Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Май 2023, 12:45

Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл

Башҡорт сәнғәтендә тотош бер дәүерҙе күҙ алдына килтерер йырҙар бар. Яҙылыуына тиҫтә йылдар үтеп китһә лә, улар халыҡ күңелендә йәшәй бирә, һәр быуын уны үҙе өсөн яңынан аса бара. Заманабыҙҙың мәшһүр композиторы Шамил Ҡолбарисовтың «Йәнбикә» йыры ана шундайҙарҙан булды.

Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл
Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына - 100 йыл

Ҡолбарисов Шамил Зөфәр улы (23 май 1923 йыл — 30 сентябрь 2004 йыл) — башҡорт композиторы, йырсы (баритон) һәм режиссёр. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.

Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов   Өфө губернаһы Өфө кантонының Нөрлө ауылында (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) тыуа.  1945 йылда Башҡортостан музыка училищеһына инә һәм Н. А. Караулова класы буйынса 1948 йылда уҡып бөтә.

1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү  консерваторияһын вокал (педагогтар С. Н. Стрельцов, В. Ф. Карин), композиция (педагог Е. О. Месснер) специальностары буйынса тамамлай.

1952 йылдан  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының  солисы һәм  режиссёры булып эшләй. Шамил Ҡолбарисов 50-нән ашыу опера партияһын башҡара.   1968 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында солист һәм режиссёр, 1974 йылдан художество етәксеһе булып эшләй. Филармонияның 70-тән ашыу концерт программаһының режиссёры була. 1978—1989 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире.  1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

Шамил Зөфәр улы — «Бер ҡабынһа ғишыҡ уты» (Ш. Бикҡол  һәм Ш. Ҡолбарисов либреттоһы, 1965 йыл ҡуйыла), «Гөлсибәрҙең һөйгәне» (Н. Асанбаев либреттоһы, 1983) тигән оперетталар, симфоник оркестр өсөн «Байрам увертюраһы» (1982), «Халыҡҡа дан» кантатаһы (1952), Ш. Бикҡол шиғырына «Урал» хор поэмаһы (1953), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 100-ләгән йыр һәм романс,  Башҡортостандың театрҙарында ҡуйылған  40-тан ашыу спектакль музыкаһы авторы. 

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: