Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2023, 10:15

Оран Рәйес ТҮЛӘК

Алтын түгел – беҙҙең һөйәк бит ул, Нефть түгел – ул бит беҙҙең ҡан!!!

Оран   Рәйес ТҮЛӘК
Оран Рәйес ТҮЛӘК

Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың

Тере рухы – һеҙгә һүҙ ҡушам.

Уралтауҙа һеҙ йәшәһен, тиеп,

Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.

Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ,

Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда.

Башҡорт ерен, һары майҙай күреп,

Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында.

Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә

Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан.

Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең

Ошо хаҡта әгәр онотһаң.

Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ… Һеҙме?!

– Буйҙар етмәгәнен терһәккә.

Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән

Алдар эленеп торған элмәктә.

Быуындарҙан күсереп быуындарға,

Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?!

Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың

Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн???

Был һорауҙы, сабыйың теле менән,

Мин һорармын, мең ҡат һорармын.

Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге

Салауаттан ҡалған Уралдың?!

Һорармын мин – яугир башҡорттарҙың

Тере рухы:

- Әй, ил инәһе!

Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр

Әллә һинән, һинән киләме?

Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа,

Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа?

Нисә улың илен ташлап китте,

Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа???

Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй

Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан???

Алтын түгел – беҙҙең һөйәк бит ул,

Нефть түгел – ул бит беҙҙең ҡан!!!

Һеҙҙе урап ятҡан – офоҡ түгел,

Ваҡыттыр бит шуны аңларға.

Ул бит – беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып,

Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.

Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,

Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған…

Уян, башҡорт!!!

Үлгән улдарыңдың

Ҡәберенән тороп саң ҡағам!

 

Любезники, любизар…

- Башҡорттарым, алға! – тигән һөрән

Йәҙрә булып яра һауаны.

Башымы был башҡорт бөтөүенең,

Башымы был?... (әллә - дауамы?!)

 

Беҙ туптарға ҡаршы – ҡылыс менән,

Танкыларға ҡаршы – танкыһыҙ.

Беҙ – эйәрҙә тыуған халыҡ, тиҙәр,

Беҙ – эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ.

 

Яҙмышыбыҙ ике ут араһында,

Был мәңгелек һағыш, һүнмәҫ зар.

Байрам төҫлө ниңә йыназалар

– "Любезники, имеш, любизар!”

 

Үҙебеҙ һуң бер саҡ үҙебеҙгә

Хужа булыр бармы хаҡыбыҙ?!

Беҙ – эйәрҙә тыуған халыҡ инек,

Беҙ – эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ.

 

Урал-батыр монологы

Эй, башҡортом! Һинең – тамырҙарың –

Ҡырҡ быуатлыҡ! Илле быуатлыҡ!

Тарих юлы, яҙмыш юлы беҙҙе,

Бер йырлатып, берсә илатып,

Еңелеүҙәр, йә еңеүҙәр аша,

Биш мең йылдар буйлап ҡыуалай!

Берләштереп берсә, бер тарҡатып,

Берсә батша, берсә ҡол яһай.

Каспийҙарҙан алып Алтайғаса,

Берсә тәре, берсә ай тағып,

Нигеҙ һалып күпме халыҡтарға,

Һибелеп ҡалды һинең байтағың.

Байтаҡ ҡынамы ни? Ярты ҡитға

Башҡорт ҡаны менән йыуылған.

Башҡорт даны менән һуғарылған(!)

Ләкин дан да, ҡан да һыуынған.

Боролошо һайын тарихыңдың,

Бер табышҡа меңәр юғалтыу.

– Ай-һай, ауыр – артҡа боролоп ҡарау,

Анһатмы ни алға юл табыу?!

 

Башҡортлоҡ

Эй, егеттәр, ҡыҙҙар! Ҡандай ихлас

Бейенегеҙ башҡорт бейеүен.

Һәр ҡайһығыҙ иҫбатланы булды

Үҙ халҡына булған һөйөүен.

 

Һәр хәлдә, мин шулай теләнем.

Юҡһа, тотоп башҡорт ҡурайҙарын,

Ябынышып башҡорт еләнен,

Сәстәренә толом ҡушып үреп,

Сәхнә биләүҙәрен беләмен.

 

Кейемдәрҙе кейеү генәме ни,

Башҡорт, тиеп, яҙып паспортын…

Аҡ йорттарҙан тороп аҙмы түрә

Башына етте аҙмы башҡорттоң.

 

Ә бына һеҙ!..

Сәхнәлә һеҙ, кәмендә - Салауат,

Ҡыҙҙарығыҙ, хас та - Әминә.

Салауаттың анау ыҙалары,

Ә башҡорттоң күргән нужалары

Таныш ҡайһығыҙҙың тәненә,

Таныш ҡайһығыҙҙың йәненә?!

 

Һеҙ ҙә алдаһағыҙ… - Йәнем сатнар

Телен белмәй үҫер ейәнемдәй,

Илен белмәй үҫкән улымдай.

Эй, башҡортлоҡ! – Сәхнәләрҙән төшкәс,

Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,

Һүтеп ырғытылған толомдай.

 

Автор:
Читайте нас: