Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
4 Апрель 2023, 03:25

"Эре генә ултырам әле"

Яратҡан яҙыусыбыҙ Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға  был көндәрҙә эреләнеү килешеп тора... 

"Эре генә ултырам әле""Эре генә ултырам әле"
"Эре генә ултырам әле"

Билдәле яҙыусы, үҙе лә биш бала әсәһе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева был көндәрҙә ныҡ эреләнеп киткән. Үҙе был хаҡта сәхифәһендә: ҺӨЙӨНСӨ! ЕЙӘНЕМ ТЫУҘЫ! Эре генә ултырам әле! 
Икенсегә өләсәй-ҡартатай булыу бәхетенә ирештек, Аллаға шөкөр! Ҡыҙым Илнараға, кейәүем Юниргә, апайҙарына һәм изге Рамаҙан айының изге йомаһында ( 31.03.23) донъяға килгән Рамаҙан ейәнемә (әлегә исем ҡушылмаған, шулай тип уйлайҙар ине...) ныҡлы һаулыҡ, бәхетле-бәрәкәтле оҙон ғүмер, тәүфиҡ, әҙәп, иман теләйем! Үҙең бала тапҡандан да нығыраҡ ҡыуанаһың икән ул ейән-ейәнсәрең тыуғанда! Ысын! Әллә йәшлек менән беленмәгән, улай итеп әсәһе (йәғни үҙең) һәм сабый ғүмере өсөн ҡурҡылмаған да һымаҡсы?!" - тип яҙа. Беҙ ҙә әҙибәне, йәштәрҙе бәхетле көндәре менән ҡотлайбыҙ! Бәпес һау-сәләмәт, атай-әсәйле булып үҫһен. 

 

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас