Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2023, 08:45

Китапханасы ла, шағирә лә

- Беҙҙең өйҙөң төп байлығы - гәзит-журнал һәм радио ине. Әсәйем күп уҡыны. Йомшаҡ, изге күңелле әсәйемде мин дә ҡайһы ваҡыт төнгә тиклем хикәйә һәм әкиәттәр уҡыта инем.Уларҙы тыңлап бөткәс әсәйем йырлай торғайны. Уның тауышы бик матур булды, - тип хәтерләй ул.

Китапханасы ла, шағирә лә
Китапханасы ла, шағирә лә

Алтын көҙ кеше тормошоноң бөтә буяуҙарын үҙ эсенә алған. Йәшлектең йәшелен, мөхәббәттең ут кеүек ҡыҙылын, юғалтыу-һағыштарҙың һарыһын. Үткән йылдар, уйланыуҙар һәм өмөттәр тураһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Бикес ауылында тыуып үҫкән Рәзилә Ҡотлогилдинаның “Алтын көҙ” исемле шиғри йыйынтығы сыҡты.

Бәләкәй сағында Рәзилә апай ҡасандыр китап сығарырмын, тип башына ла килтермәгәндер. Поэзия, әҙәбиәт уға бәләкәй генә сағынан яҡын була. Китап, гәзит уҡыуға һөйөүҙе уның күңелендә әсәһе Рәшиҙә апай өйрәтә.

- Беҙҙең өйҙөң төп байлығы - гәзит-журнал һәм радио ине. Әсәйем күп уҡыны. Йомшаҡ, изге күңелле әсәйемде мин дә ҡайһы ваҡыт төнгә тиклем хикәйә һәм әкиәттәр уҡыта инем.Уларҙы тыңлап бөткәс әсәйем йырлай торғайны. Уның тауышы бик матур булды, - тип хәтерләй ул.

Атайһыҙ үҫеү Рәзиләнең характеры формалашыуға ла үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Бәләкәй генә сағынан ул көслө рухлы һәм ныҡыш була,үҙен яҡларға, һаҡларға өйрәнә. Кескәй генә сағынан ул физик эштең дә нимә икәнен белеп үҫә – 6 йәшенән фермаға бишәр һыйыр һауырға йөрөй, уларға ҙур күнәктәр менән һыу ташып эсерә.

- Мәктәпте өсһөҙ тамамланым. Институтҡа инергә теләйгәйнем дә, әсәйемде йәлләнем. Шул йылды Теләүембәт ауылында сәнғәт училищеһына ҡабул итеү бара ине. Барҙым, тыңланылар, уҡырға ҡабул иттеләр. Ләкин әсәйем, икенсе йылға берәй ергә инерһең әле, быйылға колхозда эшләп тор, кейенеп ал, тигәс ҡалырға булдым.

Рәзилә колхозда ла эшләй, ауылдың йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. Ауыл тормошо шулай яйлап ҡына үтә тора. Колхоз рәйесе Рәзилә апайҙың һәләтле икәнен күреп, ауыл клбына мәҙәни ойоштороусы булып урынлашырға өгөтләй. Тик уның күңелендә уҡырға теләк көслө була һәм ул Өфө ҡалаһындағы китапхана техникумына уҡырға инә. Һәйбәт уҡый ул, уҡыуҙан бушап торған арала китапханала иҙән йыуа, һатыуға шәл бәйләй. Эшләгән аҡсаһын тыуған ауылына, әсәһенә лә ебәрә. Һуңғараҡ Рәзилә Фәтих ҡыҙы ике юғары уҡыу йортон тамамлай, өсөнсөһөнә лә инә. Әммә иң төп нигеҙҙе уға китапхана техникумы һалды тип иҫәпләй.

Китапхана техникумын тамамлаған йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын тыуған районында башлай. Бер нисә йылдан ул ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһына күсә һәм 13 йылдан артыҡ район мәҙәниәт йортонда эшләй.

- Район мәҙәниәт һарайында эшләгән йылдарҙа тәүге тапҡыр яҙыша башланым. Сараларға әҙерлек барышында дүртюллыҡтар, һәр сығышты иғлан итеүгә шиғри юлдар яҙа инем. Үҙемдең тәүге шиғырымды 90-сы йыдарҙа, Силәбе дәүләт академияһында уҡып йөрөгән сағымда – балаларымды һағыныу юлдарын шиғри юлдарға күсерҙем, - ти ул. 1997 йылдан Рәзилә Фәтих ҡыҙы – Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се һанлы китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире. Рәзилә апай ижад менән әүҙем шөғөлләнә. Презентациялар, ижади һәм шиғриәт кисәләре үткәрә, сәхнәгә театраль постановкалар сығара.

Көҙ – һөҙөмтәләрҙе барлар ваҡыт. Рәзилә Ҡотлогилдинаның “Алтын көҙ” китабы ла уның тормош тураһында уйланыуҙарынан тора.

Гөлгөнә САКАЕВА.

Архив.

Фото: "Көнгәк"

Автор:
Читайте нас: