Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
22 Июнь 2023, 09:20

Мәскәү - хыялдарҙы ысынбарлыҡ итер мөмкинлек

Яҙмышты кеше үҙе төҙөй, ә инде нимәлер бирелә икән, тимәк, шуға лайыҡлыһың.

Мәскәү - хыялдарҙы ысынбарлыҡ итер мөмкинлекМәскәү - хыялдарҙы ысынбарлыҡ итер мөмкинлек
Мәскәү - хыялдарҙы ысынбарлыҡ итер мөмкинлек

 

– Нара, йыш ҡына романтик киноларҙа геройҙар бәхетле осраҡ менән уңыш ҡаҙана. Һин, бәләкәй генә ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙ, нисек итеп Мәскәү сәхнәһенә күтәрелдең?
– Бала саҡтан Рәсәйҙең баш ҡалаһында белем алырға, эшләргә хыялландым. Кемдер минең осраҡты әкиәттәге кеүек еңел генә тип уйлай икән, уның иркендә. Ситтән ҡарағанда ғына шулай тойола. Мәскәүгә юл урау-урау, ҡатмарлы, һикәлтәле булды, төрлө ауырлыҡтарҙы ла үтергә тура килде. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған ваҡытта өс йыл Мәскәүҙең театр вуздарына инер өсөн бәхетемде һынап ҡараным. Тик ул саҡта уңыш йылмайманы. Диплом алғас, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә юлландым. Хыялдарым һаман да үҙем менән ҡалды. Бер йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡырыу алдым. Бында ла тик бер миҙгел генә эшләп өлгөрҙөм. Ниһайәт, сираттағы ынтылышымда маҡсатыма ирешеп, Никита Михалковтың кино академияһына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлап, әлеге ваҡытта Кино һәм театр үҙәгендә эшләп йөрөйөм. Яҙмышымды ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, тырышлыҡ хәл итте.
– Өфө дәүләт сәнғәт институтынан һуң Мәскәүҙә белем алыу кәрәк инеме?
– Бер яҡтан ҡарағанда, ысынлап та, мин үҙебеҙҙә лә төплө белем алдым, тип әйтә алам. Хөрмәтулла Үтәшев, Айрат Әбүшаһманов, Римма Харисова кеүек билдәле шәхестәрҙә уҡыным. Иң күңелле, бәхетле, ғәмһеҙ йылдар булды ул саҡтар. Бер ғаилә кеүек аралашҡан татыу, дуҫ курс инек, бөгөн дә бәйләнеш өҙөлмәй. Өфөгә ҡайтҡанда мотлаҡ осрашып, яңылыҡтар, уңыштар, проблемалар менән бүлешеп торабыҙ. Курсташтарымдың, уҡытыусыларымдың һәр береһе яҡын кешегә әүерелгән, әллә күпме хәтирәләр уларға бәйләнгән. Өфө институты миндәге актерлыҡ оҫталығына нигеҙ һалды, театр донъяһына юл асты. Бында, тәү сиратта, дисциплинаға өйрәндем, тыуған телемә иғтибарым артты. Тик миңә үҫергә, Мәскәүҙе яуларға тигән хыялымды тормошҡа ашырырға кәрәк ине.
Мәскәү мәктәбе бөтөнләй икенсе, уны һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөү мөмкин түгел. Тәүге йылда ныҡ ҡатмарлы булды: баш ҡалаға, яңы таныштарыма өйрәнергә кәрәк ине. Планканы төшөрөргә ярамай. Барыһы ла яйлап үҙ урынына ултырҙы, дуҫтарым барлыҡҡа килде, спектаклдәр әҙерләй башланыҡ. Исемдәре бөтә илгә, хатта донъяға билдәле шәхестәрҙә белем алыу бәхете тейҙе. Ә иң мөһиме, Никита Михалковтың үҙендә уҡыу бик һирәктәргә тәтей.
– Ә уның академияһына конкурс ҙур булдымы?
– Эйе, һайлап алыу бер нисә этаптан һәм турҙан торҙо. Тәүҙә бюджет урындарына төбәктәрҙә конкурс ойошторолдо. Мин Ҡазан ҡалаһында үткән турға барып сығыш яһаным. Мәскәүҙә үтәсәк имтихандарға саҡырыу алдым. Унда тағы ла ауырыраҡ буласағын белә инем. Сөнки ил буйынса йыйылған иң-иңдәр араһында һынау тоторға кәрәк, ә уларҙың һәр береһе минең кеүек ныҡышмал һәм тырыш. Мәскәүҙә үткән өс турҙы ла ҡарарға Никита Михалков үҙе килде. Тәүҙә шиғыр, мәҫәл һөйләнек, этюд күрһәттек. Аҙаҡтан йыр-бейеүгә һәләтебеҙ тикшерелде, сәхнәлә сығыш яһаныҡ. Имтихандар алдынан баш ҡалалағы таныш артистарға мөрәжәғәт итеп, көнө-төнө әҙерләндем, репетициялар яһаным. Әммә аҙаҡтан тик үҙемә генә таянырға тура килде. Көндәр буйы әҙерләнһәк тә, имтихан мәлендә миңә бөтөнләй икенсе эш ҡушылды. Бәлки ошо көтөлмәгән хәлдән лайыҡлы сығыу юлын эҙләү талантымды асырға ярҙам иткәндер. Һәр хәлдә, студент булып киттем. Имтихан һөҙөмтәләрен тәүлек буйына көтөп, үҙебеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән ныҡ иҫтә ҡалған. Иң аптыратҡаны, минең фамилия исемлектә иң тәүҙә тора ине.
– Өфө студенты һәм Мәскәүҙең йәш таланты – һин үҙгәрҙеңме?
– Әлбиттә. Ауырлыҡтар, һынауҙар аша маҡсатҡа ирешеү, Мәскәү кеүек ҙур ҡалала йәшәү һәр кемде үҙгәртә. Донъяға ҡараш, фекер үҙгәрә, характер ҙа сыныға, көндән-көн көслөләнә бараһың. Бөгөнгө тормошома кисәге Өфө ҡыҙын күсереп кенә ҡуйғанда, ауырлыҡтарҙы еңә алмаҫ ине, моғайын.
– Һин Мәскәүҙә үҙеңде йырсы булараҡ та таныттың. Күңелеңә ҡайһыһы яҡыныраҡ: театрмы әллә йырмы?
– Беләһегеҙме, уларҙы айыра алмайым: минең өсөн улар бер бөтөн. Иң мөһиме, ихлас күңелдән булһын.
– Күптән түгел туған телеңдә башҡарған “Илемә мөхәббәт” йырың радио эфирына һәм интернет киңлектәренә сығып, ҙур популярлыҡ яуланы. Беҙгә бер һорау тынғылыҡ бирмәй: башҡортса йырҙар тағы ла буласаҡмы?
– Ысынлап та, был йырҙан һуң яҡташтарымдың минең ижадыма ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары артты. Шуға күрә, был йүнәлештә эшләүемде дауам итәсәкмен. Сер итеп кенә әйтәм, әлеге ваҡытта альбом сығарырға әҙерләнәм.
– Башҡорт эстрадаһы менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Өфө артистары менән аралашаһыңмы?
– Коллегаларыма һәр ваҡыт йылы мөнәсәбәттәмен, уларҙы ихтирам итәм. Сөнки артист булыуҙың ниндәй ҙур хеҙмәт икәнен яҡшы аңлайым һәм беләм. Дуҫтарым араһында бик матур йырлаған актерҙар күп.
– Бөгөнгө шоу-бизнеста продюсерһыҙ булмай. Һин кем менән хеҙмәттәшлек итәһең?
– Минең продюсерым – Иван Смирнов. Музыка индустрияһында бай тәжрибә туплаған шәхес, “Вирус”, “Ночной патруль” төркөмдәре, йырсы Шура, шулай уҡ легендар “NTL” рэп-төркөмө, DJ Chris Parker менән эшләгән. Уның менән үҙенең яңы проектына кастинг үткәргән саҡта танышҡайныҡ. Сығыш яһағандан һуң, бергә хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим булды. Ярты йылдан контракт төҙөнөк һәм эш башланыҡ. Ижади контент барлыҡҡа килде: йырҙар яҙҙырабыҙ, клип төшөрөргә әҙерлек бара. Үҙ эшенең оҫтаһы булған бындай шәхес менән эшләү – минең өсөн оло бәхет.
– Бала саҡтан сәхнә тураһында хыялландыңмы?
– Эйе. Һәләтем барлығын күреп, атай-әсәйем мине музыка мәктәбенә алып барҙы. Һәм шул саҡта уҡ үҙемдең ижад кешеһе икәнемде аңланым. Сәхнәлә оҡшай торғайны: мәктәп хорында сығыш яһаным, ҡаланың “Сулпан” йыр-бейеү ансамбленең солисы булдым, вокал конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Был йәһәттән уҡытыусым Луиза Шамил ҡыҙы Алиуловаға оло рәхмәттәремде еткергем килә: йырға һәләтемде ул асты.
– Ә ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдың? Нәҫелегеҙҙә артистар бармы?
– Туғандарым араһында моңло тауышлылар, матур йырсылар күп. Инәйем һөнәре буйынса артист, ғүмерен Сибай сәнғәт колледжына арнаны. Күп таланттарҙы уҡытып, сәнғәт юлына аяҡ баҫтырҙы. Ә атай-әсәйем сәхнә кешеләре булмаһа ла, минең ынтылышымды аңлап ҡабул иттеләр. Ғаиләләге тәрбиә нигеҙендә тормошто яратыу, эштән ҡурҡмау, кешеләргә ҡарата ихтирамлы булыу ятты. Бының өсөн ҡәҙерлеләремә мәңге рәхмәтлемен.
– Тыуған яҡтар менән бәйләнеш тотаһыңмы? Өфөлә ҡасан сығыш яһаясаҡһың?
– Әлбиттә, бында минең йортом. Атай-әсәйем, дуҫтарым янына йыш ҡайтам, һәм ҡайтҡан һайын аңлата алмаҫлыҡ бәхет тойғоларын кисерәм. Мин тыуған еремде, халҡымды, Башҡортостандың тәбиғәтен ысын күңелдән яратам. Ә сығыштарға килгәндә, барлыҡ серҙәрҙе лә асмай торам. Яҡташтарым өсөн сюрприз булыр.
– Сәхнә матурлыҡты ярата, тигән ҡағиҙә бар. Үҙеңде формала тотоу өсөн нимәләр эшләйһең?
– Эйе, бының менән тулыһынса килешәм һәм артист булараҡ һәр ваҡыт матур, яҡшы формала булырға, үҙемде ҡарарға тейешмен. Тышҡы ҡиәфәт – талант менән бер рәттән беҙҙең төп ҡорал да. Иртәнсәк йүгерәм, унан тыш спорт менән шөғөлләнәм, физик күнекмәләр эшләйем. Күп ваҡытымды тәбиғәт ҡосағында үткәрәм. Дөрөҫ туҡланыуға ла иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, тик үлән сәйҙәре генә эсәм. Даими рәүештә косметика процедуралары үтәм. Һәм, әлбиттә, яҡшы кәйеф матурлыҡ сығанағы булғанын оноторға ярамай.
– Буш ваҡытың буламы? Уны нисек үткәрәһең?
– Йырҙар ижад итәм, бешеренергә яратам. Алдан әйткәнемсә, спорт менән шөғөлләнәм.
– Тимәк һин эшһөйәр, тиктормаҫ кеше?
– Ысынлап та шулай. Минең өсөн тормош – үҙе хәрәкәт. Бер осор бөтөнләй эшһеҙ ултырған ваҡыттарым булды. Ауыр ине ул саҡта: аҡса ла, дәрт тә, кәйеф тә юҡ. Ә эшләгәндә бер-бер артлы идеялар барлыҡҡа килә, уларҙы тормошҡа ашыра башлайһың. Йәшәүе күңелле!
– Дуҫтарың өсөн ваҡыт табаһыңмы һуң?
– Яратҡан китап менән яҡын дуҫҡа ваҡыт һәр саҡ табыла.
– Кейәүгә сығырға уйламайһыңмы? Ир-егеттәр өсөн ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
– Әлбиттә, һәр ҡыҙ кеүек үк, мин дә кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡорорға хыялланам. Тормош иптәшемдең фекерҙәшем, рухташым булыуын теләйем. Тик ижад кешеһе булмаһын ине ул, сөнки ғаиләлә шундай берәү етер, тип уйлайым (көлә.– авт.). Тоғролоҡ, ихтирам, ярҙамсыллыҡ, хәстәрлек, аҡыл – ир-егеттәргә матур сифаттар килешә.
– Шоу-бизнес ғәйбәткә, уйҙырмаларға бай. Уларға мөнәсәбәтең нисек?
– Бөтөнләй битарафмын. Кемдер интрига, ғәйбәт менән үҙенә реклама яһай – быны ла яҡшы-насар тип әйтә алмайым. Үҙемә килгәндә, беҙ яҡты һәм таҙа юлдан барабыҙ.
– Тормошоңда осраҡлыҡтар булдымы? Яҙмышҡа ышанаһыңмы?
– Остазым Никита Сергеевич һүҙҙәре менән яуап бирәм: “Әгәр һеҙ осраҡлыҡҡа ышанаһығыҙ икән, тимәк, Хоҙайға ышанмайһығыҙ”. Яҙмышты кеше үҙе төҙөй, ә инде нимәлер бирелә икән, тимәк, шуға лайыҡлыһың.
– Тәнҡиткә нисек ҡарайһың?
– Интернет селтәрендә тәүге йырҙарым сыҡҡас, артыҡ кисерештәргә дусар булмаҫ өсөн, хейторҙар яҙған тәнҡитте, комментарийҙарҙы уҡымаҫҡа тырыштым. Аҙаҡ, үҙемдә һалҡын ҡанлылыҡ тәрбиәләү маҡсатында, күҙ һала башланым. Үҙем тураһында үҙем белмәгән нәмәләрҙе уҡып, шаҡ ҡатҡан саҡтар күп булды.
Һәр билдәле кеше был юлды үтә. Иң ҡурҡынысы, беҙҙең заманда интернетта ошондай бысраҡлыҡтарҙың булыуы ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Шуғалырмы, тыныс ҡалам. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы ваҡытта тәнҡитләгәндәрен һиҙмәнем.
– Әлеге ваҡытта ниндәй проект өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Әрмәнстанда 1-се канал өсөн сериал төшөрөлә. Мин шунда ҡатнашам, ролем бар. Ә йыр буйынса эштәр ҡайнай: клип төшөрөргә, яңы йырҙар яҙҙырырға, концерт программаһы эшләргә...
– Ауырлыҡтарҙы, депрессияларҙы нисек еңәһең?
– Барыһына ла йүгереү менән физик йөкләмә тәҡдим итәм. Улар кешене кире энергиянан таҙарта. Донъяға ҡарашты үҙгәртергә, үҫергә кәрәк. Тағы ла ауыр саҡта эш ҡотҡара.
– Мосолман ҡыҙҙары әхлаҡи яҡтан ҡаты тәрбиә ала. Ижадта был ҡамасауламаймы?
– Мин дә бала саҡта яратылып үҫһәм дә, ҡаты тәрбиә алдым. Рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе аңлап үҫтек. Шул уҡ ваҡытта һайлау мөмкинлеге лә булды. Әйткәндәй, бындай тәрбиә – ижад өсөн иң яҡшы сынығыу ул.
– Ә һин яҡшы хужабикә була алаһыңмы?
– Үҙемә үҙем баһа бирә алмайым. Бешеренергә яратыуымды әйтеп үткәйнем инде. Дөйөм алғанда, өй эштәрен башҡарыу – минең өсөн ғәҙәти күренеш. Сөнки ауылдағы өләсәйем был йәһәттән бик яҡшы тәрбиәләне. “Кәрәк” тип кенә ебәрә ине.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Нара. Киләсәктә һиңә ижади уңыштар, еңеүҙәр насип булһын. Һәм, әлбиттә, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, талантын бар донъяға күрһәтергә яҙһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

 

2020 йыл.

Автор:
Читайте нас