Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Май 2023, 08:10

Азат Йыһаншин тыуған көнөн билдәләй

Азат Надир улын ғүмер байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Азат  Йыһаншин тыуған көнөн билдәләй
Азат Йыһаншин тыуған көнөн билдәләй

 

Азат Надир улы Йыһаншин  1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡый, шул йылдарҙа уҡ йырлай, гитарала уйнай.

1990—1994 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында һөнәри белем ала. Институттан һуң ул Стәрлетамаҡ театраль берләшмәһенә эшкә саҡырыла. Ошо уҡ йылда Азат «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштора һәм үҙе вокалист булараҡ сығыш яһай башлай[1]. Йәштәр араһында бик популяр була. 1995 йылда А. Йыһаншин Милли йәштәр театрына күсә. Мостай Кәримдең «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Илеш роле һәм юғары актёрлыҡ оҫталығы өсөн 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге премияһына лайыҡ була[1].

1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Академтеатрҙа эшләгән осорҙа ул иң билдәле актёрҙарҙың береһе була. 2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме бирелә.

2008 йылдан Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, башта — ҡуйыусы режиссёр (2009 йылдан), һуңынан — (2012 йылдан) театрҙың художество етәксеһе вазифаларында. Ошо уҡ ваҡытта Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Е. Вахтангов исемендәге Дәүләт театре ҡарамағындағы Б. Щукин исемендәге театраль институтының режиссёрлыҡ бүлегендә уҡый[1].

2014 йылда бик ҡыҫҡа ваҡыт (15 июлдән 1 декабргә тиклем) Салауат башҡорт дәүләт драма театрында директор булып эшләй.

2014 йылдың декабренән — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры[2].

2020 йылдың 1 сентябрендә Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде[3].

Фото: kinomania.ru

Автор:
Читайте нас