

Журналды күреү менән тышлығына иғтибар итеүегеҙгә шик юҡ. Әбйәлил ҡыҙы Йәзилә Фәйезова ул. Ҡасандыр дөйөм ятаҡта йәшәп, хатта иң ябай кер йыуыу машинаһын да кредитҡа алған ҡыҙ нисек үҙенең компанияһын асып ебәргән? “Күберәк биргән һайын, артып ҡайта” тигән мәҡәләлә ошо хаҡта таныша алаһығыҙ. Журналда шулай уҡ Мәләүездән алтын ҡуллы замандашыбыҙ Альбина Фазләхмәтова менән дә йылы әңгәмә бирелгән.
Был һанда Рәлис Ураҙғоловтың билдәле техник фәндәр докторы, профессор, нефтсе Вил Өмөтбаев хаҡындағы “Тыңғыһыҙ йөрәк” яҙмаһының дауамы баҫылған. Йәш прозаиктар Рәзинә Зәйнетдинованың “Ҡашлы йөҙөк” тигән повесы, Заһиҙә Мусинаның “Йәниә”, Сабир Шәриповтың “Һырлы сана” хикәйәләре, шулай уҡ өлгөлө замандаштарыбыҙ хаҡында яҙмалар, кәңәштәр бирелгән.
Фото: "Шоңҡар"