

- Һаумыһығыҙ!
- Һаубыҙ әле.
Эш аҙағында ғына бүлмәбеҙгә ҡояш кеүек йылмайып бер ханым килеп инде.
- Мин әхирәтем Сәлиә Ғатауллинаңың журналдарын ала ингәйнем.
-Һеҙ таныш кеүек, - тим мөләйем ханымға.
-Юҡ, белмәйһегеҙҙер ул.
- Бәй, беләмсе, һеҙ Алһыу Тимерова. Беҙҙә әхирәтегеҙ Лилиә менән йырлаған яҙмағыҙ сыҡты. Халыҡ эй оҡшатты.
- Эйе, Алһыу булам. Ҡара әле, билдәле кеше булмаһам да, танып тораһығыҙ. - Ханым тағы ла ҡояш кеүек йылмайҙы. Әхирәтемә әйтәйем әле, беҙҙе таныйҙар икән, тип. Унан Алһыу "Шоңҡар"ҙы яратып уҡыуын әйтте. Хушлашып ҡайтырға сыҡһаҡ, Матбуғат йортондағы почта яңында яңы дуҫыбыҙ журналға яҙылып тора ине.
- Һеҙҙең уйында ҡатнашайым әле, бәлки, берәй бүләк отормон әле, - тип ҡыуандырҙы.
Фото: Айнур Аҡылов.