Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
11 Март 2023, 17:00

Әхтәм Абушахманов 400 һум аҡсаны кеҫәһенә тығырға маташҡан

Шул аҡсаға нимә һатып алырға уйлағанмы?

Әхтәм Абушахманов  400 һум аҡсаны кеҫәһенә тығырға маташҡанӘхтәм Абушахманов  400 һум аҡсаны кеҫәһенә тығырға маташҡан
Әхтәм Абушахманов 400 һум аҡсаны кеҫәһенә тығырға маташҡан

 

Ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов Өфөгә килгәнсе ауылда эшләй. Үҙе был хаҡта:"Атайым колхоздың баш бухгалтерын яллап, мине ошо һөнәргә өйрәтте. “Бухгалтер хәтәр кеше ул, теләһә етәксенең башын ашай, ҡул ҡуйғас, бер ноль өҫтәү проблема түгел”, ти ине. Шул ваҡытта атайым миндәге эшҡыуар һәләтен дә юҡҡа сығарҙы. “Йәнгел” совхозындағы урман ҡырҡыу эшенең бухгалтерияһын алып барҙым. Ағас ҡырҡыусыларҙан теүәл алабыҙ, ә шоферҙарға яҡынса үлсәү менән тейәп ебәрәбеҙ, шуға артыҡ 200 кубометр “деловой” ағас ҡалды. План ҡорҙом, йәнәһе, артыҡ ағастарҙы Мәүлит ағайға наряд яҙып, уның аша үткәрәм, кеҫәмә 400 һум аҡса төшә, шунан кәзә матай һатып алам. Атайым төшөрөп алһа, йомшара ине, шул мәлде көтөп алып, хәлде аңлаттым. Атайым шунда уҡ айнып: “Башың төрмәлә серер! Мин намыҫлы булдым, ә һин жулик булырға итәһеңме?” – тип әрләп ташланы. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды". 

Фото: resbash.ru

Автор:
Читайте нас