+21 °С
Болотло


Ғафаров Алмас - етәксеһе, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Ихсанов Рәмил - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
1991 йылдың майында Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов "Ант" фолк-рок төркөмөн ойошторалар. Дуэттың тәүге концерты Башҡортостан Республиканың Ишембай районы Әхмәр ауылында уҙа. 1994 йылда "Ант" төркөмө «Эхо-шоу» республика фестивалендә беренсе урынды ала. 1997 йылда Красноярскиҙа Бөтә Рәсәй художество коллективтары һәм башҡарыусылары конкурсында Гран-при яулай.