Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Апрель 2023, 14:40

Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!

Һеҙ диктант яҙырға киләһегеҙме? 

Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!
Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһен ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин баш ҡалалағы майҙансыҡтарҙың береһенә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашырға саҡыра:

«Иртәгә, 20 апрелдә, Өфө фән һәм технологиялар университетында йыл һайын ойошторолоп килгән «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023» акцияһы үтәсәк.

Диктант темалары Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы Һәм остаз йылына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған.

Диктант 11.00 сәғәттә башлана. Һеҙҙе Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32 адресы буйынса көтәләр. Рәхим итегеҙ!».

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас