Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2023, 19:00

Иҙел Нурғәлингә маҡтаулы исем бирелде!

Йырсы, баянсы Иҙел Нурғәлин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Иҙел Зиннур улын оло бүләге менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Иҙел Нурғәлингә маҡтаулы исем бирелде!
Иҙел Нурғәлингә маҡтаулы исем бирелде!

Һәр кем үҙенә яҡын, тейешле һөнәр эйәһе булғанда ғына тормоштан уңып, эше менән башҡаларға ла файҙа килтерә алалыр. Һәләтле булыуы менән бергә тырышлығы, уңғанлығы менән дә алдырған популяр йырсы Иҙел НУРҒӘЛИН һөнәр һайлағанда һис тә яңылышмаған, йыр-моңдары менән халыҡ күңеленә күптән үтеп ингән сәнғәт “йондоҙ”ҙарының береһе тип әйтергә мөмкин. Йырсының тормошона, ижад юлына, күңел донъяһына бергәләп байҡау яһайыҡ.

Спорт менән һәр кем шөғөлләнергә тейеш.

Һәр кем бала саҡта яҡты уй-хыялдар менән йәшәй. Шулар араһында ысын күңелдән телә­гәндәре тормошҡа ашалыр. Мин дә бала саҡтан йырсы булырға хыялландым. Тараҡ тотоп көҙгө алдында әртисләнгәндәрем әле лә хәтерҙәJ. Профессиональ йырсы була алмаһам да, мәктәптә уҡығанда параллель рәүештә тыуған яғым Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында музыка мәктәбенә йөрөнөм. IX кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһында — Айҙар Марат улы Әхмәтйәнов, сәнғәт академияһында Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов һәм Фирдүс Шәрифуллин кластарында баянда уйнау серҙәренә төшөндөм. Ә музыка грамотаһын яҡшы белеүем, йырҙар, көйҙәр ижад итеп, уларҙы үҙ башҡарыуымда халыҡҡа еткерә алыуым юғарынан ебәрелгән һә­ләттән, тырышлыҡтан киләлер. Ғөмүмән, ун про­цент һәләт, туҡһан процент тырышлыҡ кәрәк тиер инем һәр нәмәлә. Сәхнә кешеһенә бигерәк тә.
Атайым Зиннур Морат улы һәм әсәйем Ғилмихан Сәйетғәле ҡыҙы сәнғәт кешеләре булмаһалар ҙа, береһе оҫта итеп бейей, икенсеһе йырлай. Үҙҙәре хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө ауыр эштәрҙә бил бөккән ябай ауыл кешеләре булһалар ҙа, балаларын кеше алдында кәм-хур итмәйенсә үҫтереп, ныҡлы тормош юлына баҫырға ярҙам иттеләр, кәрәк саҡта әле лә таяныр таяуҙарыбыҙ. Ағайым Илнур, һеңлем Гүзәл менән миңә яҡшы тәрбиә һәм кешелеклелек сифаттарын да үҫтереүҙәре өсөн рәхмәтлемен. Әлеге ваҡытта өс бер туғандың бик тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ ҙа уларҙың тәрбиәһенән киләлер.
Мәктәптә уҡығанда уртаса өлгәштем. Музыка һәм спорт менән әүҙем шөғөлләндем, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡас, уҡытыусылар ҙа яраттылар. Йырлау менән бергә еңел атлетика буйынса беренселекте бирмәнем, көрәште үҙ иттем. Бөгөнгө көндә лә ваҡытым тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, спорт менән дуҫлыҡты өҙмәҫкә тырышам. Нимә генә тиһәң дә, физик ныҡлыҡ тышҡы ҡиәфәтеңә лә, һаулығыңа ла йоғонто яһамай ҡалмай. Үҙен яратҡан һәм ихтирам иткән һәр кем спортты үҙ итергә тейештер тип иҫәпләйем.
Бәләкәйҙән үк яуаплылыҡ, һәр нәмәгә етди ҡарау кеүек сифаттар хас миңә. Уҡыусы ваҡытта мәктәп президенты итеп тә бушҡа ғына һайламағандарҙыр.
гүзәл затты алиһә тип таныйыҡ

Яҡындан белгәндәр мине киң күңелле, ихлас, сабыр кеше тип иҫәпләй. Әммә кәрәк саҡта еңмешләнә лә алам, кеше һүҙенә иғтибар итеп, теләгәнемде, алдыма ҡуйған маҡсаттарымды ярты юлда ташлап китә торғандарҙан да түгелмен.
Автомобилдәр менән ҡыҙыҡһынам, улар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тапһам йотлоғоп уҡыйым. Юлда йөрөгәндә Стас Михайлов, Григорий Лепстарҙың йырҙарын тыңларға яратам.
Ғаилә хәленә килгәндә — өйләнгәнмен. Кәләшем Ирина менән 2006 йылда сәнғәт училищеһында уҡығанда таныштыҡ. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Әлеге ваҡытта Айҙар исемле биш йәшлек улыбыҙ бар.
Йәштәргә шуны әйтер инем: бер-берегеҙҙе белеп, хистәрегеҙҙең ныҡлығына тулыһынса ышанып ҡына ғаилә ҡороғоҙ. Шунда ғына айырылышҡан ғаиләләрҙең һаны ла артмаҫ, балалар ҙа йә атайһыҙ, йә әсәйһеҙ килеш, ярты етем булып үҫмәҫ.
Тағы ла... һәр гүзәл затты алиһә тип таныһаҡ ине. Уларҙың ҡырыҫ, яһил, уҫал булыуҙарында беҙ генә ғәйепле. Наҙ менән тултырылған матур гәлсәр һауыт итеп күргәндә, ҡәҙерләгәндә генә уларҙың һөйөүен, ихтирамын яуларға мөмкиндер.

Илһамдың тәғәйен ваҡыты юҡ

Беренсе ижад емешем — “Рәхмәт йыры”н 2005 йылдарҙа, студент саҡта яҙҙым. Көйө лә, һүҙҙәре лә үҙемдеке. Ошо тәүге йырым менән “Беҙ ауылдың шәп егеттәре” халыҡ араһында популяр йырсы булараҡ танытҡандыр тип иҫәпләйем. Был йырҙың көйө оҙаҡ ҡына күңелдә йөрөнө, әммә тематикаһын таба алмай байтаҡ этләнгәс, ауыл егеттәре тураһында булырға тейештер тип уйлап, Флорис Ғайсинға мөрәжәғәт иттем. Һүҙҙәрен ул яҙҙы.
Һуңынан, ҡалала үҫкән һәм ауылдағы ир-егеттәрҙең айырмаһы ниҙә, тип тә һорап йөҙәттеләр. Минеңсә, ауылда үҫкән көслө заттар нығыраҡ сыныҡҡан була, эш рәтен дә белеп үҫәләр, ауырлыҡтарға ла бирешеп бармайҙар. Әммә нимә генә тиһәң дә, барыһы ла тәрбиәнән киләлер.
Ҡайһы саҡта, сәхнәлә бейер өсөн алдан махсус күнегеүҙәр өйрәнәһеңме, тиҙәр. Үҙемде шәп бейеүсе тип иҫәп­ләмәйем. Ләкин концерт ваҡытында тамашасының ихлас ҡаршы алыу­ҙарына ла йырлап ҡына тороп түҙеп булмай. Улар, тап улар ғына илһамландыра, дәртләндерә бит.
Илһамдың, ғөмүмән, йырҙар яҙып ултырыуҙың да тәғәйен генә ваҡыты юҡ. Әйтер һүҙең, халыҡҡа еткерер теләктәрең булһа, үҙенән-үҙе тыуа улар. Араларында төрлө йырҙар булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Виниса Фәттәхова көйөнә, Илназ Мөсәлимов һүҙҙәренә яҙылған “Балалар йортонда һуңғы көн” тип аталған йыр минең өсөн ныҡ ауыр бирелде. Үҙе өсөн тыуған ояһына әйләнгән балалар йортон, уны ҡараған тәрбиәселәрен, иптәштәрен ҡалдырып сығып китергә тейеш булған, үҙен ниндәй тормош көткәнен күҙ алдына ла килтерә алмаған егет ҡорона ингән кешенең ауыр уйҙарын, һағыш-хәсрәтен сағыл­дыра ул йыр. Халыҡ алдында бер генә тапҡыр йырланым, башҡаса башҡармаҫмын тип уйлайым.
Һуңғы ваҡытта бер-береһен ҡабатлаған, тапалған йырҙар күбәйҙе, тағы ла йә ҡайын ҡосаҡлап, йә ауылға ҡайтып туғандар араһында табын артында йырлашып төшкән клиптарҙан да ҡасан арынырбыҙ икән, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Нимә генә тимәһендәр, бөгөнгө көндә башҡорт йыр сәнғәте үҫеш юлындалыр тип иҫәпләйем. Бары тик йыр­сы­лар­ҙы күрә, күтәрә белергә кәрәк. Ваҡытында дөрөҫ баһалау ҙа яңы сәхнәгә аяҡ баҫҡан йырсы өсөн ҙур роль уйнай. Ләкин, ҡабат­лап әй­тәм, үҙеңдең тырыш­лығың ғына тәү сиратта уңышҡа илткән һуҡмаҡтарҙың береһе булып торалыр.
Ә үҙемде яратҡан тамашасыларымдың барлығы, яҡын­дарым­дың иҫән-һау булыу­ҙары менән бәхетле кешемендер тип һа­найым. Ғөмүмән, үҙ маҡсатыңа ынтылып, был яҡты донъя­ларҙың һәр көнөнә ҡыуанып йәшәү, һау-сәләмәт булыу ҙа ҙур бәхет бит ул. Һеҙгә лә шуны теләйем.

Башҡорт телендә “иҙел” һүҙе ағып ятҡан ҙур һыу, йылға мәғәнәһендә ҡулланыла. Исеме есеменә тап килгән Иҙел Нурғәлиндың моңдаръяһы ла артабан да халыҡ күңеләнә әлегеләй хуш килеп, көйһөҙҙәрҙе моңландырып, һағышланғандарына шифа булып яғылһын. Ә үҙенең тамашасыһы һөйөүенән нурланған күҙҙәрендә бер ҡасан да дәрт-ялҡын осҡондары һүнмәһен, һүрелмәһен ине.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА яҙып алды.

2019 йыл.

Фото: Бәйләнештә. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: