Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
29 Март 2023, 10:20

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (1) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Гөлйемеш, әлбиттә, әсәһенең хафалы һүҙҙәрен аңламаны. Уның күңелһеҙ йөҙөнә ҡарап, шомланды ғына, илағыһы килде.

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (1)  Рәсүл БАЙГИЛДИНМиҙалһыҙ һалдат Повесть (1)  Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (1) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Миҙалһыҙ һалдат

Повесть 

1.

Гөлйемеш ҡапыл уянды. Кемдер төрткән һымаҡ булды һәм ҡыҙсыҡ күҙҙәрен асты. Яҫтыҡтан башын күтәрмәй генә, ниҙер эҙләгәндәй, тирә-яғын байҡаны, тик иғтибарын йәлеп итерҙәй әйбер тапманы. Тәҙрәләрҙән һүрән таң яҡтыһы төшә, ул өй түбәһенә, ҡаршы яҡ стенаға ла барып етмәй. Көсәнеп текләгәндә генә үрҙәге һары таҡталар, аралары һылап аҡланған өй ҡабырғаһының бүрәнәләре айырылып күренгәндәй.

Рәхәт уға нишләптер, хәҙер генә, усҡа йомоп алырлыҡ ваҡыттың ошо бер сатҡыһында, – күҙ менән ҡаш араһында – ниҙер булыр һымаҡ, ҡыуаныслы һәм хатта мөғжизәле лә. Юҡҡа ғына уянманы бит ул, ана, Хөрмәт ағаһы ла, Марат ҡустыһы ла, танауҙарын мыш-мыш тартып, һаман юрған аҫтында ята. Әсәһе менән Төхвәт ағаһының ғына урындары буш. Уларға – ҙур кешеләргә – оҙаҡ йоҡларға ярамай, әтеү усаҡҡа яғырға утын булмаясаҡ, өшөйәсәктәр, бер ҡабырлыҡ әпәй ҙә табылмаясаҡ әсәһе ҡәҙерләп кенә һандыҡта бикләп тотҡан икмәк моҡсайында.

Мейес артында ниҙер ҡыштырҙаны. Ҡолаҡ һалыңҡырап тыңлағайны, мышнап тын алған тауыш ишетте. Вәт, иҫәүән, онотҡан – һуң, кисә һыйырҙары быҙауланы ла баһа, шуға ҡыуандылар бит өй эсе менән күмәкләшеп, шуға кинәнес көҫәп уянып ята түгелме ни… Быҙауҡай-матурҡай тора унда!

Гөлйемеш урындыҡтан эсенә ятып шыуып ҡына иҙәнгә төштө лә мейес артына йүгерҙе. Быҙауҙың ялтырап торған йөнтәҫ арҡаһын, муйынын һыйпағыһы килде. Кисәге кеүек, бәлки, ҡулын да ялар әле безәүкәй. Теле тараҡ шикелле тырнап ала былай, уға ғына түҙер инде.

Китсе, был тиклем дә матур булыр икән был быҙау тигәндәре: күҙҙәре ҙур, керпектәре оҙон, ҡуйы ҡыҙыл йөнө шыма, хатта, ялтырап тора, аяҡтары төҙ генә, нәҙек кенә. Әллә элек Ҡыҙылҡайҙары быҙауламанымы икән? Бер ҙә генә иҫендә юҡ ошолайтып өйгә быҙау индереүҙәре.

Таныны безәүкәй, һуҙылған ҡулына моронон төрттө, шул ыңғай усын ялап алды. Ҡыуанып китте матурҡай, күҙҙәре көлгән һымаҡ итеп иркәләп ҡарай уға. Гөлйемеш әсәһенең хуш күңеллеме әллә асыулымы икәнен гел дә күҙҙәренән белә. Яратып ҡараһа эргәһенә бара, күҙҙәре өшөтөп торһа – арыраҡ йөрөргә тырыша. Безәүкәй йылы ҡарай, яҡын күрә – Гөлйемеш уны үҙенә дуҫ итеп аласаҡ, малайҙар менән уйнауы күңелһеҙ әтеү.

Иркә быҙауҙың муйынын да һыйпап өлгөрмәне – өй ишеге асылып китте. Төхвәт ағаһы икән.

– Гөлйемеш, нишләп һыуыҡ иҙәндә тораһың? Йүгер урындыҡҡа, хәҙер һыйыр инә, – тине ул һәм, мейес янына үтеп, быу бөрккән ҡаҙандың ағас ҡапҡасын асты.

Кисә Гөлйемештең иртәнге йоҡоһон оло мәхшәр бүлгәйне. Һыйыр баҡыра, әсәһе йә иркәләп, йә асыуланып кемделер өгөтләй, Төхвәт ағаһына бойороҡтар бирә:

– Төхвәт, улым, ҡыу арттан!.. Сыбыҡ алһаңсы… Мә, Ҡыҙылҡай, һәү-һәү-һәү, мә, быҙауың бына бит… Кил, Ҡыҙылҡай, кил… Һәү-һәү…

Төш күрәм икән тип ятты тәүҙә Гөлйемеш. Өй эсендә һыйыр баҡырып ебәргәс, ҡапыл тороп ултырҙы, күҙҙәрен ыуҙы, ишектә ҙур мөгөҙлө һыйыр башын күргәс, ҡурҡышынан илап ебәрҙе. Малайҙар ҙа тороп ултырғандар, күҙҙәрен таһырайтып һыйырға текләгәндәр.

– Һыйыр быҙауланы, балаҡайҙар… Мына ул, – өйҙә быҙау күтәреп торған әсәләрен күрмәгәндәр ҙә икән, һыйыр башына текләп китеп.

Һыйыр, ишек аша быҙауын яланы ла, алғы аяҡтары менән тупһаны ашаҡланы, өйгә яртылаш инде.

– Һәүкәй, атла инде, – тыштан Төхвәт ағаһының тауышы ишетелде.

Ҙур мөгөҙлө ҡыҙыл һыйыр өй эсен тултырҙы ла ҡуйҙы. Әсәләре лә, быҙау ҙа күренмәй.

– Эс, эс, Ҡыҙылҡай, йылы ул, тоҙло… Төхвәт, бесәнде эскә, утлыҡсаға, индереп һал, сыуынын кәртә башына ташла, – ҡайҙандыр әсәһенең тауышы ишетелде.

Йылы һыу эсеп, быҙауын имеҙгәс, һыйырҙы өйҙән кире сығарҙылар. Кискеһен тағы инде ул.

– Аҡҡа йоғонғас, инде лә бирешмәҫбеҙ, бәпестәрем, – усаҡта ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойған әсәләрен уратып баҫҡан дүрт йән ҡыҙған табанан, унда сажлап бешкән ризыҡтан күҙҙәрен алмай өнһөҙ тора, май еҫенән хушһыҙ ҡалған улар.

Элгәре көн генә әсәләре:

– Атайығыҙ китер алдынан йүнләгән иген бөтөп бара, нишләрбеҙ инде. Марттың уртаһы ғына, ҡара ергә баҫырға ла, һай-һай, бит әле, – тип зарланып ултырғайны.

Гөлйемеш, әлбиттә, әсәһенең хафалы һүҙҙәрен аңламаны. Уның күңелһеҙ йөҙөнә ҡарап, шомланды ғына, илағыһы килде.

– Оҙаҡламай һыйыр быҙаулай бит, әсәй, – Төхвәт ағаһының тауышындағы өмөт сатҡылары башҡаларға ла сарпылды, өй эсендә күңелле булып китте хатта.

– Атай ҡайҙа китте ул, нишләп һаман ҡайтмай? – Гөлйемеш әсәһенә, ағаларына алмашлап текләне.

– Әллә инде, ҡасан ғына ҡайтыр… Ҡайтагүрһен инде… – Әсәһе ҡыҙын ҡосаҡлап алды.

– Һуғышта бит ул, – Хөрмәт ағаһы шыбырлаған кеүек ишетелер-ишетелмәҫ кенә әйтеп ҡуйҙы быны, үҙе башын эйҙе.

