

12
– Йә, ҡәрендәш, нимә тинең әле кондукторға?
– Мой брат разведчик, тип әйттем.
– Дөрөҫ әйткәнһең. Ну, молодец! – Мәүлетдин Фаризанан әллә нисә тапҡыр ҡабатлап һорай инде быны. Яуабын ишеткәс, рәхәтләнеп көлә. – Эйе шул, мин разведчик. Нефть разведчигы... Геолог-разведчик!
Мәүлетдин быйыл иҫке барактан ике ҡатлы йорттағы яңы фатирға күсеп сыҡты. Өй алдында һәр хужаның үҙ баҡса учаскаһы бар. Ял вахтаһында ул шунда мәз килеп ерҙә соҡона. Эштә булғанда ҡатыны Светланаға һыу ғына һибеп торорға ҡала. Оҫта баҡсасы булып китте ир. Аҡъярҙа йәшәгәнендә ҡәйнәһенән күп нәмәгә өйрәнһә, бында килеп төпләнгәс, дуҫ-иш, күрше-күлән баҡсаһына күҙ ташлай, төпсөнә, белешә. Ергә эйелмәйенсә, уны ашламайынса ниҙер ҡайтарып алып булмағанын белә. Әле түтәлдәрендә тәгәрәшеп ҡыяр ята, алһыу-ҡыҙыл төбө көнгә күренеп эре кишер ялбырай, йомро шалҡан, мине өҙ, аша, тип ымһындыра. Былар мәңге һыуға сарсаған, ҡыу дала еленән миктәгән Матрайҙа юҡ.
Улы өйҙә саҡта килгәненә ҡыуанып бөтә алмай Сәбилә. Ек күрмәй килене уны, гел итәғәтле мөнәсәбәттә, шулай ҙа ҡатындың сәйерерәк холҡон өнәп етмәй бейем кеше. Түрә балаһы башҡасараҡ була инде ул, тип уйлай үҙ аҡылы еткән ҡәҙәр. Ярай, биғәйбә, ти ҙә, артығын сурытмай, холоҡ-фиғелен тикшермәй.
Мәүлетдиндең үҙенә оҡшап тора ул Светлана килене. Шулай уҡ ҡаҡса ҡуңыр йөҙлө, теремек ҡарашлы, сос, хәрәкәтсән. Тауыштары ла тап килеп торған һымаҡ хатта. Тик күҙлеге айыра, ят итә. Туған-тумасалар араһында күҙлек кейеп йөрөгән кеше булмағанға, бәлки, шулай тойолалыр. Контор тирәһендәге түрәләр, табиптар, уҡытыусылар ғына йөрөтә бит ул нәмәне.
Серемгә талған Сәбилә шыпырт тауышҡа уянып китте.
– Бәйләнмә, – килене шулай тигән һымаҡ булды.
– Иртәгә вахтаға китәм бит, – Мәүлетдин ниҙер ныҡышты.
– Бая Гүзәлиәгә ҡарап йырлап ултырҙың...
– Ыһх-ыһх-һы-ы, – Мәүлетдиндың көлөүен бер кемдеке менән дә бутап булмай. Күкрәгенән ихлас сыға ул саҡта баҫынҡы тауышы. – Үҙең һаранһың бит, ҡараштырам инде башҡаларға. Ыһ-ыһ-һы-ы...
Сәпәкләп һуҡҡан тауыш ишетелде. Яуап булманы. Төн тыныслығын башҡа бер кем дә боҙманы. Ҡунаҡҡа киткәйне улы менән килене төш мәлендә үк, һуң ғына ҡайтып ятыуҙары. Ҡыҙҙары ла эйәреп сыҡҡайны уларға, кискә табан етәкләшеп үҙҙәре ҡайтып инделәр.
Аулаҡта Сәбилә улының донъяһын иркенләп байҡаштырырға булды. Башҡа ваҡытта килененән тартына, бер нәмәгә лә үрелмәй, бер тартманы ла асып ҡарамай.
– Фариза, ҡарале, ниһайәтһеҙ күлдәк мынауында. Ярты магазин... – шифоньерҙе асҡан Сәбилә хайран ҡалып торҙо. – Улымдың ыҙалап тапҡан аҡсаһын ҡайһылай тиратлай был килен...
Һыуытҡыстағы төрлө кәнсиргә иҫтәре китеп торҙо.
– Ко-о-фе-е-е... С-с-гуще-е-е-нка... Трес-с-ка-а-а... Па-а-штет, – Фариза, ҡалай банкыларҙы сығарып, яҙыуҙарын уҡып ишеттерҙе. Быға тиклем теленә алмаған ят һүҙҙәр ҡапылдан шыма килеп сыҡманы.
– Ашай торған нәмәме һуң улар? – Сәбилә матур кәнсирҙәрҙе тотҡолап ҡараны.
– Кофене кинала ниместәр эскәнен күргәнем бар. Башҡалары нимә икәнен белмәйем... Төшкөһөн ашаған колбаса ятай, ҡәртәсәй...
– Сусҡа инде ул...
– Булһын, берҙе генә ҡырҡып алам... Тәмле бит!..
Ситтәрәк өҫтәлдә ултырған кәстрүлде асты Сәбилә.
– Тауыҡтарға ташларға ҡуйғандыр инде... Бөргөн сығарып биргәнен күргәйнем... Фариза, әйҙә мынау өрөктәрҙе ашайыҡ. Әрәм итеп, еңгәйең ташлай ул барыбыр, – тип ейәнен саҡырҙы. Компоты һарҡытып алынған емеш ине ул ризыҡ.
Иркендә яйлап йөрөп, йорт эсендә булған ниғмәтте барлап сыҡҡас, Сәбилә:
– Бигерәк мул ҡул шул килен, – тип һығымталап ҡуйҙы.
Мәүлетдин эшенә киткәс, оҙаҡлап торманылар. Ҡайтырға йыйына башлағас, Светлана килене тәүҙә ҡыҙҙары, үҙе өҫтәнән төшкән кейем-һалымды төйнәне, шунан магазинға алып китте. Күмәкләп барҙылар. Булғас та булыр икән – Иҫәнғол бигерәк бай ауыл булып сыҡты. Исемләп өй эсендәге һәр кемгә бүләк алды килене. Күлдәк, ыштан, бүтән әйбер. Ҡайнағаһы мәрхүмдең балалары мохтаж икәнән белә ул. Күстәнәсен дә мул һалды. “Әлдә Фаризаны алғанмын”, – тип ҡыуанып бөтә алманы Сәбилә, ике ярайһы ҙур сумкаға, бер төйөнсәккә бағып.
Автобусҡа сыҡтылар. Балаларға бөйөрөк, лимонад алайым тип асыҡ сатырҙа урынлашҡан буфетҡа сират баҫты Светлана. Аяғөҫтө тороп ашау өсөн ҡуйылған бейек түңәрәк өҫтәл артында ғәпләшкән дүрт иргә иғтибар итте ул.
– Нет, нет ты не прав. Есть совхоз “Матраевский”, есть отдельно село Матраево... Всегда путают. Нам через село Матраево надо ехать, – тип, ҡыҙып-ҡыҙып, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай ине араларынан береһе.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡайҙа китеп бараһығыҙ? – Ҡатын ирҙәргә мөрәжәғәт итте.
Геологтар икән, Башҡорт геофизика экспедицияһының тематик партияһы хеҙмәткәрҙәре. Хәйбулла районындағы Безводный ауылы эргәһендә табылған баҡыр ятҡылығын өйрәнеү маҡсаты уларҙы юлға әйҙәгән, имеш.
– Белгегеҙ килһә, беҙҙең хужа һеҙҙең яҡташығыҙ – Мәһәҙиев Басир Дәүләтбаевич, – тинеләр, әңгәмәне артабан ялғап алып китергә, йәш ҡатын менән бер аҙ ғәпләшеп алырға, бәлки, яҡыныраҡ танышырға ла теләп.
– Минең дә ирем геолог, нефтяник, – тине Светлана. – Бер үтенесем бар ине... Туғандарымды Матрайға тиклем ала алмаҫһығыҙмы икән? – Һораулы ҡарашын ирҙәрҙең һәр береһенә йөрөтөп сыҡты.
– Алабыҙ, әлбиттә... Ошо тиклем сибәркәйҙең үтенесен нисек кире ҡағайыҡ, – бер тауыштан яуап бирҙе геологтар.
Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигән әйтем юҡтан килеп сыҡмағандыр. Сәбилә менән Фариза йырлап ҡайтып еттеләр Матрайға. Ашаттылар, сәйен эсерҙеләр, юл аҡсаһын да алманылар геологтар. Хатта, өйгә тиклем алып барып ҡуябыҙ, тип ныҡыштылар. Был тиклеменә риза булманы Сәбилә. Фариза ирҙәрҙең ниәтен ҡартәсәһенә ауҙарып аңлатып биргәс, кит, оялмай, ул тиклеме бигрәк тә, тип бот терәп ҡаршы төштө.
– Нам нидалико... Мы сами... Бабушка не хатит, – тип ҡыҙ ауыл осонда машинаны туҡтаттырҙы.
– Ыста, урыҫтың да яҡшыһы була икән, ҡыҙым. Анау көндө автобустан ҡайһылай ҡыуҙы... Йылайырға барһаҡ та меҫкен булып йөрөп ҡайтабыҙ, ә былар ней, пажалыста, тип кенә тора ла баһа. Бер йыныс кешеләре лә ҡайһылай төрлө икән, – Сәбилә ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, юлсылар артынан оҙаҡ ҡарап торҙо.
Еңеүсе, мул бол менән алыҫ сәфәрҙән ҡайтып төшкән сауҙагәр, юл аҙабы бәхетле тамамланған сәйәхәтсе сырайы ине өйгә килеп ингән Сәбилә менән Фаризаның йөҙөндә. Гөлйыһан балалары менән төшкө сәйгә әле генә ултырғайны. Көтөлмәгән хәлдән, ахыры, ғаилә бер ауыҡ өнһөҙ текләп китеп ултырҙы уларға.
– Тәтәсәй, – яңы теле асыла башлаған Илшат, урындыҡтан һыпырылып төшөп, ишеккә туйтаңлап йүгереп китте.
Шул уҡ мәлдә балалар сыр-сыулап юлдан ҡайтыусыларҙы уратып алды. Кемеһелер сумкаларҙы аса ла башланы.
– Сарсаным, ҡана, килен, бер сынаяҡ ҡына сәй яһа ла, үҙем рәтләп сығарырмын күстәнәстәрҙе лә, кейемдәрҙе лә, – тип ашъяулыҡ янына сүгәләне Сәбилә.
– Фариза апай, нимә бар сумкала? – Рөстәм түҙә торғандарҙан түгел инде, күҙе апаһында булһа, ҡулдары төйөнсөк буйлап йүгерҙе.
– Сабырһыҙ, хәҙер күрерһең...
Фариза ошо ыбыр-сыбырҙарға оло ҡыуаныс алып ҡайтҡанын белгәнгә күрә, үҙен олпат, ихтирамға лайыҡ кеше итеп тоя, бик ҡәнәғәт тә. Бәлки, уларҙың барыһынан да ул үҙе бәхетлерәктер әле шул тороуында, шуға киң йылмая, түҙемһеҙләнгән ҡусты-һеңлеләренә асыуланмай ҙа хатта.
Юҡ, ул да бала ғына бит. Сабырлығы сигенә етте лә, һынды, тәҡәте ҡороно. Ҡартәсәһенең сәй эсеп бөткәнен көтөр хәлдә түгел ҡыҙ – йәлп итеп кенә эйелде лә, тағатып торманы, ҡулын тығып, төйөнсөктән ниҙер һөйрәп сығарҙы.
– Ҡара, әсәй, Светлана еңгәй үҙенең күлмәген бирҙе, – ялтырауыҡлы асыҡ йәшкелт төҫтәге күлдәкте буйына ҡуйып күрһәтте. – Әҙерәк ҙурыраҡ... Саҡ ҡына үҫһәм, как раз була ул... Ивет, – тине хыял тулы ҡарашын әсәһенә төбәп. Шом да сағылып ҡалды күҙҙәрендә – ҡапыл үҫмәй ҡуйһам, тип ҡурҡты, гүйә.
– Әй, теймә...
– Быныһы миңә...
– Ой, матус...
Ололар иғтибарынан аҙға ғына арынған кеселәр сумкаларға барып етешкәйне инде.
Атайһыҙ был йортта башҡаның өҫтөнән төшкән кейемде ятып киткәнсе ете бала бер кейҙе, бер систе. Ҡыуандылар, үсегештеләр, талаштылар, сәкәләшеп тә киттеләр. Ләкин дөйөм ҡыуаныс кәйефен бер ни ҙә юя алманы. Сәбилә ҡыҫылманы, ҡәнәғәт төҫтә, үҙе бер башҡа ситтәрәк ултырҙы. Балалары уртаһында булған, улар менән ҡыуанған Гөлйыһан киленен йәлләп, эсе өҙөлдө.
13
Һаҡмар күперенән һуң уңға тартылған шоссе таулы асыҡ далаға сығара. Беренсе тапҡыр үтмәй Миҙхәт Шакиров был саңлы, һикәлтәле йонсотҡос оҙон юлдан. Әле икмәк хәстәре менән юлланыуы сиҙәм тарафтарына.
Ирен осо менән генә әсе йылмайып ҡуйҙы, төрлө уйҙарға бирелеп, ҡара “Волга” тәҙрәһенән тирә яҡты күҙәтеп барған ир. Ҡалала тыуып үҫкән, бәләкәйҙән әпәкәйгә генә түгел, башҡа әйберҙәргә лә мохтажлыҡ кисермәгән кеше “икмәк хәстәре” тиеүҙән үҙен теләнселәп йөрөгән хәйерсегә тиңләгәндәй итте шул. Республика хужаһы хәйерсе була тиме инде. Эйе, ҡайһы саҡ шулай сәйер уй-кисерештәр телеп үтә зиһенен абайламаҫтан. Тормоштоң, әҙәми зат булмышының аңлайышһыҙ яҡтары күп инде ул.
Ул түгел, ә ил икмәккә мохтаж. Баҫыуҙарҙа ниндәй ҡеүәтле техника эшләй, минерал ашламаға ҡытлыҡ әллә ҡасан онотолған, уҡыған агрономдар, фәнгә нигеҙләнеп, китапса игә игенде бөгөн, ә дәүләттең, ҡоролоҡ була ҡалһа, башҡа төрлө афәт килеп баҫһа тип ҡалдырған һаҡлыҡ ашлығы юҡ. Һөрөлмәгән, сәселмәгән ер ҡалмаған бит инде, ана, бөтә яландарҙа бешкән тос башаҡтар эйелеп ултыра. Кем ашай һуң йыйып алынған ул тиклем уңышты?
Обком секретарының төбәп Урал аръяғы райондарына китеп барыуы. Үҙе менән республика хөкүмәтенең яуаплы кешеләрен дә алған. Мәскәү ҡуйған талапты ул үҙе урындарға еткерергә, хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп баһаларға тейеш.
Хәйбулла сигендә ҡаршы алған Яҡупов менән юл буйында ятҡан “Аҡъяр”, “Маҡан”, “Хәйбулла” совхоздарында булдылар. Һәйбәт йылдарҙа 160 мең тонна иген тапшырған районда быйыл гектар ҡеүәте ҡайтыш ине.
– Орлоҡ, фураж... Ҡалғаны – дәүләткә! – Обком секретары бурысты шулай ҡыҫҡа һәм ҡатғи ҡуйҙы.
Ауыл хужалығындағы уңыштары өсөн былтыр Ғилман Ғирфан улының түшенә алтын йондоҙ ҡаҙағайнылар. Хеҙмәт Геройы исеме менән үҙенә ниндәй яуаплылыҡ алыуын бик яҡшы аңлай райком секретары. Хәҙер ул ғүмере буйы геройлығын халыҡ алдында ла, түрәләр ҡаршыһында ла иҫбатларға тейеш. Ошо рәүешле социалистик дәүләт, коммунистар партияһы уға мөһөр һуҡты. Ҡалайтһын:
– Тырышырбыҙ, – тип кенә яуаплай алды.
Баймаҡ ере...
– Анатолий Петрович Пономарев, – тип таныштырҙы үҙен “Йылайыр” совхозы етәксеһе.
– Керәшенме әллә? – Райком секретары Рәйес Имамовтан һуң ҡул биргән ҡыҫыҡ күҙле, ҡарағусҡыл йөҙлө ирҙе хатта башҡортҡа ла сығарып булмай ине, ә исеме христианса. Ҡалмыҡ әллә, тип уйлаһа ла, керәшенме, тип һораны Миҙхәт Зәкир улы.
– Юҡ, Дон казағы, – тине уныһы. Республика хужаһының йөҙөнән һорау китмәүен күреп, – Волгоград ауыл хужалығы институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса бында эшкә ебәргәйнеләр, – тип өҫтәне.
– Тихий Дон, тимәк... Мелехов та ҡарасман булған тип яҙа бит Шолохов, – шуның менән танышыу тамамланды. – Күпме иген тапшырырға уйлайһың? – Шакировтың йөҙөнә ҡырыҫлыҡ һәм етдилек ҡайтты.
– 31 мең тонна, тип торабыҙ...
– Тағы биш мең өҫтә...
– Э-э-э... Әгәр биш йыллыҡ пландың киләһе йылы иҫәбенә... – Пономарев һүҙен әйтеп бөтә алманы.
– Шарт ҡуйма!.. Ишеттең заданиены...
– Игендең байтаҡ өлөшө валда ята әле. Ярҙам булғанда әгәр...
– Владимир Леонидович, – обком секретары ауыл хужалығының етештереү һәм техника буйынса дәүләт комитеты рәйесе Воюшинға мөрәжәғәт итте. – Дим станцияһында платформаларҙа яңы комбайындар тора, ти инең. Нисәүһен бирә алаһың?
– 70-те ебәреп булыр...
– 50-не бир. Бөгөн үк составты Сибайға ҡыуһындар!
– Игенде элеваторға сығарырға ла ярҙам кәрәк ине...
– Ҡарале, һин...
– Анатолий Петрович, – республика хужаһына ярҙамға килде Имамов.
– Анатолий Петрович, төшөп ҡалғандарҙан түгелһең икән. СССР Совмины Электросталь ҡалаһынан 150 автомашина бүлгәйне уборкаға. Шулар килер бында, – Шакиров ҡара “Волга”һына ыңғайланы. Башҡалар ҙа йәһәтләп үҙ машиналарына ултырҙы.
Сосновка бүлексәһе баҫыуына боролдолар.
Ҡояшлы һил август көнө. Аллаһы Тәғәлә, бәрәкәт бына ошолай була, тигәндәй сағыу буяуын да, нурын да, ер, һуғылған ашлыҡ еҫтәре ҡушылған саф һауаһын да, хатта һабан турғайының быйылғы һуңғы йырын да йәлләмәгәйне. Был илаһилыҡты, донъялыҡтың ғажиб ошо мәлен ҡайҙан тәҡәт, көс алып кисерәлер әҙәми зат, аҡылын зәғифләмәй тыныс ҡына күңеленән үткәрәлер – тағы бер ҙур сер. Диндар, фанилыҡтың хозурлығын татырға насип ҡылған өсөн Хоҙай Тәғәләгә мең-мең рәхмәттәрен яуҙырып, доғаларын уҡыр ине, ә атеист совет кешеһе бынан мәхрүм, ул Раббыһы алдында игелекле була белмәй, шуға ла аңғармаҫтан ашҡынып киткән йөрәген шайтан һыуы менән баҫа. “Погода так и шепчет: займи, но выпей”, – ти ул заман телендә, аҡланып.
Өс комбайн, оҙон суҡыштарын күккә сөйгән торна шикелле һары хәтфәлә тынып ҡалған. Үҙҙәренә табан ыңғайлаған эреле-ваҡлы машиналарҙы күргән комбайнерҙар алдарындағы шешәне, ҡабымлыҡ ризыҡты һалам аҫтына тыға һалды ла ултырған ерҙән аяғөҫтө баҫты.
– Шәпмеһегеҙ сиҙәм геройҙары! – Ярандары, ыбыр-сыбыр түрәләр менән ҡаты һөйләшкән Шакиров игенселәргә ихлас йөҙҙән ирәбе өндәште. – Ҡыҙыу уборка мәлендә нишләп былайтып ултырыуығыҙ, иптәштәр?
– Коммунис булһаҡ ултырмаҫ инек... Бункер аҫтынан иген зыйлап токка китеп кенә торор ине. Ана, Яхин бер минутҡа ла туҡтамай, бештерә генә... Орден ала инде эше улай хутҡа киткәс, – бәләкәй буйлы, һәленеп торған танаулы ир, ҡылый күҙе менән һөҙөп ҡарап, ҡулдарын һелтәй-һелтәй алға сыҡты.
– Шаяхметов, юҡ-бар һөйләмә, – совхоздың профсоюз комитеты рәйесе Хәмдиә Әхтәмова комбайнерҙы тыйырға теләне. – Яндырайлығыңды беләбеҙ... Миҙхәт Зәкирович алдында оят бит.
– Әлләгем булмағайы... Дөрөҫө шул! Нишләй, оҡшамаймы әллә? – ир ҡуйырҙан ҡуйманы.
Ауыр хәлдән Пономарев ҡотҡарҙы.
– Машиналар етмәүҙең ҡасафаты, Миҙхәт Зәкирович. Тулы бункер менән комбайындар шулай торорға мәжбүр, – тип хәлде аңлатты.
Шаяхметов тигәндәре, Ҡарамалы бүлексәһенә ҡараған Яңғаҙы ауылынан бында ярҙамға ебәрелгән Абдулхаҡ исемле ҡырҡ ике йәшлек ир ине. Иптәштәренең аҙаҡтан, Шакировты ороштороп ташланың бит, әй, тиеүҙәренә ул ышанманы. Район кешеһе, Имамовтың ярҙамсыһы ине бит ул, тип талашты. Мазһар күршеһе, тәмәке төрөү өсөн шаҡмаҡлап бөкләнгән кеҫәһендәге гәзитте яҙып, республика хужаһының фотоһүрәтен күрһәткәс, ныҡ бошондо. Былай булғас, хәҙер милиция килеп етә инде ҡулға алырға, тине лә бая башлаған араҡыны тиҙерәк төпләп ҡуйырға ашыҡтырҙы иптәштәрен. Ул яртыны пенсионер Әхмәт алып килгәйне, хаҡына өс тоҡ иген вәғәҙәләп ҡалғайнылар.
Ә был ваҡытта түрәләрҙең ғәме башҡараҡ ине.
– Был Пономаревың үҙенә күрә түгел дә баһа. Ундай кадрҙар аяҡ аҫтында ятмай. Номенклатура исемлегенә теркәп ҡуй. Делоһын обкомға ебәр, партия эшенә алырға кәрәк уны. Ә крәҫтиәндәрҙе... Хәйер, дәүләт техникаһында аҡса һуҡҡан кеше ниндәй крәҫтиән булһын инде ул. Пролетарий, тиһәң дөрөҫкә сығыр. Дөйөм эш, икмәк битваһы өсөн яныуҙан ҡысҡырмай бит ул, ә выработка сыҡмай, аҡса аҙ яҙыла, тип ғауғалай. Ярһытырға ярамай уларҙы... Хоҡуҡтары киң хәҙер пролетарийҙың... Партия үҙе ирекләгәс ней... – Хушлашҡанда Шакиров, Имамовҡа һуңғы бойороҡтарын биреп, шулай фәлсәфә һатып алды.
14
“...Перспективный план должен учитывать и такую благоприятную для нас особенность современной международной обстановки, как широкое развитие международного разделения труда и в первую очередь – экономической интеграции социалистических стран.
Таковы некоторые соображения относительно разработки плана развития экономики СССР до 1990 года. Претворяя этот план в жизнь, мы должны поднять благосостояние советского народа на такую высоту, которая наглядно покажет всем, даже самым закоренелым скептикам, возможности и преимущества нашего строя во всех сферах общественной жизни. Вот, товарищи, цели, к которым мы идем. Вот горизонты, которые раскрываются перед первой в мире страной победившего социализма. Так шагает вперед Союз Советских Социалистических Республик, пятидесятилетие которого мы с вами отмечаем сегодня...”
– Әсәй, Рәсим ағай алйотмо әллә? Бырыжнывты ҡарап тик ултырасы... Икенсе каналда мултфилым башлана бит хәҙер... – Рөстәм, телевизор өсөн талашта ағаһын еңә алмағас, илай яҙып, алғы яҡҡа сыҡты. Уның артынан Зәлиә менән Зарифа , Илшат эйәрҙе . Улар ҙа әкиәт ҡыҙығын күрергә бик теләй.
– Ҡуйсы, улым, уны ни тип ҡарайһың, ысынлап та. Һүҙҙе ни улар күп һөйләй инде... Һәр береһен тыңлай башлаһаң... – Гөлйыһан да өнәмәй өлкән улының шулай юҡ-барға ылығыуын.
– Туҡтағыҙ әле, хәҙер бөтә инде һөйләп... Коммунизм ҡасан булырын әйтерме икән... – Рәсим, сырайын һытып, өй эсе менән уға ябырылыусыларға ҡаршы торорға маташа.
– Атаң камунизимын көтөп ала алмай үлеп киткәйне. Инде һиңә ҡалдымы? – Әсә кеше асыуланғандай итте.
– Әй, ҡарағыҙ ҙа шул мулти-пултигеҙҙе, – ҡул һелтәне лә, урынынан тороп китте Рәсим. – Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә туҡһанынсы йылда миңә нисә йәш була? Егерме һигеҙ... Шул ваҡытҡа тиклем уже вис план ҡорабыҙ, ти Брежнев. Тыңлатып бөтөрмәнегеҙ!.. – Үсегеп тышҡа сығып китте малай.
Бер аҙҙан саңғыһын тотоп кире килеп инде. Ҡайышы бушағайны кисә тау шыуғанда, шуны ипләргә ултырҙы мейес алдына.
Ҡыш үҙенең ҡарлы бурандары, утын-бесән наҡыҫлығы ыҙаһы менән үтеп китте. Яҙ!.. Сағыу ҡояш ҡарҙы, һыйыр теле ялағандай, күҙгә күренеп ашай. Урамда малайҙар күңелле сылтыраған гөрләүектәр юлын быуып, иреккә ашҡынған яҙ һыуын туҡтатыуҙан ҡыҙыҡ таба, туҙ караптар йөҙҙөрә, лысма һыуланғансы өйҙәренә ҡайтып инмәй.
– Атайымды гәзиткә яҙғандар, сәсеүгә тырманы иң күп йүнәтеүсе, тигәндәр. Вәт, – Марат, бейәләйен һығып кейгән арала, маһайып алды шулай.
– Ҡасы-ы-ығыҙ... – әсе тауыш юлдан ситкә ташланырға мәжбүр итте дуҫтарҙы.
Шәп килгән «Беларус» ярайһы ҙурайған ҡар быуаһын сәсрәтеп тапап үтте. Йыйылған һыу, тулҡындарын күңелле уйнатып, урам иңкеүенә гөрләп ағып китте. Уның артынан бер өйөр малай өнһөҙ ҡарап ҡалды. Яҙғы ҡояшҡа тутланған йөҙҙәрҙә – бала саҡ ғәме: ошонда, ошо мәлдә йәшәй улар, зиһендәрен үткәндәр ҙә, киләсәк тә ағыуламай, йән самимилығы йыһандың сикһеҙлеген үҙ эсенә алған. Ул киң һәм төпһөҙ.
– Ошо йүнһеҙҙәргә нигеҙ буйын ҡарҙан көрәргә ҡушһаң, илла эшләмәҫтәр ине. Урам буйында һуйҙаңлап йөрөргә, быуа быуам тип, буштан-бушҡа ниһайәһеҙ ҡар ташырға тиһәң, пажалыста... Әрәмтамаҡтар!.. – Ерҙең ошо бәләкәй генә бер осмот мөйөшөнә күҙ асып йомған арауыҡҡа ғына төшкән илаһи камиллыҡ, йәм юҡҡа сыҡты, магазиндан ҡайтып килгән Мәхмүзә әбей, малайҙарҙы әрләп, таяғы менән янаны.
– Мәхмүз, Мәхмүз, мүкләнгән ҡарбуз, – төрлө яҡҡа һибелгән малайҙар шулай һамаҡланы.
– Таныным бөтәгеҙҙе лә, әсәйегеҙгә әйтеп, арт һабағы уҡыттырам мин һеҙгә, – тип ҡысҡырып ҡалды әбей улар артынан.
Марат үҙ ҡапҡаһына боролоп, икәүһе генә ҡалғас, Венер:
– Минең уйлауымса, коммунизм тураһында хыялланырға әле иртә. Империализм, эшсәндәрҙең елек майын һурып, ныҡ көсәйгән. Бөтә донъя йөҙөнөң пролетарийҙары берләшмәй тороп, коммунизм булмаясаҡ. Ленин әйткән бит: "Коммунизм невозможен в отдельно взятой стране”.
– Һин уларҙы ҡайҙан беләһе?
– Һуң, ниндәй гәзитте алһаң да, иң өҫтә: “Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тип яҙылған да баһа. “Коммунизм невозможен в отдельно взятой стране. В.И. Ленин”, тип клубта ҡыҙыл сепрәккә аҡ буяу менән төшөрөп ҡуйғандар. Кинаға барғанда шуны ла уҡымайһыңмы ни?
– Үҙең импиралис, тип һөйләйһең, үҙең тағы пралитарий, тиһең...
– Клубта империализ тураһында ла яҙылған. Икенсе барһаң уҡып ҡара үҙең...
Иң яҡын дуҫы булһа ла, Марат менән аҡыллы һүҙ һөйләшмәй Рәсим. Уның менән урам буйлап ҡыҙырыуы, юҡ-бар тураһында ғәп һатыуы, шуҡ эштәр ҡылыуы күңелле. Ололарҙан, Юлай менән Азамат ағаларынан ишеткән ғәләмәттәрҙе һөйләй башлаһа, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй тыңлай. Ә Венер, китап уҡығас, күп нәмәне аңлатып бирә ала, башы ғәләмәт шәп эшләй. Хәҙер коммунизм тураһында һөйләшеп йөрөйҙәр, уның ҡасан булырын белгеләре килә.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.