

Бөгөн Белорет педагогия колледжында Республиканың Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә Яҙыусылар союзы музыкаль әҙәби кисә үткәрҙе.
Мәҙәни сарала Яҙыусылар союзы рәйесе, "Шоңҡар" журналы баш мөхәррире, яҙыусы - Айгиз Баймөхәмәтов, Милли әҙәбиәт музейы директоры, шағирә Миләүшә Ҡаһарманова, "Бельские просторы" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағирә Светлана Чураева, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, шағирә Тамара Юлдашева, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, шағирә - Гөлназ Ҡотоева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһының уҡытыусыһы, шағир Руслан Сөләймәнов ҡатнашты.
Бында әҙәби осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, Белорет районы башҡорттарының көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе, "Асыҡ һөйләшеү" проекты форматында Яҙыусылар союзы рәйесе менән аралашыу, ижади художество майҙансығында колледждың мәғлүмәт-китапхана үҙәген рәсми асыу тантанаһы үтте.
Музыкаль-әҙәби кисә йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәтле сара булып тора, әҙәбиәткә, сәнғәткә, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уята.
Күркәм осрашыуҙың башланғысында Белорет пелагогия колледжының директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина тора.
- Бындай саралар ҙур әһәмиәткә эйә, йәш быуынды рухлы итеп тәрбиәләргә булышлыҡ итә, уларҙың фекерләү даирәһен киңәйтә, - тине тынғыһыҙ ойоштороусы Гөлшат Рауил ҡыҙы, - Киләсәктә лә ошондай күркәм йоланы дауам итәсәкбеҙ. Яҙыусылар менән күҙмә-күҙ осрашыу - үҙе ҙур бәхет, уның хәҙерен йылдар үткәс аңлайбыҙ.