ТӨНГӨ УЙҘАР
Тамара ҒӘНИЕВА
Утты һүндерһәм дә бүлмә яҡты...
Стенаның һорғолт экранын
Сәхнә тине микән.
Сәйер ҡоштар
Ҡанат ҡаға...
Сырамытмаҡ булып,
Шул киноны оҙаҡ ҡараным.
Күҙҙе йомдом. Йыһан киңлегенең
Миңә генә таныш сөңгөлөн
Саҡырырға, үҙемә барырғамы
Ҡайырып асып тәҙрә өлгөһөн.
Былай минең унда булғаным бар...
Ҡағылғаным да бар ул сергә.
Төбәп кенә әйтмәнеләр, әммә
Иҫкәрттеләр: әлегә күр ҙә - борол,
Эш етерлек һин торған ерҙә.
...Шундай рәхәт.
Эңер һиллегенең
Хакимәһе лә мин, ҡоло ла
Гонаһлы уй уйлаһам да була,
Иман һораһам да улыма.
Гонаһ тигәнемдән...
Гонаһ микән,
Бер-берәүҙең төнгө һиллектә
Яратҡанын хәтерләйем әле...
Ҡараңғылыҡ сере - бығау ҙа ул,
Арбаусы ла сикһеҙ киңлектә.
...Ҡараңғыла уйҙар шундай ҡыйыу,
Теләниһәң - ярат, күралма!
Ҡош ҡанатын әйтәм экрандағы...
Үртәү, үсәү микән, саҡырыумы,
Бәндәләрҙән йәшерен үҙаңға?
ххх
Күңел
Минира БИКӘНӘСОВА
Үҙәндәрҙе күрҙегеҙме ,
Йылға буйҙарын?
Ярһып ташҡан ағымһыуҙай
Ҡай саҡ уйҙарым.
Киҫәк-киҫәк боҙ ярсығы-
Кителгән күңел,
Ағып китһен, яраларым
Мәңгелек түгел.
Ҡар һыуҙарына әйләнгән
Һалған эҙҙәрем,
Бераҙ ғына моңһоуландым
Йәлләп үҙҙәрен...
Бөрө уянып донъяны
Сәскәгә күмер,
Миҙгелдәрҙе алыштырып
Үтәлер ғүмер.
Наҙлы елдәр болоттарҙы
Таратыр, ҡыуыр,
Яңы яҙҙа-яңы йырҙар
Күңелдә тыуыр.
Гел шаярҙы тормош минең менән,
Мин шаярҙым, уға этләшеп:
Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдә
Уйын - көлкө булды иптәшем.
Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,
Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.
Уйнап - көлөп гиҙҙем нурға сумған
Гөл - сәскәле йәшлек туғайын...
Юҡҡа сыҡты яҡты хыялдарым.
Көскә тыйып йөрәк әрнеүен,
Шаян йырҙар эҙләп йыуандым мин,
Уйын ине әйткән һәр һүҙем.
Хәҙер инде, байҡап оҙон юлдар,
Үтеп төрлө тормош елдәрен,
Утлы һағыш түгеп ҡаршылайым
Йәшлегемдең һуңғы көндәрен.
Тик һаман да шундай осраҡтарҙа
Һорап тормай холоҡ - фиғелен,
Тормошомдоң уҫал уйынына
Шаян яуап эҙләй күңелем.
ххх
Йәшнәп, ямғыр түгел,
Таш яуһа ла,
Тәү осраған атҡа атланып,
Үҙ тышауын
Үҙенә нуҡта итеп,
Һиңә сабам,
Һиңә, шатланып!..
ххх
Мин - ҡатын ҡыҙ! Уйсанлығым
Тулған айҙан.
Матурлығым - шәфәгелер
Иртә яҙҙың.
Һомғоллоғом, тоғролоғом
Аҡҡоштоҡо!
Наҙлылығым, уңғанлығым -
Бал ҡорттоҡо!
Бесәй кеүек иркә, наҙлы
Һәм йомшаҡмын...
Көҙгө көндәй бер моңһоумын,
Бер алсаҡмын...
Мин ҡатын - ҡыҙ! Алыҫ йондоҙ
Кеүек һалҡын...
Ҡайсағында бар булмышым -
Ут һәм ялҡын!
Елдән алдым үҙгәреүсән,
Сос холоҡто.
Күҙ йәштәрем - тамсылары
Сал болоттоң...
Әфиүм мин! Аңғармаҫтан
Иҫертәмен!
Тырышма ла! Аңлашылмаҫ
Минең хәлем!
... Шундай булып ер йөҙөнә
Килгән Һауа.
Һәр ҡатын - ҡыҙ булмышына
Тоғро ҡала...
ххх
Рәшит НАЗАР
Ҡулды һелтәп донъя маҙаһынан,
Тын бәхетте, беләм, үпмәнем.
Туғандарым! Ҡайһы һуҡмаҡ ташлы,
Ҡайһы юлдан әле үтмәнем?
Кисерегеҙ, тайһам... Уҙған юлға
Шәүләһе лә төшмәҫ үпкәнең!
Минең алда бөтә юлдар матур,
Сөнки әле унан үтмәнем.
ххх
Гөлнур ҠЫУАТОВА
"Юлға сығам. Алыҫлаша ара.
Һағынырһың бер саҡ, күр ҙә тор.
Аҡлыҡ, сафлыҡ көткән күңелеңдә
Һағыныуҙан тыуыр моңло йыр.
Ә әлегә минән арып-талып
Яңы хистәр өмөт итәһең.
Тыйып ҡына торор әмәлем юҡ,
Үҙем теләп шуға китәмен.
Һағынырһың. Саҡырырһың ҡабат.
Мин ҡайтырмын, ғорур булмаҫмын.
Яҙҙар - ярһыу, көҙҙәр алтын булыр,
Тик миндәйҙе мәңге тапмаҫһың..."
Һуңғы тапҡыр үбеп иркәләне,
Алыҫлашты минән, хушлашты:
Яҙҙы ҡосоп ҡарап ҡалдым әле
Илай-илай киткән был ҡышты.
ххх
Әнғәм АТНАБАЕВ
Ғүмер китабымды, альбом кеүек,
Ҡарап сығырға, тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.
Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.
Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...
Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.
Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым, дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!
Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә, әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.
Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.