

Улар тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһағанда, Бурлы ауылы ҡыҙы, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Рәзилә Хәбибуллина - халыҡ күңелен яулаған, иң бай тәжрибәгә эйә, киң профилле мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1988 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлеген тамамлап, киләһе йылына район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә дауам итә. 15 йыл район мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей һәм айырым бейеүҙәр ҙә башҡара. Һәр йәһәттән һәләтле Рәзилә Рәйес ҡыҙын районыбыҙ мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы тип әйтергә була. Райондаштары уны йырсы, бейеүсе, “Ғафури” халыҡ театрында сағыу образдар тыуҙырыусы, байрам һәм тантаналы сараларҙы алыштырғыһыҙ алып барыусы, йәғни нәфис һүҙ оҫтаһы тип белә.
Йөҙимән ауылы егете - хоҙайҙан бирелгән һәләткә эйә маһир баянсы Наил Вәлиевтан башҡа бер сара ла үтмәй. Ул үҙен белә-белгәндән бирле был моңло музыка ҡоралында (башта гармунда) уйнай һәм ғүмерлек юлдашына әүерелгән. 4-се класта уҡығанда “Уйна, гармун!” республика конкурсында ҡатнашып, балалар араһында I Дәрәжә лауреат исемен яулай һәм шунан бирле баянын ҡулынан төшөрмәй, шулай уҡ үҙен актёрлыҡта һынап ҡарай һәм үҙенсәлекле образдары менән һөйөндөрөп, ике тиҫтә йылға яҡын мәҙәниәткә тоғро хеҙмәт итә.
Үзбәк ауылында тыуып үҫкән Фәнзил Ғәлин район мәҙәниәт һарайына 2015 йылда, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлағас, эшкә килә. Ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка технологияһы факультетында уҡып, юғары белемгә эйә була. Һәләтле егет эстрада йырсыһы, халыҡ театрының маһир, ҡойоп ҡуйған актёры булып халыҡ күңелен яулай, тантаналы кисә-сараларҙы, тамашаларҙы, байрам концерттарын алыштырғыһыҙ оҫта алып барыусы ла ул.
Гөлфирә Бәширова менән Хызыр Нәзиров Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкәндәр. Гөлфирә Тимерйән ҡыҙы 1995 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының театр коллективы етәксеһе бүлеген тамамлай. Тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлаған йәш белгес 2002 йылда район мәҙәниәт һарайына эшкә килә. Артабан ситтән тороп Өфөлә социаль технологиялар институтында уҡып, режиссёр-ҡуйыусы һөнәрен ала. Йырсы, театр сәнғәтендә сағыу образдар тыуҙырған мәҙәниәт хеҙмәткәре 2016 йылдан “Ғафури” халыҡ театры режиссёры. Хызыр Нәзиров 1990 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлап, Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йортонда ойоштороусы булып хеҙмәт юлын башлай һәм 1998 йылда район мәҙәниәт һарайына ҡурайсы итеп эшкә саҡырып алалар. Ҡурайсы, маһир йырсы, сараларҙы алып барыусы, район мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Мағаш” ҡурайсылар халыҡ ансамблен етәкләй.
Замир Тайсин – 2009 йылда Учалы сәнғәт-мәҙәниәт училищеһының хореография бүлеген тамамлай. Уральск ҡасабаһының Байрамғол совхозында “Ләйсән” бейеү ансамблендә бейеп йөрөй. 2012 йылда “Красноусол” шифаханаһына эшкә килә, бында “Красноусол” бейеү ансамбле ойоштороп, уны етәкләй. Маһир бейеүсе 2012 йылда “Байыҡ” республика бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулай, 2015 йылда 1-се урынға лайыҡ була, үҙе етәкләгән ансамбль был мәртәбәле бәйгелә 1-се урынға эйә була. 2020 йылдан район мәҙәниәт һарайында эшләй, “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә етәкселек итә.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Рябова мәҙәниәткә 43 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған. 1980 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының мәҙәни саралар режиссёры бүлеген тамамлап, ҡулына ҡыҙыл диплом алған ҡыҙ район мәҙәниәт һарайына эшкә килә һәм башкөллө мәҙәни донъяға сума. Ул мәҙәниәт һөйөүселәргә моңло йырсы, нәфис һүҙ оҫтаһы, сараларҙы оҫта ойоштороусы булараҡ таныш, оҙаҡ йылдар “Землячки” халыҡ хорын етәкләй.
Рәмзиә Юлмөхәмәтова 2020 йылдан район мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһын башҡара. “Красноусол” шифаханаһында эшмәкәрлеге мәҙәниәт менән бәйле булып, уның тырышлығы менән шифахана хеҙмәткәрҙәренән торған “Шифа” вокал, “Красноусол” бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә, үҙешмәкәрлекте булдырыуға ҙур көс һала. Мәҙәниәттә ойоштороусы булараҡ 20 йылдан ашыу бай тәжрибәгә эйә Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен лайыҡлы йөрөтә.
Мәҙәниәт һарайының йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу белгесе Рәйсә Монасипова 2017 йылда БДУ-ның философия һәм социология факультетының “Культурология” йүнәлеше буйынса мәҙәниәт өлкәһендә менеджмент һөнәренә эйә була.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
Фото: "Табын"