Мирас Алсынов йырлай!
Биш йәштә генә булһа ла, ҡайһылай сәхнәлә үҙен ҡыйыу, хас ысын артистар кеүек тота.
Вәт йырлай! Өфөләге 63-сө балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе Мирас Алсынов Матбуғат йорто алдында ойошторолған сарала йырлағанда уға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Рәхәтләнеп ҡул саптылар. Мирас “Айҙар ғынайым” йырын башҡарҙы. Биш йәштә генә булһа ла, ҡайһылай сәхнәлә үҙен ҡыйыу, хас ысын артистар кеүек тота. Әйткәндәй, егеттең атай-әсәһе Илгизә менән Фәрит Алсыновтыр былтыр "Юлдаш-хит" парадының еңеүсеһе булғайнылар. "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ.
Фото: Бәйләнештә
Видео: Илгизә Алсынова.