Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Март 2023, 15:20

Ейәнсурала Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе бара

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Ейәнсурала Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе бараЕйәнсурала Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе бара
Ейәнсурала Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе бара

Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы (1992 йылдың 25 февраленән — Башҡортостан РеспубликаһыЕйәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан — профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.

 

 

« Ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай Мәрйәм апай, ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү... Хәйер, уның ҡаҙаныштарын бик оҙаҡ һанарға була. Көрәшеп йәшәргә, эшләргә яратҡан Мәрйәм апай әле лә яңы уй-ниәттәр менән яна.

Шуныһы ҡыҙыҡ – уның идеялары яңы, бер ҡайҙа ла ишетелмәгәнлеге менән һоҡландыра. Йәнә лә ул кешеләргә аҡыл, фәһем биреп кенә ҡалмай, үҙ балалары йөҙөндә эшең дә, һүҙең дә бер булырға тейешлеген күрһәтте. Мәрйәм апай менән Диҡҡәт ағайҙың ил, тел өсөн яныуы улдарында ла, ҡыҙҙарында ла ялҡын булып ҡабынған. Уҡытыусы, көрәшсе генә түгел, Мәрйәм апай – биш балаға йән биргән берҙән-бер башҡорт әҙибәһе лә. Уның хистәрен тағатыуын ҙур диҡҡәт менән тыңланым.

Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас