+22 °С
Ямғыр


Ата-әсәләр ҙә бейергә сыҡҡан! Шәп бейейҙәрме?
Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Торатау" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө балалар ансамбле үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Юбилей концерты мәлендә ансамблдә шөғөлләнгән балаларҙың бер төркөм ата-әсәләре тамашасыларға һәм балаларына сюрприз ойошторған. Үҙҙәре лә "Колхоз йәштәре" бейеүен өйрәнеп, сәхнәгә сыҡҡан.
Бейеүҙең ҡуйыусылары - ансамблдең етәкселәре Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова.
Фото: "Ашҡаҙар"