Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Апрель 2023, 07:05

Актер яҙмыштары

Баҡтиһәң, яҙмышым, мәҙәниәт һәм сәнғәт ептәренә бәйләнеп, мине иҫ китмәле талант эйәләре менән осраштырған, дуҫлаштырған икән. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы үҙе бер китаплыҡ. Күңелемдәге уларға ҡарата изге тойғоларымды, ҡәҙерле кисерештәремде мин әҙләп теркәп барҙым. Бер нисә шундай хәтирәм менән "Шоңҡар" журналы уҡыусылары менән дә уртаҡлашҡым килде.

Актер яҙмыштарыАктер яҙмыштары
Актер яҙмыштары

Аҡһаҡал васыяты

Дуҫтарымды йомарт бүләк иткән өсөн яҙмышыма нисек рәхмәт әйтергә лә белмәйем. Уларҙың береһе – Нәжиб ағай Асанбаев. Туған тел темаһы тирәләй бәхәс ҡуйырған ошо көндәрҙә уның васыяты тураһында яҙырға булдым. Вафатына өс көн ҡалғас, Нәжиб Вилдан улының ҡыҙы Әлфиә апай шылтыратты: “Наилә Абдулхаевна, атайымдың һеҙҙе бик күргеһе килә, хәле ауыр, килегеҙ...” Мин, әлбиттә, шунда уҡ юлға сыҡтым. Ул көслө уколдан һуң йоҡлай ине. Оҙаҡ көттөм, ләкин төн яҡынлашҡас, хушлашып китергә тура килде. Икенсе көндө иртәнге һигеҙҙә яңынан килдем. Алғы бүлмәләге диванда өс балаһы: өлкән ҡыҙы Дилара, улы Рөстәм һәм кесе ҡыҙы Әлфиә ултыра ине. Уларҙың төнө буйы керпек тә ҡаҡмағаны күренеп тора. Залдағы диванда Нәжиб ағайҙың ултырғанын күрҙем, янына барайым тигәйнем, ҡулы менән ишаралап көтөп торорға ҡушты. Уны аҡ халатлы ҡатын ҡырындыра ине (Уның кем икәнен белмәйем). Ҡырынып бөткәс, Нәжиб ағай ымлап ҡына мине саҡырҙы. Залға үттем. Күҙ йәштәрен ҡайҙа ҡуяһың!.. Улар, мине тыңламай, үҙҙәренән-үҙҙәре аҡты ла аҡты... Янындағы ултырғысҡа сүгәләргә теләгәйнем, ул үҙе янына диванға саҡырҙы. Күрәһең, көсөн һаҡлағандыр, ым-ишара менән аралашты. Ни әйтергә, һүҙҙе ниҙән башларға? Шунда Нәжиб ағай көтмәгәндә һораны:
– Туҡһан ете мәктәпте ябырға теләйҙәр икән, шул дөрөҫмө?
– Белмәйем. Дөрөҫтөр, был хәбәрҙе интернеттан уҡыған инем.
Мин барыһын да көттөм, ләкин үлем түшәгендә ятҡан 91 йәшлек аҡһаҡалдан бындай һорауҙы ишеткәс, телдән яҙҙым. Һушымды йыйып өлгөрмәнем, ул дауам итте:
– Мине бүлдермә, тыңла ғына... Телевидение саҡыртыр инем, ҡиәфәтем кешегә күрһәтерлек түгел, үҙем яҙыр инем, көсөм ҡалманы... Һинән башҡа ышаныслы кеше тапманым. Йыназамда туғандарым исеменән сығыш яһарһың. Балаларыма әйттем – улар риза. Башҡаса һүҙ бирмәҫтәр, тип ҡурҡам. Унда минең менән бәхилләшергә бөтәһе лә килер, Аҡ йорттан да... Минең васыятты ишетһендәр! Улар милли мәктәптәрҙе ябырға тейеш түгел! Сөнки ул мәктәптәр, ҡағиҙә булараҡ, башҡорт мәктәптәре. Әгәр улар быны эшләһә, ауыл үлер, тел үлер, шулай булғас, театр ҙа үлер... Быға юл ҡуйырға ярамай, аңлайһыңмы? Шуға күрә ҡурҡма, түкмәй-сәсмәй бөтә кеше ишетерлек итеп әйт. Был минең һиңә һуңғы үтенесем...
Ул быларҙы әйткәндә күҙҙәремә туп-тура ҡараны, әйтерһең дә, минең уны ҡыйын хәлгә ҡалдырмауыма ышанғыһы килде. Ризалығымды белдереп, ба­шымды ғына ҡаҡтым, сөнки һөйләргә көсөм юҡ ине. Ах, ул ҡараш... Был ҡарашты бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын... Бер килке ял иткәс, йәнә һорау бирҙе. Уныһына яуабым юҡ ине.
– Һин нисек уйлайһың, мине – керәшен татарын – мосолман зыяратына ерләрҙәрме икән?..
...Уны ҡосаҡланым да бүлмәнән сыҡтым... Бер көндән һуң ул фани донъяны ҡалдырып китте. Барыһын да әҙип ҡушҡанса эшләнем. Уның менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бәхилләштек. Республиканың бөтә зыялылары, күрше Татарстандан ҡәләмдәш дуҫтары килде. Йәше лә, ҡарты ла бар ине. Р. З. Хәмитов етәкселегендә Башҡортостандың бар юғары хөкүмәт вәкилдәре лә бында ине. Матәм митингыһын ул саҡтағы БР вице-премьеры Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова алып барҙы. Ул минең сығышымдан һуң былай тине:
– Беҙ аҡһаҡалыбыҙҙың васыятын мотлаҡ үтәрбеҙ!
Уны 63 йыл буйы мөхәббәттә һәм татыулыҡта ғүмер иткән яратҡан ҡатыны Наилә апай янына ерләнеләр. Балалары әйтеүенсә, Нәжиб ағай минең менән осрашҡандан һуң, мулла саҡыртып, ислам динен ҡабул иткән... Йөрәгемә ҡәҙерле булған Нәжиб Вилдан улы Асанбаев кеүек Кеше менән осраштырған өсөн яҙмышыма тағы ла бер тапҡыр рәхмәт уҡыйым. Ул ошолай тип әйтер ине: ”Мин милләтем буйынса татар, ләкин үҙемде башҡорт драматургы тип иҫәпләйем”. Эйе, ул ғүмеренең һуңғы секундына ҡәҙәр башҡорт телен һаҡлау өсөн көрәште.
Былар буш һүҙ түгел, ә яу яланын үткән аҡһаҡал һүҙҙәре...

Яҡын дуҫ та ул

Риза Мәһәҙиев йырсы, актер булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та шәп. Бер хәтирә һөйләп үтәйем әле. Салауат театрында эшләгән саҡ. Ҡыштың буранлы көнөндә яман хәбәр алдыҡ. Бер артисыбыҙ ауылға ҡайтып барғанда, ҡар борхотоп барған “КамАЗ”ды йәһәтерәк уҙайым тип, ҡаршы юлға сыға ла “Нива” машинаһы менән ҡаты бәрелә. Егетебеҙ йәрәхәтләнә, әммә иҫән ҡала. Ә “Нива”лағы пассажир – 44 йәшлек ике бала әсәһе – һәләк була.
Был фажиғәне ишеткәс, зарар күргән ғаиләнең туғандарына барыу мотлаҡ тип коллективҡа мөрәжәғәт иттем. “Минең менән кем бара?” – тигән һорауға тын­лыҡ ҡына яуап булды. Ризаға шылтыраттым, ул шунда уҡ: “Ярар, На­илә Абдул­хаев­на”, ­– тине. Бер кемде лә ғәйепләмәйем, сөнки бик сетерекле хәл, ауыр сара. Беҙ ғәйепле яҡтан барырға тейешбеҙ, башты эйеп, ҡайғы уртаҡлашыу, ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү – беҙҙең маҡсат. Артисыбыҙҙы ла ул­тыртып ҡуйыуҙары бар. Мәрхүмәнең балалары, туғандары, ата-әсәһенең күҙҙәренә нисек ҡарарға, ниндәй йыуатыу һүҙҙәре табырға? (Ундай саҡта бындай һүҙҙәр телгә килмәй). Юл буйына Ризаға рәхмәттәремде уҡып барҙым.
Өйҙәренә индек... Тып-тын... Барыһы ла һүҙһеҙ ҡалған, башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит! Илап шешенеп бөткәндәр... Беҙ ҙә ишек төбөндә һүҙһеҙ торабыҙ... Тамаҡҡа төйөр тығылды... Шул тиклем йөрәк өҙгөс ҡыйын... Шулай ҙа өндәштем:
– Беҙ ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға, һеҙгә саҡ ҡына булһа ла ярҙам итеү теләге менән килдек… ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.
Атаһы, әсәһе урындарынан тороп беҙҙең менән иҫәнләшергә көс тапты. Уларҙың йөҙҙәрен, үҙемдең ҡырҡҡа өҙгөләнгән йөрәк тибешен әле булһа онота алмайым... Шул саҡта Ризаның миңә ныҡлы терәк булыуын, эйелгән башын, ауыр һулышын, күңел кисерештәрен һис ҡасан онотасағым юҡ. Ысын кеше, киң күңелле, яҡын дуҫ ҡына бындай хәлдә эргәлә була алалыр ул. Риза, мин һине шул тиклем ихтирам итәм, сәләмәт булыуыңды теләйем. Ижади үрҙәр һиңә, ҡустым!

Йөрәгем илай

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Миңлеғаян Мосараф ҡыҙы Әмирханова сағыу, матур һәм бәхетле сәхнә тормошо менән йәшәне. Тормошта уны барыһы ла Ғәлиә тип йөрөттө, Ғәлиә Әмирханова исемле актриса булараҡ билдәле ине. Баҡтиһәң, Рафаэль ағай Сәлихов һөйләүенсә, уға Ғәлиә исемен рәхмәтле тамашасылар М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Ғәлиә образын тыуҙырған өсөн биргән икән. Әле уның хаҡында актриса булараҡ түгел (һис һүҙһеҙ, уның ижады тураһында үҙе иҫән саҡта ла, үлгәс тә һөйләнеләр, яҙҙылар), ә әсә булараҡ телгә алып үткем килә.
Ул ғүмере буйы берҙән-бер сирле ҡыҙын баҡты. Гөлнара йәш актерҙар ғаиләһендә теләп алынған сәләмәт бала булып тыуа. Әммә көтмәгәндә фа­жиғә була – гастрол­дә йөрөгәндә сабый үҙе өсөн костюм­дарҙан һәм йом­шаҡ деко­рация­ларҙан яһал­ған “ка­ра­уат”тан йығылып төшә…
Ғәлиә апайҙың өҫтөнә ябырылған бәләгә ҡаршы нисек көрәшеүен Аллаһ үҙе генә белә. Йөрәге икегә бүленә: сәх­нәлә та­ма­ша­сы­лар­ҙың һөйө­үен яу­ла­ған актриса, ә өйҙә – аҡылы үҫешмәгән һәм зәғиф сабыйҙы тәр­биә­ләү менән бәйле бөт­мәҫ-төкәнмәҫ мә­шә­ҡәттәр. Ғүмеренең һуң­ғы көндәренә тик­лем ул ҡыҙын хәстәрләне, үлер алдынан уны ин­ва­лидтар йортона урын­лаштырыуҙы үтенде ул минән һәм беҙ театрҙан юллап уның теләген үтәнек.
Ғәлиә Әмирханованы һуңғы юлға оҙатырға коллегалары, күршеләре һәм уны яратҡан тамашасылары килде. Әсәһе менән бәхилләшергә “Ашығыс ярҙам” машинаһында ҡыҙы Гөлнараны ла килтерҙеләр. Ул тәүҙә тыуған өйөндә ни барғанын аңламай, доға тыңлап, креслола шым ғына ултырҙы. Барыһының да күҙҙәренә йәш тулған. Мине күреп ҡалыу менән Гөлнара яныма ашыҡты: “Мин сирләп дауаханала ятҡанда әсәйем үлгән дә ҡуйған... Хәҙер барып сирләп бөтәм дә иртәгә ҡайтам. Наилә Абдулхаевна, мине әсәйем урынына театрға алаһығыҙмы?” Күҙ йәштәренә төйөлөп, ҡыйынлыҡ менән: “Алам, Гөлнара”, – тип яуапланым. Уны машинаға тиклем оҙата барҙым. Ул китте. Әсәһенән һәм тыуған йортонан мәңгегә китте...
Ғәлиә апайҙың беренсе осрашҡанда әйткән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай: “Сәхнә – минең шатлығым да, ҡайғым да... Сәхнә мине бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә итте...”


“Иҫән сағымда килегеҙ”

Беҙ, ғәҙәттә, актерҙар тураһында барыһын да беләбеҙ төҫлө, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы сәхнәлә генә күрәбеҙ. Ә яҙмыштары, күңел кисерештәре?..
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары... Имсәк балалы йәш актриса театры менән бер нисә ай инде Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдә йөрөй. Шарттар, әлбиттә, юҡ: аслы-туҡлы йәшәйҙәр, теләһә ҡайҙа сығыш яһайҙар, клубтар йылытылмай, театр костюмдары һәм декорациялар тейәлгән ар­баларҙы үҙҙәре егелеп тарта. Тап шулай, сөнки аттар фронтҡа кәрәк, ә үгеҙ бөткөһөҙ күсенеүҙәр арҡаһында астан үлә, ир-аттар дошманға ҡаршы көрәшә. Шуға күрә үҙҙәренә ир-егеттәр ролен дә башҡарырға тура килә.
Һыуыҡ тейҙергән сабый үлә. Актриса иртән балаһын ерләй, ә кисен... сәхнәгә сығып, шаталаҡ ҡатын ролен уйнай.
Был Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың тормошонан. Ул данлыҡлы Ауырғазы колхоз-совхоз театры директоры Ибраһим Әхмәровтың ҡатыны ине. Уның тырышлығы арҡаһында театр 1956 йылда Талбазынан йәш сәнәғәт ҡалаһы Салауатҡа күсә. Театрға “Салауат дәүләт башҡорт драма театры” исеме бирелә.
Зәкиә апай – театрҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡотҡарып ҡалған ете актрисаның береһе. Башҡортостанда һуғыш сығыр алдынан 36 драма театры булһа, яуҙан һуң улар дүртәү генә ҡала.
Салауат театрында мин директор булып эшләй башлағас, Зәкиә апай минең менән танышырға килде. Коллективта уны “театр әсәһе” тип йөрөтөүҙәрен белә инем. Танышырға ҡул һуҙғас, ул: “Театрҙың яҙмышы һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, мин ул хаҡта һөйләй алам. Иҫән сағымда килегеҙ”, – тине.
Түшәккә ятыуын ишеткәс, уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, “Выбор” ҡала гәзите хәбәрсеһе Людмила Станкова һәм театр музейы мөдире Анфиса Аҙнабаева менән уның янына ашыҡтым. Зәкиә апай көнө буйына әле көлә-көлә, әле илай-илай хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөгөн һуңғы әңгәмәбеҙҙән уның тауышы ҡалды. Иң мөһиме – бына тигән “Ете ҡыҙ” спектакле тыуҙы! Авторы – Нәжиб Асанбаев, ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов. Премьераһы театрҙың 75 йыллығы көнөндә булды. 80 йыллыҡта театр йорто алдында ете актрисаның исеме яҙылған һәйкәл астыҡ. Уны асыуҙа республикабыҙҙың бөтә театр йәмәғәтселеге ҡатнашты. Күптән түгел Мәс­кәү­ҙә беҙҙең легендар акт­рисалар тураһында Кирстен Гайнеттың “Ете актриса театры” тигән филь­мы күрһәтелде, 8–11 сен­тябрҙә фильм Ҡазанда үткән Ха­лыҡ-ара мосолман фильм­дары кинофестиваленең кон­курс прог­раммаһында ҡат­наш­ты.
Зәкиә апай Әхмәрова ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем театрға хеҙмәт итте, уның тураһында уйланы, уның өсөн ҡайғырҙы. Миңә уны үҙ ҡул­дарым менән йыуып, матурлап оҙатырға насип булды. Уның иҫ­тәлеге һәм башҡорт мәҙә­ниә­тен, сәнғәтен, телен һаҡлау эшенә ғүмерҙәрен арнаусылар алдында башымды эйәм. Үҙенең яҙмышы һәм тарихы менән дә дан ҡаҙанған театрыбыҙ оҙон-оҙаҡ йәшәһен ине!

Онотолмаҫ көндәр

Салауат театры сәхнәһендә ике тәкәббер генә егет – хәҙер инде Башҡортостандың театр даирәһендә билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре – режиссура буйынса диплом эше яҡланы. Улар – Рәсәй театр донъяһының тере легендаһы Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловтың сығарылыш уҡыусылары Эдуард Шәйехов менән Альберт Нестеров. Шунда уҡ Мольерҙың үҙенә тотондолар. “Һаран” (”Скупой”) пьесаһын сәхнә­ләш­те­рер­гә булдылар. Башта был ҡыйыу аҙымға ҡаршы төшмәксе инем, ләкин Риф ағай Мозаһитовты иҫкә төшөрҙөм. Пьесаның төп геройы Гарпагон роленә, бөтә театрҙы бер итеп эҙләһәң дә, унан да лайыҡлыраҡ актер табып булмаҫ, тип уйланым. Тиҙ генә ризалаштым да ҡуйҙым, хатта егеттәр үҙҙәре лә аптырап ҡалды. Оҙаҡ уйлап тормай, эшкә тотондоҡ. Пьесаны башҡортсаға үҙем тәржемә иттем, ә егеттәр ең һыҙғанып репетиция башланы.
Спектаклде тапшырыу көнө килеп етте – бөтәһе лә бик яҡшы ине. Риф ағай еңеллек менән бирелеп уйнаны, сәхнәлә осоп ҡына йөрөнө. Мин шатланып ултырҙым, ул – мәшһүр, был роль уның өсөн генә яҙылған, тигән уйҙар тыуҙы. Атҡаҙанған исемен урап үтеп, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемде уға юҡҡа ғына бирмәгәндәр, етмәһә, дүрт класс белем менән! Актерҙар араһында мин бындай хәлде, Риф Имам улынан башҡа, тотош Башҡортостанда белмәйем. Спектаклде тапшырып, бер-беребеҙҙе ҡотлағас, һөйләшкәс, өйҙәребеҙгә ҡәнәғәт таралаштыҡ. Ике көндән премьера билдәләнгән.
Икенсе көндө иртән Эдуард менән Альберт яныма килде, ни өсөндөр борсоулылар, хатта ҡурҡып ҡалғандар.
– Егеттәр, ни булды?
– Риф ағай запойға киткән.
Асыуым ҡабарҙы. Машина алдым да уларға киттем. Ишекте ҡатыны Флүрә апай асты. Ауыҙымды асырға ла өлгөрмәнем, ул йоҡо бүлмәһенең ишегенә төртөп күрһәтте:
– Үҙегеҙ һөйләшегеҙ, мин ғарҡ булдым.
Асыуымды саҡ йүгәнләп, бүлмәгә остом. Риф ағай ике урынлы карауатта эске кейемдә генә һуҙылып китеп ята ине. Бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Ләкин ул үҙе миңә был уңайһыҙ хәлдән сығырға ярҙам итте.
– Ғәфү итегеҙ, Наилә Абдулхаевна...
Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ни күрәм!.. Алдымда – бер аяҡлы инвалид, тубығынан өҫтә киҫелгән икенсе аяғы ҡанға батҡан, стенаға протез һөйәлгән. Күҙҙәремде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәнем. Тамағым кипте... Ысынлап әйтәм, миңә ҡыйын ине... Алдына тубыҡланып ғәфү үтендем... Ул иланы... Мин иланым...
– Мин белмәнем бит, белмәнем бит, – тип бышылданым күҙ йәштәре аша. – Һеҙ нисек уйнанығыҙ, нисек һикерҙегеҙ, нисек бейенегеҙ, нисек түҙҙегеҙ?
– Мин бит сәнғәтте яратам, – тине ул тыныс ҡына.
Уның янынан йөрәгем ауыртып һәм Сәхнә оҫтаһына мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарар менән киттем. Премьера уңышлы үтте, йәштәр дипломдарын яҡланы, тамашасы спектаклдән таң ҡалды. Тик мин генә театр аҡһаҡалы алдында бурыслымын. Әммә проблеманы хәл итеү юлдарын барыбер таптым. Театр эшмәкәрҙәре союзы аша уға яңы заманса уңайлы протез алырға тейешле аҡса бүлдереүгә өлгәштем. Тағы ла... Ул быныһын бөтөнләй көтмәй ине. Президент М. Ғ. Рәхимов аша юллауым буйынса, ул, инвалид булараҡ, сираттан тыш “Ока” машинаһы алды. Ҡыҙы, ҡатыны менән машинала килеп, бәхетле йылмайып, салондан сыҡмай ғына минең театр бинаһы тупһаһына сығыуымды үтенде. Улар театр алдындағы майҙанда почетлы түңәрәк яһаны. Һуңынан Флүрә апай бөтәбеҙҙе лә телеңде йоторлоҡ бәлеше менән һыйланы.
Ҡәҙерлем, Риф ағай, был көндәрҙе бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын, улар һәр саҡ хәтеремдә булыр, сөнки Һеҙ онотола торғандарҙан түгел!..

Зәйтүнә Ислам ҡыҙының тәүбәһе

Туған башҡорт телемде ныҡ яратам. Миңә унда барыһы ла оҡшай: яңғырашы ла, моңо ла. Ауылдарҙа әбейҙәрҙең үҙ-ара нисек һөйләшкәнен, балаларҙың туған те­лендә нисек аралашҡанын ишетеп сикһеҙ ҡыуанам, үҙем дә туған башҡорт телемдә рәхәтләнеп һөйләшәм.
Салауат ҡалаһы хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән дәүерҙә беҙгә Иосиф Кобзон килгәйне. Концертынан һуң табында ултырғанда ул башҡорт тел­мә­рен тыңларға теләк белдерҙе. Баш­ҡортса шиғыр уҡыным. Ул, әйт­кәндәй, баҫып тыңлағас: “Һеҙ­ҙең телегеҙ ниндәй моңло!” – тине. Шунан өҫтәне: “Һеҙ йырлаған кеүек уҡыйһығыҙ. Ата-әсәңә, уҡы­тыу­сыңа минең башҡорт теленә таң ҡалыуымды еткер”. Мин ул саҡта сәхнә теле буйынса тәүге уҡытыусым – СССР-ҙың халыҡ актрисаһы, баш­ҡорт театры легендаһы Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бик­булатова үҙе булыуын ҙур ғо­рур­лыҡ менән әйт­тем. Иосиф Коб­зон уның тураһында һөй­лә­үем­­де үтенде. Зәйтүнә Ислам ҡыҙының үҙенән ишет­кән тормош тарихын һөйләп бирҙем мин уға.
Был 1980 йылда булды. Унынсы класта уҡығанда уҡ мин бер үк ваҡытта хәҙер бөтә республикаға билдәле артистар Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Миңзәлә Хәй­руллина, Азат Нәҙерғолов, Илдар Ғүмәров менән бергә Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актерҙар бүлегендә уҡый инем. Рифҡәт Исрафилов курсҡа сәхнә теле буйынса педагог итеп мәшһүр Зәйтүнә апайҙы саҡырҙы, ул БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе лә ине. Шуға күрә дәрестәрҙе Пушкин урамындағы Актерҙар йортонда кабине­тын­да үткәрә торғайны. Дәрес­тәребеҙ бай эстәлекле, ҡыҙыҡ, тын алыу, һүҙҙәрҙе әйтеүгә төрлө күнегеүҙәр менән үтә ине. Беренсе семестрҙан һуң Зәйтүнә Ислам ҡыҙы көтмәгәндә уҡытыуҙан баш тартты, курсты СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға тапшырҙы. Әммә ни өсөндөр минең менән дәрестәр үткәреүен дауам итте. Шундай көндәрҙең береһендә ул миңә еңел булмаған яҙмышы, үҙе кисергән һынауҙар, тойғолары һәм күңел яралары тураһында һөйләне.
Уны, ауырлы ҡатынды, ире Мәкәрим Мәһәҙиев менән бергә ҡулға алалар, халыҡ дошманы тип, төрмәгә ябып ҡуялар, бөгөн-иртәгә атырға тейештәр. Хис-тойғонан мәхрүм төрмә йәлләте (Зәйтүнә апай уны миңә шулай һүрәтләне) уның янына камераға килә, уны азат итергә ярҙамлашырға теләк белдерә: үҙенә кейәүгә сығырға димләй. Ләкин Зәйтүнә уны тыңларға ла теләмәй, һәр ваҡыт ҡыуып сығара. Шунан йәлләт Мәкә­римгә үҙенең ниәтен алдан аңлатып, уны ире менән осраштыра. Йәлләт: “Мин, Зәйтүнә, һинең менән никах­лашып, һиңә һәм буласаҡ балаңа ғүмер бүләк итә алам, ризалаш”, – ти. Зәйтүнә өн­дәш­­мәй, тәҡдимде кире ҡағып, башын сайҡай, иренә ҡарай. Ул да өндәшмәй, күрә­һең, ҡотол­ғоһоҙ хәлдән нисек сығырға белмәгәндер. Бер ниндәй ҡарарға ла килә ал­майынса айырылышалар. Әй­тергә кәрәк, һаҡсылар, әгәр шулай әйтергә яраһа, уларға әҙәмсә хушлашырға мөмкинлек бирә. Мәкәрим ҡатынын ҡосағына алып, бышылдай: “Ризалаш... Йәшә... Йәшәгеҙ...” Был уларҙың һуңғы күрешеүе була, уны аталар. Төрмә йәлләте ҡатын янына тағы ла килә. Был юлы иренең яҙыуын тапшыра, унда ире Зәйтүнәгә был кешенең шарттарына күнеүен үтенә. Ул, бик ауыр булһа ла, иренең үтенесен үтәй, иреккә сыға, ир бала таба. Ләкин ул балаһын барыбер ғүмерлеккә юғалта. Ғаилә серен, атаһы тураһында дөрөҫөн белгәс, ир ҡорона ингәс, Зәйтүнә апайҙың улы үҙ-үҙенә ҡул һала.
Әйтергә кәрәк, был тәүбә миңә тынғылыҡ бирмәне, бер ваҡыт уны педагогым Лек Вәли улы Вәлиевҡа һөйләнем. Белеүемсә, ул мемуарҙар яҙҙы, был тарих та унда булырға тейештер, тип уйлайым.
Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс яҙмыш...

Наилә СӘФӘРҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

2017 йыл.

Автор:
Читайте нас