Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2023, 16:40

Йырла әле, Вилдан!

11 йәшлек сағында уҡ Вилдан Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров призына район конкурсында «Әсәй мине таңдан уят әле» йыры менән беренсе урынға лайыҡ була. Әммә яҡты өмөттәр менән киләсәктә ҙур йырсы булырға йыйынған малайҙың тормошонда, аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, ҡурҡыныс ваҡиға була.

Йырла әле, Вилдан!
Йырла әле, Вилдан!

Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Вилдан Зәйнишевты күптәр талантлы һәүәҫкәр йырсы булараҡ белә. "Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек" конкурсында ла Әбйәлил талантының сығышы барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы.

Вилдан Зәйнишевтың йыр-моңға һәләте бәләкәйҙән килә. Егет йырсылар нәҫеленән. Ата-әсәһе уны музыкаль белемле итеү өсөн, алыҫ тип тормай, Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбенә алып йөрөй. 11 йәшлек сағында уҡ Вилдан Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров призына район конкурсында «Әсәй мине таңдан уят әле» йыры менән беренсе урынға лайыҡ була.

Әммә яҡты өмөттәр менән киләсәктә ҙур йырсы булырға йыйынған малайҙың тормошонда, аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, ҡурҡыныс ваҡиға була. 6-сы класта уҡығанда Вилдан башына ҡатмарлы операция үткәргәндән һуң күреү һәләтен юғалта. Бынан һуң Вилдан музыкаль белем алыуҙы ла туҡтатырға мәжбүр була. Әммә йәшәү өмөтөн бер ҙә һүрелдермәй ул.

Вилданға ошо көндәрҙә ошо көндәрҙә 23 йәш тулған. Егет республика, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулауын дауам итә. Уның тауышын абруйлы халыҡ йырсылары юғары баһалай һәм егеткә ҙур өмөттәр бағлай. Ысынлап та, Вилданға киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйек!

Башҡортостаным/яңылыҡтар

Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: