Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2023, 18:45

Фидан Ғафаров бурысҡа батҡан

Билдәле артистың кредит буйынса ҙур бурысы бар, шуға күрә федераль суд приставтары уның ҡиммәтле машинаһына арест һалған.

Фидан Ғафаров бурысҡа батҡан
Фидан Ғафаров бурысҡа батҡан

Фидан Ғафаровтың кредит бурыстары ярты миллион һумдан артҡан. Машинаһыҙ ҡалырмы? Фидан Ғафаров автомобилһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы аҫтында. Билдәле артистың кредит буйынса ҙур бурысы бар, шуға күрә федераль суд приставтары уның ҡиммәтле машинаһына арест һалған. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең рәсми сайтындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, яратҡан артисыбыҙ кредит буйынса 600 мең һумға бурыслы. Бынан тыш, артистың ЮХХДИ тарафынан һалынған, ләкин түләнмәгән штрафтары ла бар, улар уға тиҙлекте арттырырға яратыуы өсөн яҙылған. Бурысын ваҡытында түләмәү сәбәпле, Фидан Сафа улының "Chevrolet Trailblazer" автомобиленә арест һалынған, шулай уҡ ай һайын 50 мең һум эш хаҡының яртыһын алып ҡалалар. ӨфөнөңьЛенин районы суды ҡарарында хәбәр ителгәнсә, артистың башта бер банк алдында бурысы булған — ул унда 5 йыл элек кредит рәсмиләштергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылда Рәсәй Үҙәк банкыһы ошо банктың лицензияһын «финанс пирамидаһы билдәләре» булыу арҡаһында кире ҡайтарып алған. Финанс пирамидаһы ярҙамында халыҡты алдап байыған банк етәкселеген яуап тарттырғандар.

Фото: асыҡ сығанаҡ. 

Автор:
Читайте нас: