

Бөгөн йома- көндәрҙең батшаһы. Ошо көндә пәйғәмбәребеҙгә, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, салауаттар әйтеүҙе йышайтайыҡ!
Нимә һуң ул САЛАУАТ?
“ Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:” Әгәр мине иҫкә алһалар, САЛАУАТ әйтегеҙ, кем миңә 1 тапҡыр салауат әйтһә, Аллаһ уға 10 тапҡыр САЛАУАТ әйтә (бәрәкәтен бирә)”. Икенсе хәҙистә былай тиелә:” Әгәр мәжлестә Аллаһ иҫкә алынмаһа, САЛАУАТ әйтелмәһә, шуларға был мәкруһ була, Аллаһ теләһә, ярлыҡай, теләмәһә, язалай”.Пәйғәмбәребеҙҙең исемен ишетеү менән мосолмандар” салләллаһу ғаләйһи үә сәлләм” йәки ҡыҫҡартылған вариантын “ғәләйһис-сәләм” тиҙәр. Русса китаптарҙа был кәлимә “ да благославит его Аллаһ и приветствует” тип тәржемә ителә. “Аллаһ уны (Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе) һәм уның динен бөйөк ҡылһын” тип аңлатыла был кәлимә. Йәғни – “Аллаһым” Пәйғәмбәрҙең исемен халыҡтар араһында таратып, уның эшен (динен, дәғүәтен) бөйөкләп, шәриғәтен һаҡлап һәм үҫтереп, уны киләсәк быуындарға да, үткәндәргә лә үрнәк итеп бөйөклә!”тип аңларға кәрәк.
Был кәлимәнең икенсе мәғәнәһе – Пәйғәмбәребеҙҙең дәғүәтен халыҡҡа еткер. Салауат әйтеү менән мөьмин динебеҙҙең таралыуы өсөн доға ҡыла. Уның мәғәнәһе шул ҡәҙәре ҙур – “ бөтөн донъяла динебеҙ ислам ҡеүәтләнһен” тигән һүҙ ул. Тағы бер мәғәнәһе – Пәйғәмбәребеҙҙең , ғәләйһис-сәләмдең шәриғәтен тамам ҡыл, динебеҙҙе ҡеүәтлә, ахырын хәйерле ҡыл.
Пәйғәмбәребеҙгә, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, салауат әйтеүҙең ҡыҫҡасаһы – “ ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘГӘ САЛАУАТ ҺӘМ СӘЛӘМ БУЛҺЫН” тиеүҙән ғибарәт. Ҡөрьән –Кәримдә мөьминдәргә пәйғәмбәребеҙгә САЛАУАТ әйтергә әмер ителгән: “ ҺИС ШИКҺЕҘ, АЛЛАҺ ҺӘМ УНЫҢ ФӘРЕШТӘЛӘРЕ ПӘЙҒӘМБӘРГӘ САЛАУАТ ӘЙТӘЛӘР, ЭЙ, МӨЬМИНДӘР, ҺЕҘ ҘӘ УҒА САЛАУАТ ӘЙТЕГЕҘ ҺӘМ ТУЛЫ СӘЛӘМ МЕНӘН СӘЛӘМ БИРЕГЕҘ.” (“ӘХЗӘБ” СҮРӘҺЕ, 56-сы аят).
Ғүмәр радыаллаһу ғәнһә әйткән: “ Ҡолдоң доғаһы ЕР менән Күк араһында өҫкә , Аллаһҡа күтәрелмәйсә тороп ҡала, иллә мәгәр салауат әйткәс кенә күтәрелер”.
Салауаттың фазыйләттәре хаҡында хәҙистәр күп.
Намаҙҙағы салауатты һәр кем ятлап алырға тейеш. Уны Салауат “ ИБРАҺИМИЯ” тип тә йөрөтәләр.
“ АЛЛАҺҮММӘ САЛЛИ ҒӘЛӘӘ МҮХӘММӘДИН ҮӘ ҒӘЛӘӘ ӘӘЛИ МҮХӘММӘД.КӘМӘӘ САЛЛӘЙТӘ ҒӘЛӘӘ ИБРААҺИИМӘ ҮӘ ҒӘЛӘӘ ӘӘЛИ ИБРААҺИИМ, ИННӘКӘ ХӘМИИДҮМ- МӘДЖИИД,АЛЛАҺҮММӘ БӘРИК ҒӘЛӘӘ МҮХӘММӘДИН ҮӘ ҒӘЛӘӘ ӘӘЛИ МҮХӘММӘД,КӘМӘӘ БӘӘРАКТӘ ҒӘЛӘӘ ИБРААҺИИМӘ ҮӘ ҒӘЛӘӘ ӘӘЛИИ ИБРААҺИИМ, ИННӘКӘ ХӘМИИДҮМ МӘДЖИИД.”
Илшат Хафизиҙың “ Салауат шәрифтәр” китабы файҙаланып, А.Ғарифуллина әҙерләне.