Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
16 Март 2023, 14:55

Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан

Хәйруллиндарҙың дөйөм педагогик стажы – 150 йылдан ашыу. Хәйруллиндар башҡорт йолаларын тергеҙеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, спорт менән дә дуҫ улар.

Стәрлемаҡта "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 

Ғаилә кәсебе” номинацияһында III урын алған Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан. Аҡһаҡалдар ҡоро әүҙемселәре Хәйруллиндар күптән түгел ҡыҙыл яҡут туйын билдәләгән. Мәүлит Салауат улы –төҙөлөш ойошмаһында киң профилле механизатор булып 40 йылдан ашыу эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе ҡул ҡаушырып ултырмай, ағасты һырлап матур әйберҙәр яһай – һандыҡ, ҡумталар, сувенирҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләй. Сәнғәт әҫәрҙәренә тиң мөғжизәләр тыуҙыра уның ҡулдары! Рәмилә Мөхәмәҙи ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, 45 йыл балаларҙы уҡыта, йәш быуынды тәрбиәләй. Уларҙың балалары Венера һәм Рөстәм үҙаллы ғаилә ҡорғандар, ейәндәр үҫәләр. Хәйруллиндарҙың дөйөм педагогик стажы – 150 йылдан ашыу. Хәйруллиндар башҡорт йолаларын тергеҙеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, спорт менән дә дуҫ улар.

Сығанаҡ: "Урал" гәзите.

Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан
Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас