Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2023, 07:45

Йырҙарында – йөрәк тибеше

Сибай дәүләт  драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ғәжәп йырсы Альберт Салауатов бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Дуҫыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Халҡыбыҙҙы ҡыуандырып, йырла ла йырла, Альберт! "Шоңҡар"ҙар. 

Йырҙарында – йөрәк тибеше
Йырҙарында – йөрәк тибеше

Һай, була ла һуң шундай йырсылар – уларҙың сәхнәгә сығыуы, күңелдәрҙе иләҫләндереп, һағыш-моңдарға күмеп йыр һуҙыуы үҙе бер ғүмергә тиң! Ана шундай һирәк йырсыларыбыҙҙың береһе – илаһи моң эйәһе Альберт Салауатов.
Альберт Баймаҡ райо­ны­ның мәғдән ятҡылығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Семеновка ауылында буй еткерә. Ҡутырлы һәм Төлкөлө тауҙарына һыйынып ултырған ауыл эргәһендә, ваҡ-ваҡ күлдәрҙән башҡа, бер ниндәй йылға ла, инеш тә юҡ. Ауыл халҡы ғүмер буйы ер аҫтынан һурҙырылған һыуҙан файҙалана. Тик бер осор һыуҙың терегөмөшлө булыуын белеп ҡалалар һәм һыуҙы ситтән килтерәләр.
— Ана шундай һыуҙы эсеп үҫкәнгә лә ныҡ беҙҙең ауыл кешеләре, теләһә ниндәй сир-сырхауға ыжлап бармай­быҙ... – тип шаярта йырсы.
Альберттың атаһы Рәфҡәт ағай менән әсәһе Зифа апай ҙа йырға әүәҫ була. Уларҙың һәр ваҡыт үҙ алдына көйләп-йырлап йөрөүен ишетеп-күреп үҫкән малай күңеленә туған моңға һөйөү орлоғо шул заманда уҡ һалын­ғандыр, бәлки. Әйткәндәй, элегерәк Семеновкала бөтә ауыл халҡы бер дөйөм мунсаға йөрөгән. Рәфҡәт ағай ҙа, ике улын алып, шунда йыуыныр булған. Атаһы менән Камил ағай Тимеровтың мунса яңғы­ратып йырлаша-йырлаша сабыныуҙа­рын өнәп етмәй Альберт, хатта ояла. Бары үҫә төшкәс кенә “йырҙың йыртығы юҡ” икәнлеген төшөнә, атаһының күкрәк моңон аңлай.
Ә ололар берәй яҡҡа китһә, өйҙә ҡалған кескәй малай өсөн “сәхнә тормошо” башлана: көҙгө алдына баҫа ла күңеле булғансы тыпырлай – бейергә ярата малай, хатта үҙен бейеүсе итеп күҙ алдына килтерә. Бергә йәшәгән ҡартатаһы, ҡартәсәһе ейәндәрен үҙҙәренсә дин юлына әҙерләй. Бигерәк тә ҡартатаһы – тирә-яҡта шәп мулла булараҡ танылыу алған Мифтах олатай — уны эргәһенән ебәрмәй. Йоҡларға ятҡандарында дин әһеле малайҙарын өшкөрөп-төкөрөп сир-сырхауҙан, төрлө зәхмәттән аралай. Ошо һәм башҡа бәхетле бала саҡ мәлдәрен ҙур кинәнес менән иҫкә ала ул, балалыҡ шуҡлыҡ­тары өсөн үкенеп тә ҡуйғылай. Бигерәк тә ҡустыһы менән бергә уйнап йөрөгән­дә, ауыл янындағы тауҙың ҡылғанына ут төртөп, янғын сығарыуҙарын, бөтә ауыл халҡының әллә күпме ваҡыт ут менән алышыуын нисектер уңайһыҙ­ланып телгә ала.

Тыуған ауылында башланғыс класты тамамлаған малайҙы артабан Баймаҡ­тағы 2-се мәктәпкә бирәләр. Бында ул әсәһе яғынан ҡартатаһы менән өлә­сәһендә йәшәй. Улар ҙа бик динле кеше­ләр була һәм ейәндәрен мосолман әҙә­бенә ярашлы тәрбиәләргә тырыша. Бигерәк тә өләсәһе ҡаты тота уны: сәсе әҙ генә етә башлау менән ҡул машин­каһы менән ялтыратып алып та ҡуя... Ә мәктәптә малайҙан: “Лысый башка, дай пирожка!” – тип ялтыр башына сәпәп китһендәрме, мыҫҡылла­һын­дармы... Ҡыҫҡаһы, Баймаҡ мәктәбе Альбертҡа төҫ бирмәй һәм уны Сибай мәктәп-интернатына күсерәләр.
— Интернатта уҡыған йылдарым өсөн бөгөн дә рәхмәтлемен, – мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләр Альберт­тың йөҙөндә йылмайыу аша ҡәнәғәтлек булып сағыла. – Әллә күпме яңы дуҫтар таптым мин унда. Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ, уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Уҡыуым да бермә-бер яҡшырҙы...

Мәктәп-интернаттың ул йылдарҙағы директоры Самат Мөхәмәтйәнов, уҡытыусылар Нәйлә Арыҫлан ҡыҙы, Тамара Кинйәбай ҡыҙы тураһында йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала Альберт. Үҙендә йырлау һәләтен дә нәҡ ошо уҡыу йортонда асҡан бит ул.
— Альберт менән интернатта бер осорҙа уҡыныҡ, – тип һүҙгә ҡушыла “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, танылған бейеүсе Ләйсән Таштимерова. – Уның йырлағанын йотлоғоп тыңлай торғайныҡ. “Катюша”, “Крейсер “Аврора” кеүек заманында бик популяр булған йырҙар уның башҡарыуында айырым бер аһәң менән яңғырар ине. Күп кенә ҡыҙҙар Альберттың моңона ғашиҡ булып йәшәне, ул төҫкә-башҡа ла төшөп ҡалғандарҙан түгел ине...
Күңеленә инеп оялаған “артислыҡ ене” мәктәп-интернатты уңышлы тамам­лаған Альбертты туп-тура Өфө сәнғәт институтына алып китә. Тәүгә генә поезға ултырып, үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә баш ҡалаға килгән үҫмер егет, һораша-һораша сәнғәт институтын табып, уның тупһаһы аша атлап инә. “Имтихандарҙы тапшыра алырмынмы? Шундай ҙур ҡалала йәшәргә өйрәнер­менме?”
— Әле көлөп кенә иҫкә алһам да, ҙур ҡалаға башлап ҡына килгән үҫмер өсөн бик ҙур һынау булды ул көндәр, – Альберт йылмайыу ҡатыш көрһөнөп ҡуя. – Шулай ҙа уҡыу йылы башланыу менән шик-шөбһәләргә урын ҡалманы. Актерлыҡ бүлегендә белем алғандар өсөн башҡаларға сәйер булып тойолған ҡыҙыҡ та, мажараларға бай ҙа студент тормошо “үҙенә йотто” беҙҙе. Тырышып-тырмашып “белем ҡаяларын аҡтарыуҙар”, төрлө сараларҙа ҡатна­шыу­ҙар башланды. Ҡыҫҡаһы, һәр кем өсөн тормоштоң иң гүзәл, иң дәртле һәм сағыу мәле ине ул осор...

Актерлыҡ төркөмөндә уҡығандар тормоштан алынған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәләштереп, йыш ҡына махсус комиссия алдында һынау ҙа тота. Шулай итеп, актер оҫталығына өйрәнә улар. Үтә лә хисле һәм һәр нәмәне еренә еткереп эшләп өйрәнгән Альберт сәхнә күренештәренең береһендә үҙ ролен шул ҡәҙәре бирелеп уйнай ки, хатта бер тас һалҡын һыуҙы башынан аша ҡойғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Аҙаҡ инде уға комиссия ағзалары алдында күшеккән тауыҡ хәлендә баҫып торорға тура килә...
Бер йылдан сәнғәт донъяһына сумам тип татлы хыялдар менән йәшәгән егеттең уй-ниәттәре көтмәгәндә селпәрәмә килә. Ғәзиз әсәһенең үлеме хаҡында тыуған яғынан килгән ҡара хәбәр аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итә Альбертҡа. Ҡайғыны бик ауыр кисерә егет һәм, уҡыуын ташлап, Сибай драма театрында әҙ генә ваҡыт эшләй ҙә әрмегә юллана. Ике йыл Балтик диңгеҙендә хәрби хеҙмәт үтә. Йәшлегенең иң матур, иң ҡәҙерле йылдары ҡалған һалдат тормошо хаҡында ла йылы иҫтәлектәр һаҡлай ул күңелендә.
Ир ҡорона инеп ҡайтҡан егет туп-тура Сибай дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә. Коллектив уны бик йылы, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Артабан кисәге һалдат өсөн бөтөнләй башҡа донъя, бүтәнсә йәшәйеш башлана. Үҙенә ышанып тапшырылған һәр ролде күңеле аша үткәреп, бар оҫталығын, һәләтен һалып башҡарыуы тиҙ арала уға тамашасылар араһында танылыу килтерә. Күренекле башҡорт әҙибе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдәге Басир ролен айырыуса яратып, үҙ күреп уйнай. Альберт Салауатов исемен халыҡҡа танытҡан ролдәрҙең береһе була ул. Йәш актерҙың йырға маһирлығын да үҙ күреп ҡабул итәләр, уның сәхнәлә уйнауын һағынып көтәләр...

Биш йыл ваҡытының нисек үтеп киткәнен дә һиҙмәй Альберт Рәфҡәт улы. Шулай ең һыҙғанып эшләп йөрөгәнендә Сибай дәүләт филармония­һының художество етәксеһе Әлмира Ҡыуатова уны үҙҙәренә эшкә саҡыра. Бер аҙ уйлағандан һуң, Альберт үҙен сәнғәттең икенсе төрөндә лә һынап ҡарарға ҡарар итә.
Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла халыҡтың концерт-тамашаларға дәррәү йөрөгән сағы, һәр ерҙә артистарҙы көтөп алалар. Йәш йырсыны концерттарҙа көслө алҡыштар менән оҙатып ҡалалар, ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығыуын һорайҙар. Һәүәҫкәр композиторҙар Хисмәтулла Дәүләтов менән Зөһрә Фәйзуллина яҙған йырҙар айырыуса аһәңле яңғырай уның башҡарыуында...
Яңы үрҙәргә ынтылған, яңы асыштарға юл ярған йырсы артабан үҫеү, тәжрибә туп­лау маҡсатында Стәрлетамаҡҡа юллана. Өс йылдан яңы асылған Нефтекама филармо­нияһына күсә. Үҙе өсөн бөтөнләй ят мөхиттә, башҡа шарттарҙа эшләргә тура килә уға. Әммә тырыш, үҙ һүҙле, алдына алғанын ярты юлда ташларға өйрән­мәгән башҡорт егете бында ла тәүәк­кәллек менән алға табан юл яра һәм тиҫтә йыл дәүерҙә “Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Нефтекама филармонияһы директоры Рәнис Алтынбаев, художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллиндар ҙа йырсыны аңлап, уға ярҙам итергә әҙер тора. Әммә, яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер, тигәндәй, Альбертты ла тыуған яғы, тәпәй эҙе ҡалған йәнтөйәге үҙенә әйҙәй. Бер көн килеп ул Сибай филармонияһына кире ҡайта. Йырсыны Вәкил Йосопов, Ильяс Сафин һәм башҡалар ҡыуанып ҡаршы ала һәм уның хөрмәтенә “Мин ҡайттым, туғандар!” исемле бик матур, йөкмәткеле программа әҙерләйҙәр... Альберттың илаһи моңон танһыҡлаған яҡташтары өсөн ҙур бүләк була был концерт, йырсыны аяғүрә алҡыштар менән ҡаршы­лайҙар.
Уҙған йыл Альберт Салауатов 50 шен тултырҙы, ә уның сәхнә тормошона сирек быуат булды. Ошо уңайҙан ул тамашасыларын шәхсән концерттары менән һөйөндөрҙө.
— Яҡты донъяға башҡорт булып нәҡ Баймаҡ ерендә тыуыуыма ғорурланып йәшәйем, – ти ул. – Тыуған тупрағым илһам һәм көс бирә. Минең өсөн Баймаҡтан да күркәмерәк, хозурыраҡ башҡа төбәк юҡ. Уның көн битендә көҙгөләй ялтырап, тонйо­рап ятҡан Талҡаҫы ғына ни тора! Миңә бер ниндәй ҙә ял йорттары, Канар утрауҙары, Ҡара диңгеҙ кәрәк түгел... Дуҫ-иштәрем менән бергәләп тыуған еремдә, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, Талҡаҫымдың көмөштәй саф һыуында ҡойоноу рух күтәренкелеге, көс һәм дәрт өҫтәй...

Тыуған ерендә Альберт Рәфҡәт улы үҙенең күптән эҙләгән яртыһын – өлөшөнә төшкән көмөшөн дә тапты. Ғаилә тормошон өр-яңынан башлап, заманса яңы йортта йәшәйҙәр. Кәләше Гөлшат — һөнәре буйынса уҡытыусы, әммә һөйөклөһөнә арҡа терәге булырға ла булдыра ул – табындарҙа уның ыҫпай тәпәнсе, йәғни алып барыусы булыуы, парлашып йырлауҙары күптәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Баймаҡ районының күк Ирәндек ҡуйынында ултырған Ҡолсора ауылында йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе Люциә апай менән Иштуған ағай Дәүләтшиндар иһә —  ғаиләгә ышаныслы терәк һәм таяныс.

Авторы: Мотал РӘМОВ.

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: