәнәғәтлек алып йәшәй ауыл халҡы.
Ауылыбыҙ төҙөк. Бында балалар баҡсаһы, мәктәп бар, ике йыл элек асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, күп функциялы клуб, китапхана эшләп килә. Беҙҙә бөтөн инфраструктура ла заманса. Бер нисә йыл элек ППМИ программаһы буйынса паркты яңырттыҡ. Унда сәхнә төҙөнөк, хоккей, балалар майҙансыҡтары ҡуйҙыҡ. Киләсәккә пландар байтаҡ, тағы ла күберәк төҙөкләндерергә теләйбеҙ.
– Был конкурста Әбүбәкер ауылының беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмауын беләбеҙ. Әммә ул саҡта һеҙгә уңыш йылмайманы...
– Дөрөҫ, беҙ "Айыҡ ауыл" проектында өсөнсө тапҡыр ҡатнашабыҙ, һәм еңә алманыҡ тигән фекер менән килешеп етмәйем. Тәүге тапҡыр 2020 йылда ҡатнашҡанда район кимәлендә Гран-при яуланыҡ. Ул ваҡытта тәжрибә етмәгәнгә күрә, республика этабында бер ниндәй ҙә урын яулай алмағанбыҙҙыр. Былтыр Вәзәмдәр үтеп китеп Гран-при яулағайны, ә беҙ беренсе урынды алдыҡ.
– Быйыл да конкурста ҡатнашырға тигән тәҡдимгә ауыл халҡы нисек ҡараны?
– Халыҡ был башланғысты хупланы һәм дәртләнеп эшкә тотондо. Проект ярҙамында күп нәмәгә өлгәштек тип уйлайым. Өс-дүрт йыл элек имен булмаған 8 – 9 ғаилә иҫәптә торһа, бөгөн бындай ғаиләләр юҡ. Әлбиттә, эскелекте тулыһынса бөтөрмәнек, шешә менән дуҫлығын өҙмәгәндәр юҡ түгел, әммә беҙ улар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Айырыуса балалары булған ғаиләләргә етди иғтибар бирәбеҙ. Әгәр ғаиләлә ата-әсәһе эсеүҙәрен туҡтатып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара башлаһа, был беҙҙең өсөн иң ҙур еңеү һәм иң ҙур бүләк.
– Был яман ғәҙәтте бөтөрөү өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ? Аңлауымса, үҙҙәренең хаталарын аңлап, дөрөҫ юлға баҫҡандар бар...
– Әйтеүемсә, эсеүҙән туҡтаған, һуңынан тормоштары хаҡында һөйләргә ҡурҡмағандар бар. Беҙ был кешеләрҙе төрлө сараларға саҡырабыҙ, улар асыҡтан-асыҡ нисек дөрөҫ юлға баҫыуҙары тураһында һөйләй. Үҙ кәмселектәре хаҡында сығыш яһап, улар башҡаларға өлгө күрһәтә һәм ыңғай йоғонто яһай. Бүтәндәрҙә, мин дә шулай эшләй алам бит, тигән ышаныс уяна.
– Конкурс барышында төрлө саралар алып барыла. Шул хаҡта һөйләгеҙ әле...
– Эйе, "Айыҡ ауыл" проекты буйынса бик күп кисәләр уҙғарыла: мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана менән бик тығыҙ эшләйбеҙ. Беҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙ әүҙем, улар шул тиклем дәртлеләр, бер сараны ла ҡалдырмай ҡатнашалар. Ошо көндәрҙә аҡһаҡалыбыҙ Марат Мәмбәтовҡа арналған шахмат турниры үткәрҙек. Ул ауылыбыҙҙың иң ихтирмлы кешеһе ине. Ижад менән шөғөлләнде, китапханаға һәм музейға бик күп материалдар тапшырып ҡалдырҙы. Уның ҡулъяҙмалары һанап бөткөһөҙ. Марат Сабирйән улы тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһына ине һәм уның ярҙамында "Улар еңеү менән ҡайтты" тип аталған китап донъя күрҙе. Уның иҫтәлегенә "Айыҡ ауыл" проектына ярашлы шахмат турнирын даими ойошторорға ҡарар иттек. Етәксе итеп Фаил Сынбулатовты һайланылар.
– Ауылда сәләмәт тормош алып барыу өсөн нимәләр эшләнә? Күптән түгел һеҙҙә хоккей майҙансығы асылғанын беләм...
– Ауыл халҡына күңелһеҙләнергә ваҡыт булмаһын. Тап шул маҡсаттан клубта бихисап түңәрәктәр эшләй. Мәктәптә ҙур спорт залы бар, уны "Берҙәм Рәсәй"ҙең "Спорт – балаларға" проекты буйынса ремонтланылар. Аҙнаһына өс тапҡыр йәштәр һәм өлкәндәр спортзалға йөрөй. Беҙҙә спорт майҙансығы буш тормай, төрлө спорт саралары һәм конкурстар йыш үтә.
– Конкурс еңеүсеһе республиканың башҡа ауылдары өсөн өлгө булырға тейеш. Шуға күрә ауылдың матурлығы, төҙөклөгө мөһим. Был юҫыҡта ниндәй эштәр алып барыла?
– Быйыл да ППМИ проекты буйынса зыярат кәртәләнде, был проект хаҡы 918 мең һум тәшкил итте. Халыҡтың әүҙемлеге һоҡландырҙы – 60 – 70-әр кеше көн һайын өмәгә сыҡты. Йәғни беҙ материал һатып алдыҡ һәм үҙ көсөбөҙ менән был эштәрҙе башҡарҙыҡ. Ҡалған аҡсабыҙға үҙебеҙҙән өҫтәп, мәсеттең тышын көпләп ҡуйҙыҡ. Иман йортоноң ҡоймаһын алмаштырыу, газ үткәреү буйынса пландарыбыҙ бар. Бынан тыш, яҙ көнө ташландыҡ зыяратты кәртәләп ҡуйырға тип уйлап торабыҙ. Был йәһәттән бик әүҙем старостабыҙ – Рамаҙан Назаров, аҡһаҡалдарыбыҙ Рафиҡ Билалов, Хәсән Билалов, Йәмил Балдыбаев, Рәфҡәт Әлибаевтарға ҙур рәхмәт әйтке килә. Улар барында бөтә эштәрҙе лә ҡурҡмай йырып сығырға мөмкин.
– Еңеү өсөн нимә кәрәк?
– Кешеләр ошо башҡарған эштәребеҙҙе хуплап, беҙҙе аңлаһа, еңеүгә ышанырға мөмкин. Миҫал өсөн, беҙ магазиндары булған эшҡыуарҙарыбыҙ менән һөйләшәбеҙ, башҡорттар Ҡоролтайына заявка биреүебеҙҙе, спиртлы эсемлектәрҙе тыйыу буйынса нәҡ беҙҙең Вәзәм һәм Әбүбәкер ауылдарында закон ҡабул итеү мөмкинлеген әйтәбеҙ. Икенсенән, эш беҙҙең еңеүҙә йәки еңелеүҙә түгел, иң мөһиме – беҙ ҡатнашабыҙ.
Әлбиттә, бер йәки ике көн эсендә беҙ был яуызлыҡты – эскелекте тамырынан ҡорота алмаясаҡбыҙ. Бер кеше генә булһа ла эсеүҙән туҡтаһа һәм ошондай саралар уҙғарылып торһа, ауылды төҙөкләндереүҙе бергә алып барһаҡ, хәйриә эштәре башҡарһаҡ... Тимәк, беҙҙең ҡатнашыуыбыҙ бушҡа түгел.
Яҡташтарымдың Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡаны хаҡында әйтмәй ҡалдыра алмайым. Ауыл халҡының берҙәм булыуына хайран ҡалдым. Ул ваҡытта кисергән хис-тойғоларымды һүҙ менән генә еткереп булмай.
– "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашырға теләп тә, баҙнат итмәгәндәргә нимә әйтер инегеҙ?
– Конкурста ҡатнашыу мөһим, сөнки ул беҙҙе алға этәрә, идеяларыбыҙға яңы киңлектәр бирә, хатта еңмәһәк тә, беренсе булмаһаҡ та, ҡатнашыуыбыҙ – ул үҙе еңеү. Ниндәйҙер бүләктәр ҙә көтмәйбеҙ. Ауылыбыҙҙың матур булыуы, халыҡтың уңайлы шарттарҙа бәхетле йәшәүе барса бүләктәрҙән ҡәҙерлерәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Наталья Семеновна! Артабан да тырышып, илһамланып эшләргә насип булһын һеҙгә!
Айнур АҠЫЛОВ әңгәмәләште.