Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
16 Июнь 2023, 15:00

Һаман ҡурсаҡ уйнатҡан Рәсүл

Ғәжәп бит...

Һаман ҡурсаҡ уйнатҡан РәсүлҺаман ҡурсаҡ уйнатҡан Рәсүл
Һаман ҡурсаҡ уйнатҡан Рәсүл

 

Рәсүл Мөхәмәтйән улы Лоғаманов 1953 йылдың  27 майында Муллаҡай ауылында тыуа. 1971 йылда Абҙан урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Артабан йәш артист Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына саҡырыла, унда 35 йылдан ашыу башҡорт труппаһында эшләп, сәхнәлә күп ролдәр башҡара. Бәләкәй тамашасыларҙың һоҡланыуын яулай. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, РФ Мәҙәниәт министрлығының, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Артистың 70 йәшлек юбилейы алдынан Башҡорт ҡурсаҡ театры коллективы беҙҙең районға юлланды. Улар кесәкәй тамашасыларға Сафуан Әлибаевтың “Тайыштабандың йоҡоһо килмәй” әкиәтен тәҡдим итте. Бында Рәсүл Логаманов үҙенең яратҡан ролдәренең береһен уйнаны.

Артабан сәхнәнән Рәсүл Мөхәмәтйән улы исеменә ҡотлауҙар, хеҙмәт, ижад һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев яҡташыбыҙҙың эшмәкәрлегенә байҡау яһап, изге теләктәрен еткерҙе. Тәбрикләүҙәргә район мәҙәниәт бүлеге методисы Венер Монасипов та ҡушылды.  Тамашасылар тайыш табандың мажараларына һәм яратҡан артисының уйынына шатланды,  барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Уның хаҡында “Оҫта ҡулдарында ҡурсаҡтар терелә” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде.

Һуңынан артистар Р.Лоғамановтың тыуған ауылына йүнәлде. Ауыл клубында ҡурсаҡсыларҙы мул табын һәм концерт программаһы көтә ине. Уларҙы икмәк, тоҙ менән ҡаршы алдыҡ. Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибатуллин Рәсүл Мөхәмәтйән улын юбилейы менән ҡотланы, уға, ижади коллективҡа уңыштар, ғаилә именлеге теләне.

“Ташҡын” фольклор төркөмө, Гөлшат Түләбаева, Айгөл Ҡунаҡбаева башҡарыуында йырҙар яңғыраны, Зәлифә Фәйзуллина мандолинала уйнаны. Осрашыу йылы мөхиттә үтте.

Зәлиә Сәйфуллина,

Муллаҡай ауыл клубының художество етәксеһе.

Фото: "Инйәр"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас