Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2023, 20:00

Дамир Тайыпов эшһеҙ ҡалғанмы ни?

Билдәле йырсы, диктор Дамир Тайыпов биш йыл телевидеиела эшләгәндән һуң китергә булған... 

Дамир Тайыпов эшһеҙ  ҡалғанмы ни?
Дамир Тайыпов эшһеҙ ҡалғанмы ни?

Билдәле йырсы, диктор Дамир Тайыпов биш йыл телевидеиела эшләгәндән һуң китергә булған... Был хаҡта Дамир үҙенең сәхифәһендә яҙа. "5 йыл ғүмерем телеведениела үтте: 3 йылым - "Ҡурай"ҙа, 2 йылым - "Сәләм"дә.  Күптәр һаман да, ни өсөн киттең, тип һорай. Яуап бирәм: был тормошта минең төп миссиям - йырлау! Мин профессиональ вокалсы, классик ариялар, романстар, халыҡ йырҙарын йырлайым, был минең төп шөғөлөм. Мине хәҙер эшһеҙ тип уйлаған кешеләр бар, юҡ, был дөрөҫ түгел. Минең төп эшем бар, телевидениела бер үк ваҡытта эшләнем һәм ошо ваҡыт дауамында яңғыҙ концерттар бирҙем, конкурстарҙа ҡатнаштым, яратҡан эшем - ижад менән шөғөлләндем. Телевидениела эшләү бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Был минең тормошомдоң мөһим этабы,  бик яҡшы кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Барығыҙҙы ла ҙур йылылыҡ менән иҫкә алырмын!"

 

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: