Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2023, 13:00

Бар икән ул мөғжизә Мөҙәрис БАГАЕВ

Әрме хеҙмәтемде тултырыу менән өйләнешеп, беҙҙең яҡтарға бергә ҡайтып китергә һөйләшеп тә ҡуйҙыҡ. Артабан нисек донъя көтөп алып китеүебеҙ хаҡында хыялланып, тыуасаҡ балаларыбыҙға кем тип исем ҡушырға ла килешеп ҡуйғайныҡ. Бәләгә тарырымдан бер-ике көн алда, сафлығын да бүләк итте ҡыҙ миңә.

Бар икән ул мөғжизә   Мөҙәрис БАГАЕВ
Бар икән ул мөғжизә Мөҙәрис БАГАЕВ

Бар икән ул мөғжизә

Бер көндө Ишембайҙың мәғариф идаралығында эшләгән танышым эшемә телефондан шылтыратып:

-Һин бит төрлө хикмәтле ваҡиғалар тураһында яҙырға әүәҫһең. Теләһәң, бер ҡыҙыҡлы яҙмышлы кеше менән таныштырам, һинең ҡәләмеңә шәп бер аҙыҡ булыр, -тине.

Мин, әлбиттә, шатланып риза булдым һәм шул көндө үк Марат менән ул әйткән кешенең өйөнә юлландыҡ.

Биш ҡатлы өй алдына барып туҡтау менән танышым ағас төбөндә эшләп ҡуйылған эскәмйәгә ҡунаҡлаған 45 йәштәр самаһындағы иргә күрһәтте:

-Ана, беҙҙе көткәндәй, Ғәли үҙе сығып ултырған. Һәм мине уның янына алып килеп, беҙҙе таныштыра һалды. Хәл-әхүәл белешеп бер аҙ ултырғас, Марат ниндәй ниәт менән килеүебеҙҙе туранан-тура әйтте лә, үҙенең ваҡыты ҡыҫынҡы булыуға һылтанып, китеп тә барҙы.

Ныҡлы таныштар булмағанғалыр инде, тәүҙә Ғәли менән һүҙебеҙ бик йәбешмәне, шулай ҙа һуңға табаныраҡ теле асылып китеп, әңгәмәсем түбәндәгеләрҙе һөйләп ташланы:

-Мин ауылда тыуып үҫтем. Әрмегә китер алдынан ғына атайымдар ошо кооператив йорттан фатир һатып алып, ҡалаға күсеп килдек. Военкомат мине шоферға уҡытҡайны, әрмегә алынғас  Омск өлкәһендәге хәрби часта хеҙмәт итеп, “Урал” машинаһын йөрөттөм.

Беҙ хеҙмәт иткән ҡала әллә ни ҙур түгел ине. Увольнениеға сыҡһаҡ, үҙәк урамдарын бер-ике әйләнеп, магазиндарына һуғылғылайбыҙ ҙа, часҡа кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Ҡыҙҙар менән танышһаң, осрашһаң, ваҡыт етмәй ҙә ҡалыр ине, әлбиттә. Ләкин күңелгә ятышлы ҡыҙ осраманы миңә, шуға ла увольнениеға теләр-теләмәҫ кенә йөрөнөм.

Ҡалаға бер сығыуыбыҙҙа яҡташым Фәнис менән хат яҙырға дәфтәр алабыҙ тип, китап магазинына барып индек. Кереү менән иптәшем прилавкалағы рам эсенә ҡуйылған ҡағыҙға ымлап, ҡолағыма: “Бында һинең родняң эшләй ҙә инде”, -тип өндәште.

“Вас обслуживает Садыкова Гульнара Дусметовна” тигән яҙыуҙы уҡығас, ҡапыл тертләп киттем. Сөнки минең дә фамилиям Садыҡов. Ул да булмай: “Һеҙгә ни кәрәк, егеттәр?”-тип асыҡ йылмайып , ҡаршыбыҙға бер һылыуҡай килеп баҫты. Әлбиттә, һорауы урыҫса булды, ә бына үҙенең мосолман ҡыҙы икәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

Мин уға ҡарап ауыҙымды асып ҡаттым да ҡалдым. Сөнки шундай сибәр, һөйкөмлө ҡыҙҙы беренсе тапҡыр осратыуымдыр. Фәнис теле-телгә йоҡмай ниҙер һөйләне, ә мин аңра кеше һымаҡ ҡыҙға өнһөҙ баҡҡан килеш, урынымда тапандым. Дуҫымдың беҙҙе фамилиялаш булыуыбыҙҙы әйтеүе, ә ҡыҙҙың йылмайып миңә ҡарап алыуы ғына аңыма һеңеп ҡалған ул ваҡыт.

Ошо көндән һуң йоҡом-йоҡо, ашым-аш булманы, күҙ алдымда Гөлнараның йылмайған йөҙө генә торҙо. Увольнениеға ебәреүҙәрен көтөп алып, ҡалаға сығыу менән китап магазинына йүгерә инем. Унда ҡулыма эләккән китапты ҡараштырғылаған булып, ҡырын күҙ менән генә ҡыҙҙы күҙләйем. Ул да йылмайып миңә һирпелеп ҡарап ала, әммә үҙе һүҙ ҡушырға баҙнат итмәй. Мин инде үтә лә йомшаҡмын – янына яҡын барырға, ниҙер өндәшергә ҡулдан килмәй. Берәй китап һатып алған булам да, сығып китәм. Ә сыҡҡас инде шул йомшаҡлығым өсөн үҙемде әрләйем.

Бер көндө магазинда Гөлнара үҙе минең янға килде һәм: “Әйҙәгеҙ үҙем һайлашам, юғиһә йә ҡатын-ҡыҙға, йә бала-сағаға тәғәйенләнгәнен алаһығыҙ гел”, -тип ниндәй темаға уҡырға яратыуымды һораша башланы.

Ҡыҙ үҙе килеп һүҙ ҡушҡас, мин дә әҙерәк батырланып киттем. Бер-беребеҙ хаҡында ла һорашып-белештек.

Гөлнараның ата-бабалары Башҡортостандыҡы, репрессия ваҡытында Себергә һөрөлгән булып сыҡты. Ҡыҙ барып күрергә бик теләүен әйтеп, беҙҙең яҡтар хаҡында һөйләүемде үтенде. Беҙ был көндө яҡын кешеләрҙәй айырылыштыҡ. Бер нисә тапҡыр частан ҡасып сығып та Гөлнара янына саптым, өйөнә тиклем оҙатҡылап та ҡуйҙым. Бик теләһәм дә, ул ата-әсәһе менән таныштырырға башта ризалашманы. Бының сәбәбен һуңынан һөйләне. Атаһы һунарсы булған, әммә бер көндө, бәләгә тарып, аяғын туңдырған һәм һыңарын теҙенән юғары ҡырҡып ташлағандар. Ошонан һуң эскегә һалышҡан һәм эсеп өйҙәрендә йыш ҡына янъял ҡуптарған. Бәләһенән – баш-аяҡ, тип һиңә атайҙы күрһәтергә теләмәнем, тигәйне ҡыҙ миңә.

Гөлнара менән йөрөй башлағас та, беҙ бер-беребеҙ өсөн генә яратылыуыбыҙҙы аңлағайныҡ инде. Артабан бер-беребеҙгә шул ҡәҙәре эҫендек- осрашыу минуттарын көтөп ала алмай этләнә инек. Ҡыҙ, ваҡыт табып, часҡа килгеләп тә киткеләне. Бер нисә минутҡа осрашып, һүҙ ҡушҡылап алыу ҙа беҙгә рәхәтлек бирҙе.

Әрме хеҙмәтемде тултырыу менән өйләнешеп, беҙҙең яҡтарға бергә ҡайтып китергә һөйләшеп тә ҡуйҙыҡ. Артабан нисек донъя көтөп алып китеүебеҙ хаҡында хыялланып, тыуасаҡ балаларыбыҙға кем тип исем ҡушырға ла килешеп ҡуйғайныҡ. Бәләгә тарырымдан бер-ике көн алда, сафлығын да бүләк итте ҡыҙ миңә.

Алғы күсәрен ремонтлайым тип, машина аҫтына ингәйнем мин ул ҡәһәрле көндө. Асҡыс алырға үрелгәндә домкраттың ҡыйшая барғанын күреп, һуштан яҙырлыҡ дәрәжәләге көслө ауыртыу ғына тойоп ҡалдым барлыҡ хыялдарымды – селпәрәмә, тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтергән мәлдә. Омскийҙағы госпиталдә генә аңыма килдем.

Күҙҙәремде асҡанда һыңар аяғым тубыҡтан ҡырҡып ташланғайны. “Тотош һөйәктәренә тиклем иҙелгәйне, ярай әле машинаң күкрәгеңә төшмәгән, “ыһ” итергә лә ирек бирмәй, йәнсер ҙә ҡуйыр ине”, - тине эргәмдә баҫып торған аҡ халатлы бәндә, мине йыуатҡандай.

Ғәли һуңғы һүҙҙәрен әйткәс, һул аяғын алға һуҙып, ышҡып ҡуйҙы. Мин шунда ғына был аяҡтың нисектер тәбиғи булмауына иғтибар иттем.

-Тубыҡтан аҫта протез ул, -тип әңгәмәсем салбарының балағын күтәрә биреп, яһалма аяғын күрһәтеп алды.

Берәйһенең ғәрип икәнен белеү менән әҙәм балаһының уға булған ҡарашы ҡапыл үҙгәрә. Уны йәлләп, ҡурсалағы, нисек тә ярҙам итке килеп китә. Минең күңелемде лә шунда уҡ ошондай тойғолар биләп алды.

-Хәҙер инде күнегелгән, үҙ аяғым һымаҡ. Ғәли салбарын һыпырғылап ҡуйҙы ла, әңгәмәһен дауам итте. –Ләкин уның юҡлығын белгән мәлдә ниҙәр кисергәнем Хоҙайға ғына мәғлүм. Тәүҙә быға ышанып та етмәнем, төшөмдөр, тип аяғымды ҡат-ҡат һәрмәп ҡараным. Уның юҡлығына тамам инанғас, табип әйткәнсә, ниңә машина күкрәгемде йәнсеп, бөтөнләй һәләк итеп ҡуймаған икән, тип үкенә үк башланым. Бындай хәлдә Гөлнара менән ҡауышыу түгел, хатта уның күҙенә лә күренә алмаҫымды аңлағайным инде. Уның: “Әсәйем сатан атайым менән ныҡ ыҙалай, миңә лә рәхәт түгел”, -тигән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөмдә яңғырап китеп, кемгә-кемгә, ә өҙөлөп һөйгән Гөлнарама имгәк булырға, уны ыҙалатып йәшәтеү хаҡында уйларға ла ҡурҡтым мин ул саҡ. Нисек кенә ауыр булмаһын, мөхәббәтемдән ваз кисеп, уны йөрәгемдән йолҡоп ташларға, тиҙерәк терелә һалып, тыуған яғыма олағырға ынтылдым.

Гөлнараның мине эҙләп килерен күңелем һиҙә ине. Бик күрәһем килһә лә, табиптарҙы иҫкәртеп, уны яныма үткәрмәүҙәрен һораным. Бер килгәнендә хәле бик ауыр тип индермәгәндәр. Ә икенсеһендә, нисектер яйын табып, палатама үтеп инә алды ул.

Гөлнарам килеп кереү менән бүлмә ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Үҙем дә һиҙмәй ҡулдарымды йүгерә-атлай яныма килгән һөйгәнемә һуҙҙым. Шулай ҙа, ҡапыл ғына иҫемә килеп күкрәгемә ташланырға теләгән ҡыҙҙы шул ҡулдарым менән этеп туҡтаттым һәм тупаҫ тауыш менән юҡҡа килеп йөрөүен, уны яратмауымды, бары ваҡыт үткәрер өсөн генә уға бәйләнеүемде әйтеп, ҡабат мине эҙәрлекләмәҫкә һәм янымдан сығып китергә ҡуштым. Нисек шулай әйтә алғаныма әле һаман аптырайым. Минең һүҙҙәрҙе Гөлнара бер өн дә сығармай тыңланы. Аҙаҡ тын ғына: “Ышанмайым…”, -тип ҡуйҙы, ә бите буйлап  йәш тамсылары тәгәрәне. Аҙаҡ ҡапыл ғына боролдо ла сығырға йүнәлде. Ишеккә еткәс, ниҙер әйтергә теләгәндәй туҡталып ҡалды, ләкин өндәшмәй, шым ғына сығып китте. Мин шунда күҙ йәштәремә быуылып мендәремә ҡапландым һәм үкһеп-ярһып иланым.

Ярам уңалғас, атайым килеп мине алып ҡайтып китте.

Тәүге йылымды өйгә бикләнеп үткәрҙем тип әйтерлек. Протез таҡҡас ҡына, уның менән йөрөргә өйрәнеп, ишек алдына сығып ултырғылай башланым. Күңелемдә ул саҡ ҡоро бушлыҡ ҡына ине. Ул үҙе үк ни менәндер тултырыуҙы талап итә. Мин уны, үҙем дә һиҙмәҫтән, “зәм-зәм һыуы” менән тултырырға тотондом.

Беҙ йәшәгән йорттоң аҫҡы ҡатында магазин булып, эскеселәр алған араҡыларын подъезд алдындағы эскәмйәләргә ултырып эсә ине. Йәлләптер инде, миңә лә һалып бирәләр, эсмәһәм үпкәләйҙәр. Уларҙы үпкәләтмәйем тип эскеләй торғас, көн дә ярайһы төшөрә башланым. Шунда араҡының күңелемә дауа икәнен дә төшөндөм. Эсеп, тел асылғас, ҡайғы-хәсрәтеңде бер-береңә һөйләп алыуҙың да рәхәт биреүен аңланым.

Тәүҙәрәк атай менән әсәй минең яңы “шөғөл”гә  бик иғтибар итмәгәндәй булһа ла, һуңынан йыш ҡына “шыйырып” ала башланылар. Мин дә, “ҡыҙып алған” бәндә, яуапһыҙ ҡалмай инем. Ә бер көн өйҙә оло ғына ғауға ҡупҡас, күршелә йәшәгән үҙемдән ун йәшкә өлкән Зифа исемле яңғыҙ ҡатынға күстем дә сыҡтым. Был ҡатын да эсергә яратып, ара-тирә беҙҙең менән шешә уртаҡлашҡылай торғайны. Янына инеп, йоҡлап сыҡҡаным да булды. “Һин сатанға кем сыҡһын – бергә йәшәйек тә ҡуяйыҡ”, -тип әйткеләгәне лә бар ине. Ир менән ҡатын булып йәшәп алдыҡ та киттек Зифа менән. Ул баҙарҙа һатыу итә, миңә пенсиям килә – эсергә, ашарға етә. Оҙаҡламай ҡыҙыбыҙ ҙа тыуҙы. Мин уға теге саҡта уҡ Гөлнара менән килешеп ҡуйған, әле һаман күңелемдә йөрөткән исемде ҡуштым.

Атай-әсәй менән араларыбыҙҙы боҙоп, тәүҙә ҡатнашмай йәшәһәк тә, ҡыҙыбыҙ Гөлсөм беҙҙе тиҙ дуҫлаштырҙы. Атай ҙа, әсәй ҙә уның өсөн йәндәрен бирергә әҙер ине һәм ҡыҙыбыҙ күберәк улар тәрбиәһендә булды ла инде.

Шуныһы ғәжәп: ҡыҙым үҫкән һайын төҫ-башы, күҙҙәренең ҡарашы, йылмайыуҙары менән миңә Гөлнараны хәтерләтте һәм шуның менән дә үҙенә булған һөйөүемде бермә-бер арттырҙы. Гөлнараны гел йөрәк түрендә йөрөтөүем, Гөлсөмдө уға оҡшатып тыуҙырҙы микән әллә, тип уйлап та ҡуям хатта. Ҡыҙым өсөн үлеп торһам да, эсеүем уны минән ситләштерҙе. Быны үҙем яҡшы аңлайым. Ләкин араҡынан тыйыла алмайым. Зифа эсмәһә, мин дә туҡтап ҡуйыр инем, бәлки, тип тә ҡуя инем.

Гөлсөмгә ун йәш тулғанда, ҡатыным,  ҡоҫҡолоғона ҡапланып, үлеп ятты. Уның үлеме мине артабанғы яҙмышым хаҡында уйланырға мәжбүр итте лә инде. Бер яҡтан, үҙемдең бер файҙаһыҙға үтеп барған тормошомдо йәлләп, икенсенән, үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙым артабан нисек йәшәр, тип борсолдом. Уға ярҙам, тәрбиә күрһәтеп торған атай менән әсәйҙең дә көндәре һанаулы ғына ҡалып килә ине бит.

Йөҙгәнсе тип әйтерлек эсеп, бисәне “поминать” иттем дә, бахмурҙан үлә яҙып ятҡанда ҡабат эсмәйәсәкмен, тип, ҡулыма икмәк тотоп, үҙемә-үҙем ант бирҙем.

Бик ауыр булды миңә “шайтан һейҙеге”нән ҡотолоу. Шулай ҙа, тешемде ҡыҫып булһа ла түҙҙем, етмәһә, курстарға йөрөп, компьютерщик һөнәрен үҙләштерҙем һәм атайҙың таныштары аша ул эшләп киткән заводтың бухгалтер бүлегенә эшкә урынлаштым. Матур ғына аҡса алып, өҫ-башты бөтәйтеп, әҙәм сифатында йәшәп киттем артабан. “Тәртипкә ултырғас”, атайҙар менән бергә йәшәй башланым, ә Зифаның фатирына кеше индерҙем.

Ҡыҙым бик һәләтле бала ине, гел “бишле” билдәләренә генә уҡыны, мәктәпте лә алтын миҙалға тамамланы. Аҙаҡ имтихандарын уңышлы ғына тапшырып, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инде.

Ҡышҡы сессиянан һуң каникулға ҡайтҡанында ул бер ҡыҙыҡлы хәбәр һөйләп ташланы. Уларҙың факультетында ике курсҡа юғары, Гөлсөмдөң исеме, фамилияһы, хатта атаһының исеме лә тап килгән бер ҡыҙ уҡып йөрөй. Хатта төҫ-башҡа ла үҙенә бик оҡшаш икән.

Ҡыҙым икенсе Гөлсөмдөң Омск өлкәһенән булыуын әйткәс, йөрәгем “жыу” итеп китеп, шунда уҡ күҙ алдыма Гөлнара килеп баҫты. Уның менән бер тапҡыр ғына йоҡлаһаҡ та, ауырға уҙыуы ла бар ине. “Минең менән бергә булмаясағын белде бит, ниңә балаһын алдырмаған икән, бәлки, мине ныҡ яратып, баламды булһа ла үҙенеке итергә теләгән, мөхәббәте емешенән баш тартырға ҡыймағандыр”, - тип уйлай һалдым. Исем-шәрифтәрҙең осраҡлы ғына тап килеүе һәм Гөлсөм тигәнең бөтөнләй сит-ят кешеләрҙең балаһы булыуы ла бик мөмкин ине.Ә мин был хаҡта уйламаҫҡа тырышып, ҡыҙҙың тик минең балам булыуын ғына теләнем һәм үҙемде үҙем шуға ышандырып та ҡуйҙым.

“Барғас белеш әле: әсәһенең исеме Гөлнара түгел микән?” – тинем ҡыҙыма. Ул миңә шикле ҡарашын ташлап алды ла: “Әллә, атай, кәкүк һымаҡ сит ояларға күкәй һалып йөрөгәнһең инде?”-тип ҡуйҙы.

Тәүҙә ни әйтергә белмәй аптырап ҡалдым, аҙаҡ барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләнем дә бирҙем.

Оҙаҡламай ҡыҙымдың Мәскәүҙән яҙған хәбәре килде: “Мин аҙашым менән ныҡлап таныштым. Ул, ысынлап та, һинең ҡыҙың булып сыҡты. Әсәһе әйтеүе буйынса, атаһын үлгән тип йөрөгән. Һине бик күрергә теләй, тиҙҙән уны ҡунаҡҡа алып ҡайтам”, -тиелгәйне унда.

Атай-әсәйемдәр менән ныҡлап әҙерләнеп, бик матур ҡаршылап ҡунаҡ иттек ҡыҙҙарымды. Ике Гөлсөмдө лә бер-береһенән айырыуы бик ҡыйын ине, хатта холоҡ-фиғелдәре лә бер-береһенә оҡшаш. Шулай ҙа, Омскийҙыҡында Гөлнараныҡына тартым сифаттар ҙа һиҙелә. Ниңәлер мин был ҡыҙымды бигерәк яҡын иттем, китергә ваҡыттары еткәс, унан бер ҙә айырылғы килмәне.

Ул әсәһенең ҡанаты аҫтында ғына үҫеүен һәм Гөлнараның кейәүгә сыҡмай әле лә яңғыҙ йәшәүен әйтеп алғайны. Шул ваҡытта йөрәгем әллә нишләп китеп, ниндәйҙер өмөт сатҡылары ла ҡабынғайны. Әгәр ғәрип булмаһам, бөгөндән үк Гөлнарам янына китер инем, тип уйлап та ҡуйғайным.

Ҡыҙҙарым китеп, күпмелер ваҡыт үткәс: “Атай, әҙерләнеп тор, һине кереп алабыҙ ҙа Омскийға китәбеҙ. Гөлнараң да һине көтә”, -тигән хәбәр килде. Күҙ йәштәремә быуыла-быуыла һуңғы һөйләмен ҡат-ҡат уҡыным мин. Аҙаҡ сатан булһам да, ҡыуанысымдан үрле-ҡырлы һикерҙем.

Гөлнара менән ҡабат осрашыу минуттарындағы кисерештәремде һөйләп кенә аңлата алмам, моғайын. Килгән көнөбөҙҙә үк ҡайтанан ҡауыштыҡ һөйгәнем менән. Ул ҡосағымда ятҡан килеш, госпиталдә әйткән һүҙҙәремә ышанмауын, ҡасан да булһа бергә булырыбыҙҙы һиҙенеүен, хатта бер нисә тапҡыр артымдан  эҙләп килергә лә йыйынып бөтөүен, тәҡдим яһаусылар күп булһа ла, башҡаға кейәүгә сығып, мөхәббәтенә хыянат итергә теләмәүен һөйләне. Мин уның йәшле күҙҙәренән үбә-үбә тормошоноң иң матур мәлдәрен заяға үткәрткәнем өсөн ғәфү үтендем.

Шул барыуыбыҙҙа уҡ Гөлнарамды Ишембайға күсереп алып ҡайттыҡ һәм бына өсөнсө йыл инде бәхет диңгеҙенә сумып ҡына йәшәйем. Ышанмай торғайным, әммә бар икән был донъяла мөғжизә.

Ғәли ошонда һүҙен тамамланы ла, сәғәтенә күҙ ташлап, тороп баҫты.

-Хәҙер минең аҡҡоштарым ҡайтып етәсәк, -тине ул, ихатаға ингән юлға ҡарап.

Уның һүҙен раҫлап, боролоштан ап-аҡтан кейенгән игеҙәктәргә тартым ике ҡыҙ һәм улар ҡултыҡлаған аҡ күлдәкле сибәр генә ҡатын килеп сыҡты. Әңгәмәсем шәп-шәп атлап уларға ҡаршы китте лә, яндарына еткәс, өсөһөн дә ҡосағына алды. Ҡыуаныслы ауаздар, шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәр, бер-береһенә иркәләнеп һыйыныуҙары был мәлдә донъяла уларҙан да бәхетле кеше юҡлығына ишара ине.

 

Фото: ирекле сығанаҡ

Автор:
Читайте нас: