- Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылдың 21 майында БАССР-ҙың Баймаҡ районы1-се Этҡол ауылында тыуған.
- Сибай педагогия училищеһын (1968), ситтән тороп уҡыу дәүләт сәнғәт университетын (Мәскәү, 1969), Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1973), Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын(1999) тамамлаған.
- 1983 йылдан Сибай мәктәп-интернатында, 1996—2010 йылдарҙа Сибай педагогия колледжының баян һәм музыкала компьютер технологиялары класында уҡытыусы була.
- Тыуған яғына, мөхәбәткә бағышланған ике йөҙҙән ашыу йыр авторы: «Ҡоштар китә», «Тирмән быуалары» (Р.Сурағол һүҙ.), «Төштәремә инһәң» (Р. Ураҡсина һүҙ.), һ.б.
- Йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Фәнис Сирбаев, Й. Нәҙершин, Гөлсөм Бикбулатова башҡара.
- Сибай «Сулпан» балалар драма театрындаҡуйылған З. Фәйзуллинаның «Шалтай мажаралары», В. Н. Афониндың «Һәпрүш», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектаклдәренә көй яҙған.
- Республика һәм район гәзиттәрендә донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы.
Ҡатыны Айһылыу Солтан ҡыҙы менән 10 бала үҫтереп, бөтәһенә лә музыкаль белем бирәләр.
2015 йылдың 4 октябрендә Сибай ҡалаһында үлеп ҡала[1].
Башҡорт Википедияһынан.
Фото: Бәйләнештә.