

Флүрә Туйсина-Аллаярова бөтә хеҙмәт юлын тыуған төйәгенең мәҙәниәтен, милли сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә арнай. 1975 йылдан алып, 40 йылдан ашыу (!) Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй. Улар тормош юлдашы Мирхәт Аллаяров менән дүрт бала үҫтерәләр, бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай булып, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Талантлы әсәйҙең – балалары ла талантлы: бөгөн ҡыҙҙары Фирүзә менән Илгизә лә тамашасыларын моңло йырҙар менән ҡыуандыра.
“Тамашасылар өсөн әсәйем моңло тауышлы йырсы булһа, минең өсөн ул – ихлас күңелле кеше, балалары өсөн йән атып торған әсә, аш-һыуға оҫта хужабикә, һәр нәмәне юмор менән бәйләп, уйын-көлкөгә урын бирә торған әңгәмәсе, ныҡышмал һәм тырыш холоҡло кеше”, - ти ҡыҙы Фирүзә.
Үҙенә генә хас моңо, башҡарыу стиле булған Флүрә ханымдың йырҙары бик күптәрҙең күңеленә хуш килә. Уның үҙ тамашасылары бар. Ғүмер юлығыҙ оҙон һәм бәхетле булһын, һаулыҡта һәм шатлыҡта балаларығыҙ менән донъяның йәмен татып, йыр-моңдарығыҙ менән тормошто гел шулай йәмләп йәшәгеҙ!
Фото: Ф. Туйсинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.