

20 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Хәбибулла Ибраһимовтың пьесаһы буйынса «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһының премьераһы була.
Был Башҡорт драма театры сәхнәһендә дүртенсе тапҡыр ҡуйыла. Уны 1946 йылда - режиссер Вәли Ғәлимов, 1953 йылда Арыҫлан Мөбәрәков ҡуя. 1983 йылда тамашасы уны Вәзих Сәйфуллиндың постановкаһында ҡарай. Тәүге ике спектаклдә автор композитор ролендә лә сығыш яһай.
Ваҡиғалар уҙған быуат башында бара, төп герой Ғиззәт дуҫы менән бергә ҡалаға аҡса эшләргә килә. Байҙар шундай егәрле, баҫалҡы егетте тиҙ күрә һәм үҙҙәренең ултырып ҡалған ҡыҙҙарына уны ҡоҙалай башлай. Ғиззәткә тиҙ байыу форсаты тыуа. Шулай ҙа ул бай ҡыҙҙарына күҙ һалырмы?
Фото: https://bashdram.ru/afisha/eznekej-zyatyok-premera/