Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
15 Май 2023, 03:10

Юбилейығыҙ менән, Тансулпан Даһи ҡыҙы!

Халҡыбыҙҙың яратҡан артисын оло юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Юбилейығыҙ менән, Тансулпан Даһи ҡыҙы!Юбилейығыҙ менән, Тансулпан Даһи ҡыҙы!
Юбилейығыҙ менән, Тансулпан Даһи ҡыҙы!

Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.

Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева 1953 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ыныңДәүләкән ҡалаһында тыуған;

1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын(хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай. Рафаэль Әйүпов курсында уҡый;

1974 — 2005 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындаэшләй;

2005 — 2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрыныңхудожество етәксеһе;

1984 йылдан — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһындауҡытыусы;

2001 йылдан — режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире.

Ролдәре

  • Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә»)
  • Айһылыу (И. Абдуллин, «Айһылыуҙың айлы кистәре»)
  • Илона Альгрен (Х. Вуолийоки, «Ят йондоҙ» — «Женщины Нискавуори»)
  • Аҡйондоҙ, Мария Тереза (М. Кәрим — Р. Исрафилов «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Ярлыҡау»)
  • Гөл (М. Садиҡова, «Бергенәм, гөлгөнәм»)
  • Диләфрүз (Т.Миңнуллин, «Диләфрүзгә дүрт кейәү»)
  • Ольга Прозорова (А. П. Чехов, «Апалы-һеңлеле өсәү»)
  • Филумена Мартурано (Э. де Филиппо, «Илай белмәгән ҡатын»)
  • Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, «Һәҙиә») һәм башҡалар.

Был персонаждарҙа һуңғы тиҫтә йылдарҙа башҡорт сәнғәтендә кешелеклек йүнәлешенең артабан үҫешенә туранан-тура бәйле булған принципиаль үҙгәрештәр сағылыш тапты.

Кинола

  • «Визит» (ҡыҫҡа метажлы) — Режиссёры Булат Йосопов, 2013[1].
  • «На заре туманной юности» — Режиссёры Василий Панин. Производство: РитмМосфильм, Асе-Видео, 1997[2].
  • «Русский роман» / «Russian Romance» — режиссёры Владимир Македонский. Производство: РәсәйСловакияГермания: Infafilm (Мюнхен) / WN Danubius Film (Братислава) / Экран (Останкино), 1993, 2 сериялы[3].
  • «Алтын атлы һыбайлы»(Всадник на золотом коне): Гөлбикә — Режиссёры Василий Журавлёв, «Мосфильм» киностудияһы, 1980[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының идара ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы(1981).

Автор:
Читайте нас