Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
11 Март 2023, 03:10

Аҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы... Минира БИКӘНӘСОВА

Бөгөн уҡытыусы, шағирә Минира Бикәнәсова тыуған көнөн билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Аҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы...  Минира БИКӘНӘСОВААҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы...  Минира БИКӘНӘСОВА
Аҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы... Минира БИКӘНӘСОВА

Минира Бикәнәсова – Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт педгогия университетының биология факультетын тамамлай. Әлеге көндә Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбендә йәш быуынға белем бирә.

Аҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы...

Ҡыш

Фәрештәнең ҡанатылай
Ҡаурый-ҡаурый ер өҫтө.
Ысынбарлыҡ мөғжизәгә
Әйләнер генә төҫлө.

Ҡыш донъяға хужа булып
Бейетә устарында.
Аҡ миҙгелдең аҡ ҡунағы
Ҡуна бит остарына.

Ваҡыттан да етеҙерәк
Ҡар бөртөктәре елә.
Йылды тарихта ҡалдырып,
Ер урап ҡайтып килә.

Яңы йыл башланып китте,
Көндәр алмаша төнгә.
Миҙгелгә миҙгел тоташа,
Төштәр ялғана өнгә...

Яулыҡ

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулығы
Аллы-гөллө буламы?
Яулыҡ ябынмаған килеш
Аш-һыуҙары уңамы?

Иман – әҙәп билдәһе ул,
Яулыҡ – йөҙҙөң биҙәге.
Күҙ тейеүҙән, сир килеүҙән
Ҡатын-ҡыҙҙың терәге.

Ебәк, ситса, сатин, батист...
Нағыш-төҫтәре ниндәй?!
Берәүҙәре уймаҡ ҡына,
Икенселәре күлдәй!
Бар уларҙың ябайҙары,
Бар уларҙың данлыһы;
Тарих битендә елберҙәй
Ҡыҙыл француз яулығы.

Дауам итһен һылыу ҡыҙҙар
Хөрмәтләп шәжәрәһен.
Күтәрәйек яулыҡ бәйләп
Ҡатын-ҡыҙ дәрәжәһен!

Әсәй

Әсәм өсөн мин әле лә бала –
Ҡурсалай ул хәтәр, ямандан.
Аҡыл-кәңәштәрең, әсәй, кәрәк:
Мин өйрәнәм һинән һаман да...

Һөйләшеп тә һүҙҙәр бөтөр түгел,
Эй, рәхәт тә һинең янында!
Йылы ҡулың сәстәремдән һыйпай,
Мин сабыймын әсәй барында!

Ғүмер биреп, үҫтергәндә беҙҙе
Күпме ауырлыҡтар күтәрҙең...
Бирешмәнең, сабырлығың еңде,
Кәңәшсеһе булдың күптәрҙең!

Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә.
Доға-теләктәрең һаҡлап тора:
Һин ерҙәге изге фәрештә!

Оло йөрәгеңдә мәрхәмәт тә,
Бөтмәҫ аҡыл, иман, түҙем дә.
Әсәләрҙең бөтә бөйөклөгөн
Йыйғанһың һин, әсәй, үҙеңдә!
Аҡ һәм ҡара

Ҡара көҙ, тип ҡара яғып,
Илатмайыҡ көҙҙәрҙе.
Риза булып алайыҡсы
Хоҙай биргән көндәрҙе.

Ҡараларын үткәрмәйсә
Ағына баҫып булмай,
Тормошта бит аҡ-ҡаралар
Алмашлап килә шулай.

Буй-буй ятҡан һыҙаттарҙы
Уҙайыҡ имен-аман.
Аҡты – ҡара, ҡараны – аҡ
Тип уйлау ғына яман...

Кадр

Йәше-ҡарты текәлгәнбеҙ –
Ҡулыбыҙҙа телефон.
Нисек, нимә, ҡайҙа, кемдәр...
Күрһәтәлер смарт, айфон.

Эштәребеҙ ысынмы һуң,
Һалынғанмы көс, күңел?
Кадрҙарға теҙелгәндәр,
Ҡарап бөтөрлөк түгел.

Мөйөштәге “дүрткил йәшник”
Заманы хәҙер үткән,
Ни ҡыҙығы, ни эстәлек?
Яһалма инде күптән.

Фотомодель һындарыбыҙ,
Кадр эсендә йөҙҙәр.
Уның артында нимә лә
Уның артында кемдәр?

Һанлы технологиялар шулай
Һанһыҙланы көндәрҙе.
Кадрҙарҙа ғүмер үтә
Һағайтамы... кемдәрҙе?

Тауҙа

Осам ғына, еләм алға:
Саңғыларым – ике ҡанат.
Төшөп еткәс, бейек үрҙән
Тау башына менәм ҡабат.
Юл һалынды эҙҙәремдән.
Шыуыуы ла хәҙер еңел.
Һыуыҡ битемде семетә
Тик уныһы мөһим түгел!

Уйыбыҙҙа – саңғы, сана,
Шау-гөр килеп уйнау ҡарҙа.
Өйгә ҡайтырға ваҡыттыр,
Беҙгә ҡарап көлә Ай ҙа.

...Бала саҡтың бейек тауы
Тора хәҙер етемһерәп.
Йөрөүсе юҡ эргәһендә
Саңғы шыуып, сана һөйрәп.

Ҡарап торҙом, йәлләп ҡуйҙым
Яңғыҙ ҡалған төйәгемде,
Ҡыш һалҡыны семтеп алды
Битте түгел, йөрәгемде.

Самауыр

Өләсәйем самауыры
Йырлап уятты мине.
Өйҙө нурлап, ҡояш кеүек
Өҫтәлдә торор ине.

Самауырҙың эстәренә
Әллә күпме моң һыйған.
Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй
Эсә-эсә кем туйған?

Ҡыҙым килгән ҡунаҡҡа, тип
Өҫтәлгә һый ҡуйылған:
Ҡоймаҡтары, бәлештәре
Баланынан, муйылдан...

Самауыр яңырып китә,
Өҫтәһәң утлы күмер.
Шулай барыр кеүек ине
Миңә һәр ваҡыт ғүмер...

Самауыр сәйе йылыһы
Күсте минең күңелгә.
Өләсәйемдең урыны
Хәҙер йәннәт түрендә.

...Йылдар үтте. Мин – өләсәй,
Самауырым йыр көйләй.
Ейәнсәргә сәй яһайым,
Серҙәрен һөйлә-һөйләй.

 

Автор:
Читайте нас