Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
24 Апрель 2023, 09:30

ГӨРЛӘП ТОРҘО ҠУМЫҘ БАЙРАМЫ

Ғафури районынан музыкант, республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты Данир Мәсәлимов өзләүселәр араһында беренсе дәрәжә лауреат булды.

ГӨРЛӘП ТОРҘО ҠУМЫҘ БАЙРАМЫГӨРЛӘП ТОРҘО ҠУМЫҘ БАЙРАМЫ
ГӨРЛӘП ТОРҘО ҠУМЫҘ БАЙРАМЫ

Мәсетле районында Роберт Заһретдинов исемендәге халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте. Бында сит илдән, Рәсәй өлкәләренән һәм Башҡортостан республикаһының ҡала һәм райондарынан ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйылғайны. Бәйгенең маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу.
Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтөн донъяға билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған. Ойоштороусылары – Мәсетле районы хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Ғафури районынан музыкант, республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты Данир Мәсәлимов өзләүселәр араһында беренсе дәрәжә лауреат булды.

 

Фото: Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы. 

Фотолар: https://vk.com/album-123463022_292607807

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас