Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2023, 07:25

Ҡайҙа беҙҙең башҡорт эстрадаһы

Әле Өфө сәхнәһен ун көн буйы Илсөйә шаулатты. Үҙем был йырсыны хушым китеп тыңлайым тип әйтә алмайым. Шулай ҙа иремдең теләге буйынса алдан уҡ билет алып ҡуйғас, унынсы көн дауам иткән тамашаһына беҙ ҙә барып ҡайттыҡ. Нимә тип әйтәйем икән?! Үҙебеҙҙекеләрҙе үпкәләткем килмәй ҙә бит... Әммә концерттың кимәле бөтөнләй икенсе, бөтөнләй бүтән. Сәхнә, ут, яҡтыртыу, тауыш, бейеүҙәр, биҙәлеш ... һоҡланып ҡына түгел, ғәжәпләнеп ултырырлыҡ. Йырсының ике йыр һайын, секунд эсендә алыштырған күлдәк, костюмдары үҙе ни тора! Ҡупшы, зауыҡлы, килешле!

Ҡайҙа беҙҙең башҡорт эстрадаһы
Ҡайҙа беҙҙең башҡорт эстрадаһы

Ни ғәләмәт тә, ни ғиллә, һуңғы ваҡытта ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы бер күренеш күҙәтелә. Үҙебеҙҙең арала татар йырсыларын тыңлаусылар арта. Тямаевмы, Бәҙретдиновамы, Уразовамы, Нурғәлиевмы, тағы әллә кемдәрҙе берәүҙәр руль артында тыңлай, икенселәр ҡунаҡта, табын артында ҡушып уҡ ҡуя. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китмәйем. Таныштарым, дуҫтарым араһында ла етә ундайҙар. Мин үҙем мәҫәлән, элек татарса йыр тыңламай, һүндереп кенә ҡуйһам, хәҙер күптәренең репертуарын беләм. Гастролдәре лә йыш беҙҙә татар эстрадаһы йондоҙҙарының. Хәҙер бер Өфөлә генә түгел, алыҫ райондарға хәтле барып еттеләр. Хатта, саф башҡорт төбәктәрендә лә концерттары аншлаг менән үтә. Өс-дүрт көн ҡуйһындармы, өҫтәмә ултырғыстар теҙһендәрме тулы зал йыялар. Билеттар булмай, имеш... Иҫәнғолда сығыш яһаған Зинира менән Ризат Рамаҙановтарҙы күрше Йылайырҙан барып алҡышлаһындар әле! Сибайҙа ла шул уҡ хәл, башҡа тарафта ла!

💥Әле Өфө сәхнәһен ун көн буйы Илсөйә шаулатты. Үҙем был йырсыны хушым китеп тыңлайым тип әйтә алмайым. Шулай ҙа иремдең теләге буйынса алдан уҡ билет алып ҡуйғас, унынсы көн дауам иткән тамашаһына беҙ ҙә барып ҡайттыҡ. Нимә тип әйтәйем икән?! Үҙебеҙҙекеләрҙе үпкәләткем килмәй ҙә бит... Әммә концерттың кимәле бөтөнләй икенсе, бөтөнләй бүтән. Сәхнә, ут, яҡтыртыу, тауыш, бейеүҙәр, биҙәлеш ... һоҡланып ҡына түгел, ғәжәпләнеп ултырырлыҡ. Йырсының ике йыр һайын, секунд эсендә алыштырған күлдәк, костюмдары үҙе ни тора! Ҡупшы, зауыҡлы, килешле!

💥Миңә ҡалһа, сәнғәтте яратһаң, әлбиттә, кейемгә лә, милләтенә лә ҡарап яратмайһың. Татар йырсыларының концертына ла беренсе тапҡыр барыуым түгел. Нимәгә иғтибар итмәй булмай, күрше республика артистары сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуы, тамашасы менән бәйләнеш, еңел һәм йәнле аралашыу булдырыу һәләте менән алдыра. Ә халыҡ йырҙарын нимәгә тыңлай икән тип һораһағыҙ яуап биреп ҡарайым... Йырҙарында бәләкәй генә образ, остоҡ ҡына булһа ла сюжет бар. Бәләкәй генә йырҙа айырым тарих ята тип әйтмәйем, әммә барыбер ниндәйҙер йөкмәтке, ваҡиға, хис, күренеш сағылыш таба. Был турала һүҙ сыҡҡас, үҙебеҙҙекеләргә лә ҡағылайым. Беҙҙекендә йөкмәтке булһа, йырҙы - йә көйө ултырта, көйө булһа - йөкмәткеһе аҡһай. Күп кенә йырҙар ябай рифмалар теҙмәһенән тора. Хатта, куплеттар ҙа йыш ҡына бер-береһенә ялғанмай. Ике юллыҡтан һуң ҡушымтаһы әйләнә лә ҡабатлана, әйләнә лә ҡабатлана. Тыңлап бөткәнсе, йырҙы аңлап, мәғәнәһенең осона сығырмын тимә.

💥 Йәнә лә, беҙгә гастролгә килеүселәр сәхнәлә үҙ образдарын тыуҙыра белә. Ихтимал, бөгөнгө тамашасыға нәҡ шулай образлы башҡарыусылар кәрәктер. Бына шуғалыр ҙа күрше республика йырсылары беҙҙең залдағыларҙы геү килтерә, сәхнәне дер һелкетә торғандыр. Уйлап ҡараһаң, үҙҙәренең йырҙары ла иҫтә ҡалмай, күңелгә лә үтеп инмәй кеүек, аҙаҡ та көйләп, йырлап йөрөмәйһең. Иллә мәгәр, ниндәйҙер көс, энергия алып ҡайтҡандай булаһың. Һәр хәлдә үҙебеҙҙең артистар репертуарының төп өлөшөн алып торған һағышлы, моңһоу йыр тыңлап, хәсрәт тейәп, ауыр уйҙарға уйылмайһың. Шул уҡ ваҡытта еңел-елпелек тә тоймайһың. ((Мин был тәңгәлдә абруйлы халыҡ йырсылары тураһында фекер йөрөтмәйем. Һүҙ беҙгә гастролгә килеп тулы зал йыйыусы Татарстан йырсылары кимәлендәге башҡарыусылар тураһында Р. К.) ) Шәхсән үҙем тамашасы булараҡ концерттан ана шул позитив уйҙар, адреналин алғым килә.

💥 Әйтә алмайым, бәлки, беҙҙекеләрҙе лә Татарстанда шулай яратып ҡаршы алып, оҙата торғандарҙыр. Улай булһа, мин шат ҡына... Шулай ҙа үҙебеҙҙең күпкә матурыраҡ, баҙығыраҡ тауышлы йырсыларыбыҙ шаулатыр сәхнәне, ахыр сиктә, татар эстрадаһына ауыша барған тамашасыларҙы ҡыҙғана (!) белергә лә кәрәк. Бының өсөн эстрадабыҙ йырсыларына, йә үҙҙәренең репертуары, йә иммидждары, образдары өҫтөндә уйланырға кәрәк, моғайын. Сөнки эстрада ул йомшаҡ һәм шул уҡ ваҡытта ҙур көс. Етди идеологияларҙы этәреүсе, хәл итеүсе шоу-бизнес

Рәйлә Күсемханова. 

Фото: new-freepik.ru

 

Автор:
Читайте нас: