Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2023, 13:30

Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин тыуған көнөн билдәләй бөгөн. Йырсы ғүмер байрамы менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә
Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә

 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин – үҙенсәлекле һәм көслө тауышлы йырсы. Сығыштарын тамашасы көтөп ала, клиптарын яратып ҡарай. Уның менән әңгәмәлә Заһир Билал улы ҡайһы бер йырҙарының тарихын һөйләп ишеттерҙе, хатта бығаса тамашасыға билдәле булмаған һөнәрҙәре хаҡында ла бәйән итте.

 – Заһир, күптән түгел ҙур кон­цертығыҙ үтте, уның афиша­һындағы “яңы форматтағы шоу” тигән яҙыу иғтибарҙы йәлеп итте.

– Был формат, тәү сиратта, үҙем өсөн яңылыҡ булды. Һөнәри эшмә­кәрлегемә 15 йыл да тулып киткән. Ошо үҙенә күрә бер ижади юби­лейҙа яңы стилдәге йырҙарҙы баш­ҡарҙым һәм үҙемә хас булмаған сәхнә образында сығыш яһаным.

Шоуҙа заманса алымдар ҡул­ланылды. Программаға ингән йырҙар төрлө жанрҙа булһа ла, темалары уртаҡ. Улар һәр кемгә таныш хис-тойғоларҙы сағылдыра.

 – Сәхнә образы тигәндәй, ижа­дығыҙҙы һөйөүселәр һеҙҙе “баш­­ҡорт эстрадаһының иң романтик башҡарыусыһы” тип йө­рөтә. Ысынлап та, һеҙгә талғын һәм тәрән хис менән йырлау хас. Тауышығыҙ тыңлаусы күңе­ленә һиллек биргән кеүек. Бындай башҡарыу алымы нисек формалашты?

– Минеңсә, йырҙы башҡарыу үҙенсәлеге йырсының тәбиғәттән бирелгән тауышына һәм холҡона бәйле. Тупланған тормош тәжри­бәһе лә йоғонто яһамай ҡалмай – йылдар үтеү менән хистәр тура­һында ҡысҡырып түгел, ә тыйнаҡ ҡына итеп еткерге килә. Тыныс әйтелгән һүҙ генә йөрәккә барып етә.

– Һеҙҙең башҡарыуҙағы “Умыр­зая”, “Күҙ нурым”, “Ям­сы”, “Ағиҙелдән китеп барам”, “Өс яҡлы мөхәббәт”, “Атай” тигән йырҙар күптән хитҡа әүерелде. Халыҡ һөйөүен яуларлыҡ йырҙар нисек тыуа?

– Һәр йырҙың үҙ яҙмышы һәм тарихы бар. Ҡайһы берҙәре нисектер уйламағанда, еңел генә килеп сыға, ә бәғзеләре өҫтөндә композитор, шағир һәм аранжировка яһаған музыканттар менән оҙаҡ ҡына эшләргә тура килә. Мәҫәлән, Илдар Хисаметдиновтың “Умырзая” йырын тамашасыға тәҡдим итер алдынан өс йыл буйы машинамда тыңлап йөрөнөм. Күңелдә өлгөрөп еткәнен тойғас ҡына сәхнәлә башҡара башланым.

“Ағиҙелдән китеп барам” йыры осраҡлы тыуҙы. Ҡатыным Рита социаль селтәрҙә яҡташ шағир Роберт Миңнуллиндың шиғырын күреп ҡалған да, был матур һүҙҙәрҙән шәп йыр сығыр, тип миңә ебәрҙе. Күп тә үтмәй Рөстәм Ғиззәтуллин менән күрештек. Уға шиғырҙы күрһәттем, көй яҙыуын һораным. Йырға төшөрөлгән клип сценарийының авторы ла – Рөстәм Ғиззәтуллин. Бер үкенес тороп ҡалды: клипта йылғала йөҙөп китеп барған, кеше ғүмерен һынландыр­ған сәңгелдәкте иң аҙаҡтан Роберт ағай тотоп алырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырып дауаханаға эләкте һәм бөтөнләйгә арабыҙҙан китеп барҙы...

- Нимә ул һеҙҙең өсөн йыр?

– Тәү сиратта, йыр – ул минең һө­нәрем. Рәссам уй-хистәрен – кар­тина, ә шағир нәфис һүҙ аша ет­кер­гән кеүек, мин әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм. Шуның менән бә­хетлемен дә. Тыңлаусы өсөн иһә йыр – йыуаныс та, күңел дауаһы ла.

Мәҫәлән, шул “Ағиҙелдән китеп барам” йырына бәйле тулҡынлан­дырғыс хәл булды. Сит илдә йәшәгән оло йәштәге апай ҡаты сирләп дауаханаға эләккәс, уның балалары миңә мөрәжәғәт итте. “Әсәйебеҙ шул йырығыҙҙы тың­ларға теләй, видео ебәрһәгеҙ ине”, – тип яҙғайны улар. Йырҙы гитараға йырлап, яҙҙырып ебәрҙем. Хәҙер хәбәрләшеп торабыҙ. Аллаға шөкөр, хәле арыуланып килә. Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.

– Бына ниндәй ҙур көскә эйә була ала икән йыр! Заһир, ә үҙегеҙ ниндәй көй-моңдарҙан йыуаныс табаһығыҙ?

– Ни эшләптер бала саҡтан халыҡ уйын ҡоралдарының моңон яратам. Атайымдың баянда уйнауы тәьҫир иткәндер, моғайын. Баянды, гармун менән тальян гармунды ла үҙләштереп алдым. Иҫәнғолда интернатта уҡыған ваҡытта ҡура­йы­быҙға ылығып киттем. Был йәһәттән уҡытыусым – Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновҡа рәхмәт. Ул ҡурайға шул тиклем ҙур һөйөү уятты, хатта был уйын ҡора­лын ҡулдан да төшөрмәй торғайным.

Халыҡ уйын ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына торғас, үҙенсәлекле коллекция барлыҡҡа килде. Унда ҡурайҙың, ҡумыҙҙың бер нисә төрө һәм Әрмәнстанда киң танылған дудук тигән уйын ҡоралы һаҡлана. Ни өсөндөр шул дудуктың тауышын яратам. Уны интернет аша яҙҙырып алып, видеодәрестәр ҡарап, уй­нарға өйрәнеп тә алдым. Танылған ҡумыҙсыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнет­диновты күргән һайын унан оҫ­талыҡ дәресе алып ҡалырға тырышам. Ябай ғына күренһә лә, ҡумыҙҙың да серҙәре күп икән.

– Концертҡа әйләнеп ҡайт­ҡанда, ҡуйыусы төркөмгә кем­дәрҙе йәлеп иттегеҙ? Ни тиһәң дә, шоу үткәреү еңел эш түгел.

– Программаның сценарий авторы һәм режиссерҙары – үҙем һәм Рита Өмөтбаева, беҙгә балет­мейстерҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙул­лин менән Александр Родионов ярҙам итте. “Ренессанс” коллективы артистары тамашаны бейеү­ҙәре менән биҙәне.

Концертҡа бәйле ойоштороу эштәренең күбеһен хәләлем Рита (“Ҡурай” телеканалының директоры, билдәле телевизион проекттар авторы Рита Өмөтбаева – авт.) үҙ өҫтөнә алды. Ул алға әйҙәүсем дә, тура һүҙле тәнҡитсем һәм продюсерым да. Программа өсөн йырҙарҙы алты йәшлек улыбыҙ Муса менән өсәүләшеп һайланыҡ.

– Заһир, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт! 

Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.

Архив. 2020 йыл

 

Автор:
Читайте нас: