Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
24 Май 2023, 02:40

Хәмдүнә Тимерғәлиеваға 74 йәш тулған булыр ине

Ғүмеремде сәхнәгә бағышланым, ғаилә ҡорорға ваҡыт булманы, тип һөйләүҙе, ғөмүмән, ҡабул итмәйем. Ул дөрөҫ һүҙ түгел. Бына мин яңғыҙ, ләкин ул сәхнәгә бәйле яңғыҙлыҡ түгел. Тормошомда шулай килеп сыҡты.

Хәмдүнә Тимерғәлиеваға 74 йәш тулған булыр инеХәмдүнә Тимерғәлиеваға 74 йәш тулған булыр ине
Хәмдүнә Тимерғәлиеваға 74 йәш тулған булыр ине

Халыҡ уны тура һүҙле булыуы, фекерен өҙҙөрөп әйтеүе, энергияһы, дәрте өсөн яратты

Яратҡан йырсыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева тура әйтеүе менән ихтирамыбыҙҙы, яратыуыбыҙҙы яулап алды. "Сәхнә кешеһен ижады ғына түгел, ғәйбәт тә күтәрә. Һәр хәлдә, күптәр үҙҙәрен нәҡ бына шул юл менән танытырға тырыша". Ошо һәм башҡа һорауҙарға фекерҙәре менән уртаҡлаша йырсы.


– Ғәйбәт яҡшы нәмә түгел. Үҙем дә интектем унан. Мин – яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән кеше. Атай мәҙрәсәлә уҡыған, туғандарым да төшөп ҡалғандарҙан булманы. Ағайым урман хужалығы етәксеһе булып эшләне. Бер апайым орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Беҙ – тәрбиәле нәҫел. Үҙем халыҡ алдында булдым, ғүмерем йырлап үтте. Бер көндө берәү Инстаграмда «намаҙға ултырырға ваҡыт, ул ғәрип» тип яҙғандар. Шуға яуап бирәйем әле. Беренсенән, нәҫелебеҙҙә ғәрип булғаны юҡ, минең дә дүрт һаным теүәл. 51 йылдан ашыу йырлаған йырым – үҙе намаҙ кеүек ул. Атай – доғалы кеше, мин иһә ваҡыты етмәйенсә ултырмайым. Уны еренә еткереп, күңелең менән бирелеп эшләргә кәрәк. Кеше алдында яулыҡ бәйләп, «показуха» менән шөғөлләнеүселәрҙе енем һөймәй. Иман, Аллаһы Тәғәлә – йөрәгемдә. Социаль селтәрҙәрҙә булыу-булмауға килгәндә, мин уға энекәшем Илһам Шәриф килгәндә генә күҙ һалам. Үҙем ябай, төймәле кеҫә телефонынан ҡулланам, - ти йырсы.


"Виртуаль донъяны үҙемә кәрәк тип һанамайым, сөнки унда бысраҡ күп, ғәйбәт күп. Ысын тормошта йәшәүгә, телефондан аралашмайынса, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшыүгә бер нәмә лә етмәй", - тип белдерә Хәмдүнә апай.


Ә сәхнә шәхси тормышҡа нисек тәьҫир итә тигән һорауға, ул былай ти: "Сәхнәнең шәхси тормошҡа бер ниндәй ҡатнашлығы юҡ. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Ғүмеремде сәхнәгә бағышланым, ғаилә ҡорорға ваҡыт булманы, тип һөйләүҙе, ғөмүмән, ҡабул итмәйем. Ул дөрөҫ һүҙ түгел. Бына мин яңғыҙ, ләкин ул сәхнәгә бәйле яңғыҙлыҡ түгел. Тормошомда шулай килеп сыҡты. Уны мин генә сисәм, минең генә эшем ул. Унда бер кешенең дә эше юҡ!".


Бер нисә йыл элек биргән әңгәмәлә йырсы: «Мин тормоштан ҡәнәғәт түгел», – тигәйне. Был һүҙ нимәгә бәйле икән?
– Мин бер ҡасан да ҡәнәғәт түгел. Ҡәнәғәт булһаң, тере мәйет булырға кәрәк. Был һүҙ үҙеңә яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн әйтелде.


Шул уҡ әңгәмәлә: «Хәйерсе булып тыуғанмын, хәйерсе булып үләсәкмен», – тип тә әйткәнһегеҙ…
– Ни өсөн әйтәм шул һүҙҙәрҙе, сөнки Рәсәйҙең мин сығыш яһамаған бер ҡалаһы ла ҡалманы тип әйтер инем, Владивосток, Камчатка, Мурманскиҙа булманым. Урта Азияны алһаҡ, Үзбәкстанды һигеҙ мәртәбә урап сыҡтым. Бөтә Рәсәйҙе гиҙҙем. Башҡорт-татарҙар йәшәгән ауыл-ҡалаларҙы йәйәүләп үттем тиһәң дә, хата булмаҫ. Эшләгән дәүеремдә ҡаршылыҡтар күп булды, эш хаҡын түләмәнеләр. Бер концерттан 6 һум 50 тин ала инем. Был – бер айға ашарға ла етмәй торған бик түбән хеҙмәт хаҡы. Шуға күрә, хәйерсе булып йәшәнем, тинем. Ярай әле ҡайһы бер ауылдарҙа мине хөрмәт иткән, ижадымды яратҡан колхоз рәйестәре бар ине. Шулар итен, башҡа ризыҡтарын тейәп ебәргәнгә, теге алты һумға сәхнә кейемдәре тектерә инем. Бына ошондай төплө етәкселәр ярҙамы менән хәҙерге тормошҡа ирешкәнмендер, Хәмдүнә булараҡ танылғанмындыр мин. Хәҙерге тормошта иһә Ельцин үҙгәрештәренән һуң артистарҙың тормошо аҙыраҡ үҙгәрҙе. Үҙеңә эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Мин дә шул ваҡытта бер аҙ хәл алдым.

Фото: Бәйләнештә.

Архив.

Автор:
Читайте нас