Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Апрель 2023, 03:55

Сәхнәлә - йәш йондоҙҙар

... Шаршау асылып китә һәм “Ай-һай Салауат” көйө аҫтында бейеүселәр сәхнәгә ағылып, мөғжизәле тамаша башлана. Күңел дәрт, ғорурлыҡ тойғолары менән тула. Артабан бер-бер артлы бейеү номерҙары теҙелеп китә. Һәр сығыш үҙенсәлекле, сағыу, матур, тетрәндергес. Тамашасылар бер аҙға донья мәшәҡәттәрен, ауыр уйҙарын онотоп, ял итеп, ләззәт алып ултырғандыр был кистә.

Сәхнәлә - йәш йондоҙҙарСәхнәлә - йәш йондоҙҙар
Сәхнәлә - йәш йондоҙҙар

 

Красноусол  район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тағы ла бер тамаша - Илшат Хәтим улы Хәбибуллин етәкләгән “Быҙыбыт” балалар хореографик ансамбленең отчет концерты булды.
Ошо уңайҙан уның тарихына ла туҡталып китәйек. “Быҙыбыт” ансамбле 1997 йылда түңәрәк булараҡ барлыҡҡа килә. 2004 йылда иһә ансамблгә “өлгөлө” исеме бирелә, ә инде 2012 йылда был юғары исемде раҫлап, фольклорҙан хореографик ансамбль тип үҙгәртелә. Нисәмә йылдар үҙ эшмәкәрлеген дауам иткән ансамбль республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, күп тапҡырҙар призлы урындар яулай, “өлгөлө” исеменә лайыҡ икәнлеген иҫбатлай. Ул ғына ла түгел, нәҡ “Быҙыбыт”та бейеү карьераһын башлап ебәргән Красноусол егете Искәндәр Әбелғужин Р.Нуриев исемендәге хореография училищеһын тамамлап, әлеге көндә Һамар опера һәм балет театрында ижад юлын дауам итә. Был ансамблдең, етәксенең абруйын тағы ла арттырыусы миҫал.
Коллективтың бар ҡаҙаныш-тарының төп сәбәпсеһе, әлбиттә, уның художество етәксеһе Илшат Хәтим улы. Сәнғәт өлкәһендә эшләү дәүерендә ул үҙен юғары квалификациялы белгес итеп танытты. Шәхси ҡаҙаныштарын да билдәләп үтергә кәрәк: бихисап бейеү конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, бик күп диплом һәм грамоталар менән бүләкләнгән ул. Бындай талантлы, дәртле йәш етәксе “ҡулы аша” үткәндәр һис шикһеҙ юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
Сығыш яһаусыларҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Биш коллективта йөҙләп бала иҫәпләнә: 4-5 йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән башлап 15-16 йәштәге һомғол ҡыҙ-егеттәргә саҡлы. Концерт ансамбль бейеүселәренең 18 бейеүе һәм мәҙәниәт һарайы йырсылары башҡарыуындағы йырҙарҙан торҙо. Күптән түгел район мәҙәниәт һарайын етәкләргә ҡайтыусы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин да “Кем йәшлеген һағынмай” йырын ишеттереп, тамашасыларҙы шатландырҙы.
Сәхнә артында бөтөнләй икенсе тормош, барыһы ла геү килеп сығышҡа әҙерләнә. Ҡарап торһаң, бигерәк ҡыҙыҡ: йөҙәрләгән бала бер юлы ары-бире сабышып кос-тюм эҙләй, кейенә, биҙәнә. Бер мөйөштә репетиция дауам итә. Кемелер костюм үтекләй. Ата-әсәләр ҙә шунда ҡайнаша. Тәү ҡарашҡа хаос һымаҡ күренһә лә, һәр ерҙә тәртип бар: кем нимә кейергә, ҡасан сәхнәгә сығырға белеп, Илшат Хәтим улына ҡараш ташлау менән һәр береһе бөтә нәмәне аңлап тора. Шул тиклем баланы тыңлатырға, өйрәтергә күпме түҙемлек, эшеңде һәм балаларҙы яратыу талап ителеүен балалар менән эшләүсе уҡытыусы-тәрбиәселәр генә аңлайҙыр! Кемгәлер иҫкәрмә яһауы, тауыш күтәреүе лә һиҙелмәй. Ихтирамлы етәксене барыһы ла тыңлай, уға тартыла, әйткәнен үтәй.
... Шаршау асылып китә һәм “Ай-һай Салауат” көйө аҫтында бейеүселәр сәхнәгә ағылып, мөғжизәле тамаша башлана. Күңел дәрт, ғорурлыҡ тойғолары менән тула. Артабан бер-бер артлы бейеү номерҙары теҙелеп китә. Һәр сығыш үҙенсәлекле, сағыу, матур, тетрәндергес. Тамашасылар бер аҙға донья мәшәҡәттәрен, ауыр уйҙарын онотоп, ял итеп, ләззәт алып ултырғандыр был кистә.
Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған башҡорт бейеүҙәренән тыш, рус, мари, ҡалмыҡ, кавказ, казак бейеүҙәре лә ҙур оҫталыҡ менән башҡарылды. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ иң ҙур байлыҡ, тигәндәй, илебеҙҙә бик күп милләттәр халҡы һыйышып, дүҫлашып, татыулыҡта йәшәй. Әлбиттә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәте, сәнғәт емештәре беҙҙең, башҡорт халҡының күңелендә үҙ урынын тапҡан. Йыр-бейеүҙәрен яратып тамаша ҡылабыҙ.
Бейеүселәрҙең әҙерлек кимәле юғары булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Балалар ҙа, етәксе лә бик күп тир түккәне, бихисап сәғәттәр һуҙымында репетиция яһағандары күренеп тора. Хәҙерге заман балаларының бөтә ваҡытын, иғтибарын Интернет-телевидение йәлеп иткән осорҙа бейеүселәребеҙ көн дә тиерлек репетицияға йөрөп, халҡыбыҙ традицияларын, бейеүҙәрен, көйҙәрен тергеҙеп, үҙ итеп йөрөүе һоҡландыра, маҡтауға лайыҡ. Йөҙҙәре алһыу, күҙҙәрендә нур балҡый, кәүҙәләре тура, хәрәкәттәре етеҙ. Бындай балаларға һоҡланмаған тамашасы булмағандыр. Ваҡыт, аҡса табып балаларын бейеүгә йөрөткән, сәнғәткә ылыҡтырған ата-әсәләр ҙә ихтирам тойғоһо уята. Бөгөн улар ҙа балалары өсөн ғорурланып, шатлыҡ-ҡыуаныс кисерҙе.
Кисәнең йомғаҡлау өлөшө иң ҡыуаныслы мәл: ҡотлауҙар, маҡтау һүҙҙәре яңғырай. Илшат Ҡотов, Тимур Йәнешев, Айназ Рафиҡов Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Фәрүәз Фәрғәт улы районыбыҙҙың абруйын, данын күтәреүсе йәш һәм талантлы артистарыбыҙ булыуына шатланыуын, ғорурланыуын билдәләне. Яңынан-яңы йондоҙҙар ҡабыныуына өмөттәр бағлап, киләсәктә ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләне.
Беҙ, ата-әсәләр ҙә, уның һүҙҙәренә ҡушылып, киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ.
Гөлсинә ХӘЛИМОВА.
Красноусол ауылы.

Фото: "Табын" гәзите. 

 

 

Автор:
Читайте нас