Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
24 Апрель 2023, 13:20

"Ҡурай"ҙа яңғыраған йырҙар, тапшырыу геройҙары, телеканалдың тоғро тамашасылары менән бер кистә һәм бер тулҡында...

Сағыу, зауыҡлы концертта булдым. Сәбәбе - "Ҡурай даны" милли телепремияһының бүләкләү тантанаһы ине.

"Ҡурай"ҙа яңғыраған йырҙар, тапшырыу геройҙары, телеканалдың тоғро тамашасылары менән бер кистә һәм бер тулҡында..."Ҡурай"ҙа яңғыраған йырҙар, тапшырыу геройҙары, телеканалдың тоғро тамашасылары менән бер кистә һәм бер тулҡында...
"Ҡурай"ҙа яңғыраған йырҙар, тапшырыу геройҙары, телеканалдың тоғро тамашасылары менән бер кистә һәм бер тулҡында...

Ҡурай"ҙа яңғыраған йырҙар, тапшырыу геройҙары, телеканалдың тоғро тамашасылары менән бер кистә һәм бер тулҡында... Сағыу, зауыҡлы концертта булдым. Сәбәбе - "Ҡурай даны" милли телепремияһының бүләкләү тантанаһы ине. Сара ысын мәғәнәһендә үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән, ергә ҡара тирен түккән, балалар үҫтергән, кәсепселек менән шөғөлләнгән замандаштарыбыҙға һоҡланыу, уларҙы данлау байрамы кимәлендә үтте. Һөҙөмтәһе булараҡ, “Йыл эшҡыуары”, “Ҡул оҫтаһы”, “Ер кешеһе”, “Миһырбанлы ғаилә”, “Һөнәр оҫтаһы”, “Алдынғы йәш замандашыбыҙ”, “Иң шәп клуб мөдире” номинациялары еңеүселәренә ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән көмөш миҙалдар тапшырылды. Улар араһында беҙҙең курсташ егетебеҙ, Ишембай районынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рифат Аюпов та бар. Һабаҡташыбыҙҙы ҡотлау был ҡыуанысты уртаҡлашҡан курсташтар чатында ла дауам итте. Ә концерт нисекме? Рита Уметбаева һәм уның егәрле командаһы ойошторғас, насар була буламы?! Сәхнәлә тап ошо кис бер йырҙа йырланғанса: "Донъя матур, донъя рәхәт, йәшәргә теләй йөрәк" тип ҡайтылды... Төп баһа - шул! 👌👍#РәйләКүсемханова
#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

 

Фото: Ҡурай ТВ

Автор:
Читайте нас