Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Март 2023, 12:40

Бәхәс ҡуптарған йыр

Ошо көндәрҙә "Юлдаш" радиоһы  Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшин башҡарыуындағы күптәребеҙ яратып тыңлаған дуэтты ҡуйғас, социаль селтәрҙә ҙур бәхәс сыҡты. Бер ханым: "Ошо йырҙы яратмайым",  тигән, икенселәре, сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, яңғыҙҙарҙы күреү аяныс, тигән һүҙҙәрҙе өнәмәүен белдергән. Өсөнсөләр яҡлап сыҡҡан. Ә һеҙ был йырҙың эстәлеге тураһында ниндәй ҡарашта? 

Бәхәс ҡуптарған йырБәхәс ҡуптарған йыр
Бәхәс ҡуптарған йыр

Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған,
Бәхеттәргә һөйөү уралған.
Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт
Толом-толом итеп уралған.

Ҡушымта:
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр?

Бәхетлеләр йөрөй парланып,
Һөйөү урманына алданып.
Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп,
Килер тип һөйөү алланып.

Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс,
Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс.
Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?

Фото: "Юлдаш"

Автор:
Читайте нас