

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Мәсетле районы халҡының ялын ойоштороусыларҙы билдәләп үтеү мөһим. Районыбыҙ мәҙәниәтендәге тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – район Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Зәлифә Ғәлиуллина.
Ул Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Яңы Мишәр мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумына күмәк саралар режиссерына уҡырға инә.
– Мин мәктәп йылдарында уҡ ауыл клубында сығыш яһаным, бөтә сараларҙа ла йырлап, бейеп йөрөнөм, – тип һөйләй ул. – Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, ата-әсәйем миңә уҡытыусы булырға тәҡдим итте, сөнки уҡытыусылар – хөрмәтле кешеләр. Шул уҡ ваҡытта Иҫке Мишәр ауыл клубының мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәкинә Хакова ижад менән бәйле һөнәрҙе һайларға тейеш булыуыма инандырҙы. Уның кәңәшенә ҡолаҡ һалдым. Ата-әсәйемә минең юлды хуплағандары, тейешле белем алырға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Диплом алғандан һуң район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәниф Әхмәтйәнов эшкә саҡырҙы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген методист булып башланым, балалар менән эшләнем. Бер үк ваҡытта “Әй”, “Ҡабырсаҡ” ансамблдәрендә бейенем. Беҙҙе Мәскәү, Чебоксар кеүек ҙур ҡалаларға саҡырҙылар. Һуңынан агитация-концерт бригадаһының методисы итеп тәғәйенләнеләр. Беҙ яландар буйлап йөрөп, баҫыу эшсәндәре өсөн концерт номерҙары менән сығыш яһаныҡ.
Сығанаҡ: "Мәсетле башҡорттары"
Фото: : "Мәсетле башҡорттары"