Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2023, 11:20

Геройҙарымдан өлгө, фәһем алам...

Ошо көндәрҙә ҡәләмдәшебеҙ Эльвира Ғәлләметдинова юбилейын билдәләне. Эльвира Рәшит ҡыҙын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Геройҙарымдан өлгө, фәһем алам...
Геройҙарымдан өлгө, фәһем алам...

Тормошта осраҡлыҡтар юҡ, тиҙәр. Берәүҙәргә ғүмер юлыңда осраған өсөн рәхмәт әйтәһең. Икенселәрен тиҙерәк оноторға тырышаһың. “Йәншишмә” гәзитенең алыштырғыһыҙ хәбәрселәренең береһе Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА менән бынан ун йыл самаһы элек таныштыҡ. Ниндәйҙер сараға Ғафуриға килгән ине. “Киләсәктә беҙгә лә яҙыш”, – тип китте ул. Шул көндән алып бәйләнеш өҙөлгәне юҡ. Киреһенсә, аҡыллы, тыныс, һоҡланғыс кеше менән аралар нығый ғына бара. Күптәребеҙгә файҙалы кәңәштәре, аҡыллы фекерҙәре менән был өлкәлә эшләргә, үҙ урыныңды табырға ярҙам иткән хөрмәткә лайыҡ журналистарҙың береһе ул.

Тиҙҙән ергә яҙ килеүен хәбәр итеп турғайҙар сырҡылдашҡан, күктә ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә башлаған мәлдә – 19 февралдә Бөрйән районының Яуымбай ауылында тыуған ул. Унда дүрт йәшкә тиклем генә йәшәһә лә, хәтерендә уйылып ҡалған ваҡиғалар бихисап. “Әсәйемә эйәреп сайыр йыйырға йөрөгәнем иҫемдә ҡалған: бейек ҡарағайҙар, унда ҡаҙалған мөшкәктәр, ап-аяҙ йәйге көн, биҙрәләге сайыр”, – ти ул.

Һуңынан атаһы ғаиләләрен үҙенең тыуған ауылы Брәтәккә күсереп алып ҡайта. Биш бала үҫәләр. Брәтәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда, математика, башҡорт теле фәндәрен ярата. Ул осорҙағы “Зарница» уйындарын, пионер усаҡтарын, стена гәзиттәре сығарыуҙарын, һәр бала иғтибар үҙәгендә булған пионер ойошмаһын һағынып иҫкә ала. Артабан Эльвира Рәшит ҡыҙына республикала киң билдәле, башҡорт халҡының зыялы ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләгән 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыу насип була. Шәхес тәрбиәләүҙә, баланы төрлө яҡлап үҫтереп, һәләтен асыуҙа был белем усағының роле ҙур. Башҡорт әҙәбиәтенән уҡытҡан Сажидә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова кеүек балаларҙы яратҡан, үҙ фәненә ҡарата һөйөү уята белгән оҫта педагогтар уға һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итә. Әҙәбиәт уҡытыусыһы иншаларын һәр ваҡыт өлгө итеп класс алдында уҡый, яҙма ижади эштәр мәлендә уны үрнәк итеп ҡуя. Әҙәбиәтте яратҡан ҡыҙ ошо ваҡытта балалар гәзитенә мәҡәләләр ҙә яҙа. БДУ-ның филология факультетына уҡырға ингәс тә, журналистика тураһында хыяллана. “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенә йөрөй.

Тәүге ижад емештәре баҫылған “Башҡортостан пионеры” гәзитендә хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөнгәсә республика балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһына тоғро.

Журналистика өлкәһендә эшләгәндәр ике төркөмгә бүленеүсән. Беренселәре, нимә яҡшы – шуны яҙа. Икенселәре, халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙе хуп күрә. Эльвира Рәшит ҡыҙы үҙен башта уҡ гәзит уҡыусыларҙың тын алышын тойған хәбәрселәрҙең береһе итеп таныта. Туймазы районына ҡунаҡҡа барғанда ул бер дәрескә инеп ултыра һәм шаҡ ҡата. Баш ҡалабыҙ – Ҡазан, тип уҡыған уҡыусыларҙың дәреслеге менән танышҡас, уның күрше республикала сығыуын, йәш быуындың нилектән башы буталыуын аңлай. Ошо туралағы мәҡәләһе гәзиттең тәүге битендә баҫылып сыға. Ул ваҡытта баш мөхәррир Рәмил Йәнбәк була. Артабан да, был осорҙа хәбәрселәр араһынан бик һирәктәр генә тотонған наркомания, терроризм, секта кеүек йәш быуындың аңын томалаусы темаларҙы яҡтырта. Полицияның балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектәре хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итеп, улар менән берлектә рейдтарға ла сыға. Тиҙҙән “Башҡортостан ҡыҙы”, һуңғараҡ “Шоңҡар” журналдары ла үҙҙәренең баҫмалары өсөн айырым темаларға мәҡәләләр яҙҙырта.

Туҡһанынсы йылдар башында илдәге үҙгәрештәр шауҡымы матбуғат баҫмаларына килеп ҡағылғас, халыҡсан, рухлы рубрикалар арта башлай. Балалар гәзитенең исеме лә “Йәншишмә» тип үҙгәртелә. Эльвира Рәшит ҡыҙы “Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы”, “Иман барҙа – әхлаҡ бар” тигән яңы рубрикаларға тәүбашлап материалдар әҙерләй.

 – Утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә күп танылған шәхестәр менән интервьюлар, мәҡәләләр эшләргә тура килде. Хатта министр, ведомство етәкселәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Һәр геройымдан, баламы ул, өлкән кешеме, үҙем өсөн дә өлгө, фәһем алдым. Сәйәсмән бер апайҙың, шуныһы ғына үкенесле: эш тип бер генә бала тапҡанмын, тигәне күңелгә тынғы бирмәй бит бер заман. Беҙҙең дә бер генә малай ине ул саҡта. Ысынлап та, һаулыҡ бар икән, ғаиләлә һис юғы ике бала булырға тейеш, бер-береһенә иптәш, терәк булырҙар, тигән уй инеп ояланы. Нур улыбыҙға иптәш булып Алһыу ҡыҙыбыҙ тыуҙы, Аллаға шөкөр”, – ти  Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Эльвира Әсәҙуллина. 

2023 йыл – Уҡытыусы һәм остаз йылы. Өс тиҫтәнән ашыу йыл  журналистика өлкәһендә милли кадрҙарҙы үҫтереүгә көсөн һалған Эльвира Рәшит ҡыҙының матур юбилейы 55 йәшенең тап ошо ваҡытҡа тура килеүе лә юҡҡа түгелдер...

Рәзинә Зәйнетдинова. Өфө ҡалаһы.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:
Читайте нас: