Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Май 2023, 15:35

Тынмаһын гармун моңо!

Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, һуңғы йылдар­ҙа, шағир әйтмешләй, күп ауыл­дарҙа “телһеҙ ҡалған гармундар...” йәғни гармунсылар ҡалмаған. Ошоно иҫәпкә алып, Йәнтеш ауылы клубында гармун серҙәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған. Ә һеҙҙә гармунда уйнайҙармы? 

Тынмаһын гармун моңо!Тынмаһын гармун моңо!
Тынмаһын гармун моңо!

Эйе, гармун – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарының береһе. Башҡортостандың һәр төбәгендә элек-электән киске уйындарҙа, һабантуйҙарҙа, байрам сараларында гармун тауышы яңғыраған. Элек-электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған. Һәр ауылдың үҙенә генә хас билдәле гармунсылары булған. Ҡунаҡ һәм туйҙарҙа оҫта гармунсы­ларға хөрмәт күрһәтелеп, уларға алдан уҡ сират теҙелгән. Ауыл кистәрен гармунһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмаған, клубта, мәктәптә гармундар ултырған, теләгән һәр кем был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән. Һуғыш ваҡытында гармун тарта белеүсе гармун ҡәҙәр генә бәләкәй малай, ауылда, иң ҡәҙерле зат булған. Иң ауыр ҙа, иң ҡараңғы көндәрҙә лә халыҡ гармундан айырылмаған. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, һуңғы йылдар­ҙа, шағир әйтмешләй, күп ауыл­дарҙа “телһеҙ ҡалған гармундар...” йәғни гармунсылар ҡалмаған. Ошоно иҫәпкә алып, Йәнтеш ауылы клубында гармун серҙәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған.

"Хәйбулла хәбәрҙәре"

Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Автор:
Читайте нас