Бөгөн һыйыр тағы өйгә инә икән. Гөлйемеш йүгереп барып урындыҡҡа менеп китте. Ысынлап та, өшөп киткән дә баһа – юрғанды тартып ябынып ултырҙы. Һыйырҙан шөрләһә лә, уның тирәһендә уралған әсәһен, ҡойроғон болғай-болғай имсәк имгән быҙауҙы, уны яратып ялаған һәүкәште күргеһе килде. Бөгөн дә ҡоймаҡ ҡойор әле әсәһе, их, тәмле бит ул.

2.

Азов диңгеҙенән Карелияға тиклем һуҙылған фронт һыҙығында 1942 йылдың яҙына ҡарай тынлыҡ урынлашты. Әгәр бер-береһенә ҡаршы торған һәм ике яҡтың сафында ла миллионлаған ҡораллы һалдат, меңәр һәм меңәр берәмек бронетехника, пушка, самолет иҫәпләнгән ғәсҡәрҙәр араһында ул – тынлыҡ – ғөмүмән, мөмкин булһа, әлбиттә.

Немец илбаҫарҙары, был милләткә хас теүәллек менән ҡоролған һәм Советтар Союзын баҫып алыуға йүнәлтәлгән “Барбаросса” планын үҙҙәре билдәләгән мөҙҙәткә урын-еренә еткереп ғәмәлләштереп ҡуйыу өсөн, туҡтауһыҙ һөжүм итте, алыш яланына әленән-әле яңы ғәсҡәр, ҡеүәтле хәрби техника ташланы. Совет һалдаты, ер ҡыртышын ҡалҡан итеп, мәкерле һәм яһил дошманға ҡаршы торҙо. Сигенде, атакаға ташланды, окоп ҡаҙып, ошонда туҡтатам фашисты, башҡа ҡасаһым юҡ үҙ еремдә, тип ҡәһәтләнде, ләкин ҡорос машиналарға, туҡтауһыҙ осҡан йәҙрә-бомбаларға, феләгәһендә гел ҡайнар какао йөрөткән, биштәренән шоколад, һимеҙ сусҡа консерваһы өҙөлмәгән көр немецтың автоматынан туҡтамай яуған ҡурғаш ямғырына ҡаршы тора алмай тағы көнсығышҡа ҡарай йөҙ борҙо. Окоптан берәү ҡалҡынһа, икәү унда ятып ҡалды, позициянан ҡуптарылып кирегә йүгергән совет һалдатын дошман танкалары иҙҙе, самолеттары утҡа тотто, пушка һәм миномет снаряды ярсыҡтары тәнен телгеләне. Ҡамауға ҡалған армия, дивизия, бригада тотошлайы менән себендәй ҡырылды йә әсир төштө. Юғалтыуҙарҙың иҫәбе лә һаны ла булманы, тамуҡтың үҙендә генә был тиклем ғазап, ҡот осҡос яфа, үлем барҙыр! Кеше күтәрә алмаҫлыҡ көсөргәнештән һынған йәш һалдаттар араһында үҙ ғүмерен үҙҙәре ҡыйыусылар, әсиргә бирелеүселәр, урманда, ташландыҡ ауылдарҙа боҫоп ятып ҡалыусылар ҙа байтаҡ ине.

Һан һәм ҡорал өҫтөнлөгө булһа ла, ҙур һәм бәләкәй бәрелештәр, осраған һәр ағастың, соҡор-йырындың, йылға-күлдең, тау-урмандың , ауыл-ҡаланың алышһыҙ бирелергә теләмәүе фашист илбаҫарҙарын тамам йонсотто, араларын хәтһеҙ һирәгәйтте. Ерҙең бер ҡарышы ла ҡалдырылмай эшкә йүнәлтелгән, кәртәләп алынған, таш һәм тимер юлдар селтәре менән сыбарланған, иҫәпһеҙ завод-фабрикалар, ҡала-хуторҙар ҡоролған ҡыҫынҡы Европанан Советтар иленең сикһеҙ киңлегенә килеп юлыҡҡан немец һәм уның союзниктары, алға киткән һайын тәкәбберлектәрен, ер шарына хужа булырға ынтылған мин-минлектәрен юғалта барҙы, ҡоса алмаҫтайға үрелеүҙәрен, боғаҙҙарынан үтмәҫтәйҙе ҡабыуҙарын һиҙемләп, тамаҡтарына килгән һарыһыуҙан үҙәктәре көйҙө. Бөттө, дөмөктө, тигән Ҡыҙыл Армияның Ростов һәм Мәскәү янында контр атакаға күтәрелеүе һәм еңелмәҫ Рейх ғәскәрен йөҙәр саҡырымға кирегә алып ташлауы уларҙы ғәжәпләндерҙе, оло ҡурҡыуға һалды. Сатлама һыуыҡтар ҙа көс-ғәйрәттәрен ҡаҡшатты. Рәсәйҙең ҡырыҫ тәбиғәтен бөтөнләй иҫәпкә алмаған да баһа тәпсирле немец стратегтары, “Барбаросса” планы өҫтөндә эшләгән маршал һәм генералдар.

Туҡтап баш-күҙ алмай, иҫте йыймай, көстәрҙе барламай, әрнеп һыҙлаған яраларҙың уңалыуына ваҡыт бирмәй әмәлдәре ҡалманы. Немец һөжүмен туҡтатты, окоп ҡаҙып, бер аҙға ғына булһа ла боҫоп ятырға мәжбүр булды.

Һуғышҡа 1941 йылдың октябрында ингән утыҙ дүрт йәшлек Хисмәт Моталлапов туғыҙынсы армия составындағы илле өсөнсө уҡсылар полкының рядовой һалдаты, етемлектә үҫкән крәҫтиән балаһы, дүрт бала атаһы, бөтә аурлыҡтарға ла түҙҙе: винтовкаһынан ҡайҙалыр атты, ер соҡоп оборона тотто, башҡалар менән атакаға күтәрелде, тағы окоп ҡаҙҙы һәм, дошман баҫымын туҡтатыр әмәлдәре ҡалмағас, эйелеп тә, сүгәләп тә өҫтөнә менеп килгән немецтан ҡасты. Шуныһы: нимә эшләһә лә командир приказынан тайпылманы.

– Хисмәтулла аға, һиңә йәтеш, тәпәшһең, окопты тәрән ҡаҙырға ла кәрәкмәй, тәпәй ялтыратҡанда пулялар ҙа башың осонан ғына үтеп китә. Мин имгәкләп ҡасып, саҡ ҡотола киләм, – окопташынан кәүҙәһе саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ ҡаҙаҡ егете Бағыбай форсат сыҡҡан һайын ошо хәбәрен әйләндерә лә ҡабатлай.

– Һуғыш-ҡыйралышты, кешене мал шайы күрмәй һуйыуҙарын, ҡустым, бала саҡтан уҡ күп күрҙем. Эрвәлүсиә тип, һай-һай, күпме халыҡты һәләк иттеләр. Ауылды баҫалар, икмәк, менге ат таптыралар, ҡарышҡандарҙы сығара ла аталар, ҡылыстан үткәрәләр, эт урынына типкеләйҙәр… Ул астан йосоу… Эй-й, ғүмеркәйҙәребеҙ ҡылда эленеп торҙо гел, ҡырғын күп булды. Үлемдән ҡурҡмағас, пуля ла алмай, ахыры, – аҙ һүҙле Хисмәт әңгәмәсеһенә шулай яуапланы был юлы.

Урыҫсаны белмәй, яҙыу танымай ул. “Да”, ”нет” тип кенә аралаша башҡалар менән. Шуға үҙенән йәшерәк ҡаҙаҡ яуҙашын туғандай яҡын күрә, окопта позицияны гел эргәһенән ала, дошман уты аҫтында ҡалған мәлендә лә күҙҙән яҙлыҡтырмай уны. Хисмәт – башҡортса, Бағыбай ҡаҙаҡса һөйләй хәбәрҙе. Төрлө телдәрҙә аралашыуҙарын улар һиҙмәй ҙә, ахыры. Мәктәптә яҙыу танырға, урыҫсаны аңларға өйрәнгән Бағыбай аша белә Хисмәт барлыҡ хәбәрҙе. Илдә ҡабул ителгән дөйөм телде аңламағас, тәүҙә бигерәк ҡыйын ине. Хәҙер урыҫса үҙе лә байтаҡ һупалай, барыбер, күпте белеп етмәй әле, Бағыбайһыҙ донъянан айырылған һымаҡ тоя үҙен.

– Хисмәтулла аға, ә кемдәр улай ҡырҙы башҡортто? – Бағыбай ғәжәпләнеп һораны.

– Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың… Һүҙ ыңғайында ғына ысҡынған хәбәр был. Онот! – Хисмәт, нишләптер, алан-йолан ҡаранып алды.

– Әллә?.. – Мәғәнәле итеп Бағыбай ҡайҙалыр ымланы.

– Онот, тинем дә баһа! – Хисмәт асыуланғандай итте.

Был турала һүҙ бөттө, тигәнде аңғартып, сапер көрәген алды, траншея брустверына ер ташлай башланы, винтовка һалып атыу өсөн ҡулайланған уйымды үҙенең буйына йәтешләп булышты. Шул мәл пуля, сый итеп, көрәктең тимеренә бәрелде лә, брустверға ҡаҙалды.

– Хисмәтулла аға! Ят! – Бағыбай Хисмәтте шинель салғыйынан тартып траншеяға йыҡты.

– Ҡәһәрең, снайпер әллә, – ергә ҡолаған Хисмәт сүкәйеп ултырҙы.

– Тағы сүпләй башланы был ҡәбәхәт. – Бағыбай, һүгенеп, фрицты әрләне. – Бөттөң, һәләк булдың, тип торам…

– Көрәкте минең баш менән бутаны, алйот, – тип яманһыу йылмайҙы Хисмәт, көрәгенең пуля тейеүҙән бүлтәйеп йәмшәйгән урынын бармаҡтары менән һыйпап ҡарап. – Тағы бер бәлшәүниктың башына еттем тип үҙенә билдә ҡуйҙы инде, хәстрүш.

– Позицияны нығытырға бирмәҫкә итә былар. Командир бая шулай, ти ине. Сусайып йөрөмәҫкә приказ бирҙе, тигәйнем дә баһа һиңә. Төштән һуң мин икенсе эшелон траншеяларын нығытырға нарядтамын. Һин, Химәтулла аға, башыңды һаҡла инде, – Бағыбай етди генә иҫкәртте шулай үҙенән оло хеҙмәттәшен.

Нарядта Хисмәт кисә булғайны. Бөгөн ул позицияны һаҡлай. Дошман ҡапыл атакаға ташланһа, башҡалар килеп еткәнсе, уларҙы “ҡаршы” алырға тейеш бит кемдер.

Тик ултырыу Хисмәт өсөн үтә лә сәйер. Ярты йыл, йөҙ ҙә һикһән көндән һәм төндән ашыу ул гел аяҡ өҫтө булды. Ҡайҙа, нисек йоҡлағанын да, ашағанын да, йыуынғанын һәм кейем алмаштырғанын да белмәй, иҫләмәй. Һуғышҡа ингәне бирле аҙна элек кенә тәүге тапҡыр ысын мунсала йыуындылар, өр-яңы эске кейем бирҙеләр хатта. Сәсен алдырып, бетләгән һалдат формаһын һыуы ҡайнап торған ҡаҙанға ташлап, эҫе мунсала ҡанатҡанса тәнен һабынлы йүкә йыуғыс менән ышҡып, өп-өр яңы аҡ ыштан-күлдәк кейеп алғайны, икенсе донъяға күсте лә ҡуйҙы. Ярты йыл күргән михнәттәре төштәй тойолдо. Өйөнә ҡайтҡыһы, ҡатынын, балаларын ҡосҡоһо, урындыҡта ҡырын ятып мәтрүшкәле һөтлө сәй эскеһе килеп китте. Хыял түгел, ә ысынбарлыҡ һымаҡ тойҙо быны хатта. Хәҙер мунсанан сығыр ҙа, ауылдағы кеүек, ике өй аша ғына үтеп, үҙ ҡулдары менән һалып ингән ике тәҙрәһе көн яғына, икәүһе урамға ҡараған, заманына күрә күркәм йортоноң ишеген асыр, Хәлимәһе урындыҡҡа йәйгән ашъяулыҡ янына ҡырын төшөп ятыр, таҫтамал менән тирен һөртә-һөртә сәй эсер. Берҙән-бер ҡыҙсығы, йәйгеһен өс йәше тулған Гөлйемеш, иңбашында ятҡан таҫтамал осон алып, кес кенә хәстәрле ҡулдары менән маңлайын һөртөр, алтыһы менән барған Хөрмәт улы, атайҙың яны буш булмауға көйөнөп, тымһайып сынаяҡ аҫтынан шөрпөлдәтеп сәй һурыр, ә үҙен ир ҡорона ҡуйған ун йәшлек Төхвәт, тыйнаҡ ҡына ашап ултырыр.

– Мин дә сәй эсәм, мине онотҡандарсы... Ҡалай, үҙҙәре генә ултырып алғандар, тей бит ул, – Хәлимәһе, сәңгелдәктән тауыш биргән Маратты алып, һөйөп яратыр ҙа, һул ҡулына күсереп һалып, түшенә терәр, һонолған сынаяҡтарға сәй яһарға ла өлгөрөр.

Хисмәт – бәхетенең етенсе күгендә!..

– Взвод, к бою!.. Расчеты, занять позиции!.. Открывать огонь только по команде!.. – Хисмәт, ҡайҙа, нишләп ултырғанына, нимә эшләргә кәрәклегенә төшөнә алмай аҙап ҡалды. Ҡайҙа әле генә ҡулына алған һөтлө ҡайнар сәйе, Гөлйемеш ҡыҙының йомшаҡ ҡулдары, Хәлимәһенең йылмайыуы, кинйәһенең әсә һөтөнән кинәнеп мышнауы?.. Ҡәһәрең, әллә йоҡлап киткән…

– Муталлапов, в ружье, сектор обстрела два! Давай, давай, воин Чингизхана, потомок Салавата! Алга! Вперед! – Рота командиры Терехов траншея буйлап яугирҙарҙы дәртләндереп йүгереп үтте.

Ун көнләп булып китте, немецтың былайтып һөжүмгә йөрьәт иткәне юҡ. Разведка ғына үткәреүеме, советтарҙың уяулығын, позицияларының ныҡлығын ҡапшап ҡарауымы, әллә ысын теләп атакаға күтәрелеүеме?

Хисмәт алыҫта күренгән шәүләгә тоҫҡап атып ебәрҙе. Тейҙеме-юҡмы икәнен ҡарап торорға форсаты юҡ, йәһәтерәк винтовканы тағы яһарға, тағы атырға кәрәк. Минутына ун пуля осорға тейеш дошманға. Шулай өйрәттеләр, шулай талап ҡуя командирҙар. Ут тығыҙлығы оборонала бигерәк мөһим әһәмиәткә эйә шарт, йәғни хәҙерге һуғыштың алымы. Хисмәт быны белмәҫ ине, Бағыбай, командирҙарҙың лөғәтен ауҙарып, уға аңлата йөрөй.

Ҡуптарылған мәхшәр нисек башланһа, шулай уҡ ҡапыл тымып та ҡуйҙы. Тимәк, фашист позицияны, уяулыҡты ҡапшап ҡараған, ут нөктәләрен ҡәләмгә алған.

Ҡыҫҡа ваҡытлы атыштың аҙағына ғына үҙ окобына килеп ауған Бағыбай:

– Ҙур һөжүмгә әҙерләнә фашист. Юҡтан-бушҡа ут аҫтына ташламаны һалдаттарын, – тип һығымталаны.

Инде ярты йылдан ашыу һалдат һурпаһын эскән Хисмәттең дә уйы шулай ине.

Дауамы бар. 

 

Автор:
Читайте нас