Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Май 2023, 20:00

ЯҢЫ ӨМӨТТӘР МЕНӘН АЯҠ БАҪАМ ЯҢЫ ҮРГӘ

Залдағы тамашасыларҙың да төрлөһө бар, шул тиклем бирелеп ҡарағандары бар - улар ҙа көстө ала. Бәләкәй сәхнәлә уйнағанда тамашасы ныҡ яҡын ултыра, унда ысынлап та хәл бөтә.

ЯҢЫ ӨМӨТТӘР МЕНӘН АЯҠ БАҪАМ ЯҢЫ ҮРГӘ
ЯҢЫ ӨМӨТТӘР МЕНӘН АЯҠ БАҪАМ ЯҢЫ ҮРГӘ

Юҡҡа ғына Нәғим тигән исем "муллыҡ, именлек, бәхет, байлыҡ" тигәнде аңлатмай икән. Уңыш, дан-шөһрәт, тамашасы һөйөүе уның артынан үҙе эйәреп йөрөй, ул бары сәхнәлә рәхәтләнеп уйнай ғына. Ошо арала күркәм генә юбилейын билдәләүсе, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИН менән уның ижадына бер аҙ байҡау яһап, театр сәнғәте тип аталған мөғжизәүи донъя тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Нәғим ағай, ошо арала матур ғына юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ, сәхнәлә бабайҙарҙы уйнай башланығыҙмы әле?

- Башланым, бына "Аҡмулла" (З. Бураҡаева) спектаклендә уның атаһы Камалетдинды уйнайым. "Хужа Насретдин мажаралары"нда (Л. Соловьев, В. Виткович) бик үк оло булмаһа ла, барыбер бабай роле. З. Биишеваның "Мөхәббәт һәм нәфрәт" спектаклендәге Юламан ҡартты яратам. Театрҙы ла бит төрлө быуын актерҙары тотоп тора. Хәҙер ошо дәрәжәгә лә еттек, Аллаға шөкөр, Башҡортостандың халыҡ артистары - Мәғәфүр Усманов, Илсур Хәбиров, Венер Камалов, Зифа Дәүләтбаевалар - беҙ хәҙер оло быуын иҫәпләнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, "Диләфрүзгә дүрт кейәү"ҙә (Т. Миңнуллин) 16-17 йәшлек егетте, Амурҙы уйнап йөрөйөм һаман. Ниндәй генә роль булманы - этен дә, бесәйен дә, ҡошон да, ҡуянын да уйнаным, тигәндәй. Быйыл театр 33-сө ижад миҙгелен ябырға әҙерләнә, беҙ ҙә театрҙа шунса ваҡыт хеҙмәт итәбеҙ. Заманында мине үҙенә саҡырмаған театр ҡалманы. Камал театры ла, һинең юмор беҙҙеңсә, тип, мине үҙенә алырға тырышты. Әммә мин ошо театрға ереккәнмен. Беренсенән, холҡом шулай - йән-яҡҡа ташланып йәшәй торған кеше түгелмен. Икенсенән, театрҙың беренсе көнөнән эшләгәс, беҙ уның тәүге битенә яҙылғанбыҙ инде. Коллектив матур, театрыбыҙ матур, ошо театрҙың тарихы инде беҙ. Йәштәр театрынан китеү - уға хыянат итеү һымаҡ миңә. Театр һиңә дан килтермәй ул, актер үҙе театрға танылыу һәм абруй килтерә ала. Эшләгәс, бер ерҙә яҡшы итеп эшләргә кәрәк, тигән фекерҙәмен.
Юбилейға килгәндә, мин тыуған көндәрҙе яратмайым. Дөрөҫөрәге, үҙемә иғтибар яратмайым. Ә бына сәхнәне яратам. Сәхнәнән төшһәм, кеше күҙенә күренмәҫкә, башҡаларға бәлә һалмаҫҡа тырышам. Сәхнәлә инде бар донъямды онотам.

Тормошта бөтөнләй башҡа булған кеше сәхнәлә нисек икенсегә әүерелә ала һуң? Актерлыҡ һөнәренең төп асылымы был?

- Был тап артисҡа хас һыҙат. Әгәр һин ысынлап та сәхнә кешеһе булһаң, ул һинең бөтөн донъяңды оноттора ала. Үҙең булыуҙан туҡтайһың бер мәлгә, геройыңдың тормошо менән йәшәп алаһың. Сәхнәнән төшкәндә инде күңелең бушай, ҡайтҡас, 1-2 сәғәттән хәл инә башлай. Залдағы тамашасыларҙың да төрлөһө бар, шул тиклем бирелеп ҡарағандары бар - улар ҙа көстө ала. Бәләкәй сәхнәлә уйнағанда тамашасы ныҡ яҡын ултыра, унда ысынлап та хәл бөтә. Унан һуң, сағыштырып ҡараһаң, беҙҙең халыҡ хислерәк. Башҡорт йырҙары, мәҫәлән, моңлораҡ. Башҡорт бейеүенә лә ана шул эстәге хисеңде ҡушып бейегәнгә лә һәр хәрәкәттән моң тамған кеүек. Башҡорт театры ла йәнлерәк, беҙҙең уйнауыбыҙ ул йөрәктән сыға, беҙҙекен ҡарауы ҡыҙығыраҡ. Башҡорт театры - ул терерәк, унда эмоция, хис-тойғо күберәк, ә театр ул тере сәнғәт.

Йәштәр бөгөн актер һөнәренең асылын аңлап киләме театрға?

- Бөгөнгө йәш актерҙар башҡараҡ түгел, улар замансараҡ. Ә театр, сәхнә ул һәр заманда ла шул килеш ҡала. Уны нисек кенә борорға маташма, ниндәй генә режиссер килмәһен, ниндәй генә яңылыҡтар индереп ҡарамаһын, артист - артист, сәхнә - сәхнә булып ҡала. Ни тиһәң дә, кеше бит ул, ролдәрҙе кеше тыуҙыра. Образды интернеттан алып булмай, ул йә бар, йә юҡ. Әйтәләр бит, талант йә бирелә, йә бирелмәй.

Һеҙ кинола ла уңыш яулаған актер, кинола уйнап, танһығығыҙ ҡанғанмы?

- Кинола күп уйнаным, төп ролдәр ҙә булды. Ролем өсөн сит илдәрҙә лә приздар алдым. Әммә кино сәнғәте театрҙан ныҡ айырыла. Кинола уйнап, танһығыңды ҡандырып булмай. Унда, әйтәйек, һауа торошона ҡарап, башта фильмдың финалын төшөрөргә мөмкин. Йәғни, тулылыҡ, бөтөнлөк юҡ. Ә сәхнәлә спектаклде башлап ебәрәһең, яйлап образға инеп китәһең, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йөрөп, уның юғары нөктәһен кисереп, финалға етәһең. Шунан ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғолары кисерәһең. Актер өсөн ошо хистәр ныҡ мөһим. Кино минең өсөн түгел, уны үҙ итә алманым. Шуға хәҙер киноға төшөүҙән баш тартам, былтыр йәй ике Мәскәү фильмына саҡырғайнылар, риза булманым.

Булат Йосоповтың "Сөмбөлдөң етенсе йәйе"ндәге Таһир Юлдашев ролендә һеҙ актер булараҡ бөтөнләй башҡа яҡтан асылдығыҙ...

- Минең өсөн ауыр роль булды ул. Заманында уны фестивалдәргә күп йөрөттөләр, Төркиәлә "Иң яҡшы ир-егет роле" призын да алғайным.
Роль эшләһәм, сәхнәләме ул, киноламы, уның айышына төшөнөргә тырышам. Сәхнәгә сығып, һүҙ һөйләһәң, ул берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел. Ул һүҙҙең артында мәғәнә ятырға тейеш. Әйтәйек, мин сәхнәлә Нәғим Нурғәлинды уйнайым икән, ти. Тимәк, артист белергә тейеш, ул Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған, бәләкәйҙән шуҡ булған, күршеләрен, әбейҙәрҙе-бабайҙарҙы, уҡытыусыларын йонсотҡан. Шулай-шулай булған да, артист булып киткән. Образдың характеры булмай тороп, яҙылған материалды бөгөнгө көн менән генә уйнаһаң, уның ҡыҙығы юҡ. Һинең, актер булараҡ, төптән, тәрәндән нигеҙең булырға тейеш. Шуға ла кинола ла ныҡ соҡона торғайным. Ә Юлдашев тураһында мәғлүмәт әҙ генә бирелгән. Уйлап, байытып, образды үҙемсә эшләп алдым. Таһир шундай кеше, уға карьера ла түгел, ә совет власы ваҡытындағы үҙенең табынған идеялары хатта ғаиләһенән, балаларынан өҫтөнөрәк булған. Ул минең тәбиғәтемә ҡапма-ҡаршы булған роль ине. Ә артист өсөн үҙеңде һындырыуы ауыр. Шуныһы менән хәтерҙә ҡалды ла тамашасының. Юғиһә, артист, теләйме ул, юҡмы, бер ҡалыпҡа һалына барыбер.

Бөгөнгө юғарылыҡтан ҡарағанда, ижади, шәхси тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?

- Ҡәнәғәтмен, шөкөр. Балалар үҫеп, үҙҙәренең юлын, тәғәйенләнешен тапты. Улыбыҙ актер һөнәрен үҙләштереп, театрҙа эшләп ҡараны ла, ир кеше өсөн башҡараҡ шөғөлдәр бар, тип, китте, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙыбыҙ журналист, хәҙер инде ейәндәр уңыштары менән ҡыуандыра.
Һөнәргә килгәндә, күп эшләнем, әле лә ролһеҙ ултырмайым. Төрлө режиссерҙар менән эшләргә мөмкинлек булды. Хәҙерге йәш актерҙарға ошо етешмәй тип уйлайым, һәр режиссер бит актерҙы үҙенсә аса, үҫтерә. Кинола ла күп төштөм. Хәҙер олпатланылды инде. Аҙымыңды йәшеңә ҡарап баҫаһың. Эстәге шул уҡ шуҡ Нәғим тыпырсынып сығып киткәндә лә тыштағы ошо йәшкә еткән Нәғим: "Әҙерәк кенә туҡтап тор", - тип туҡтата. Олпатлыҡ бар, тәжрибә бар. Тәжрибә, ысынлап та, йылдар менән килә икән ул. Яңы ролдәр, яңы өмөттәр менән сираттағы үргә аяҡ баҫам, шөкөр.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

 

Автор:
Читайте нас: