

Ул йылдарҙа эскелек ныҡ хөкөм һөрҙө. Бер мин генә түгел, апайҙарым, хеҙмәттәштәрем , күршеләрем ирҙәренең көн дә һуҡмыш ҡайтҡанына күнегеп тә бөткәндәр тиһәм, яңылышмаҫмын. Ә эскелек булған ерҙә һәр ваҡыт талаш, ыҙғыш сығып ҡына тора. Эскән килеш ирҙәрҙең машина, мотоциклдарҙы йөрөтөүө ғәҙәти күренеш ине ул йылдарҙа, ауылда уларҙы тикшереүсе юҡ, әллә нисә ауылға беркетелгән милиция хеҙмәткәре улар менән тартҡылашҡыһы ла килмәгәндер, шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәренең өҫтөнән яҙған ғаризалары район үҙәгенә ебәрелмәй, үҙ-ара ғына хәл ителә ине. Минең яҙған ғаризамдың да яҙмышы шулай булғандыр, күпме көтһәм дә, яуап булманы. Шулай ҙа Айрат әҙерәк баҫылғандай булды, һуҡмыш ҡайтһа ла , бер нисә ай тауыш сығарманы.Инде тынысланып йәшәйбеҙ икән тиһәм, тағы холҡон күрһәтте. Арыу ғына тейәп ҡайтҡан ине, йөгө тулмағандыр, минән эсергә таптыра башланы. Өйҙә эсерлек әйбер юҡ.
Бар ҡыйыулығымды йыйып, эсенә тибеп ебәрҙем. Ул ахылдап ятҡансы,башына туҡмас таяҡ менән тондорҙом да, баламды юрғаны менән эләктереп, ишеккә югерҙем. Тышта һыуыҡ, февраль аҙағы, бер ҡат кейемдән яланаяҡ килеш әсәйемдәргә югерҙем. Шул хәтлем ярһығанғамы, әллә ҡурҡҡанғамы, тәнемдең, аяҡтарымдың өшөгәнен дә, дүрт йәшлек баламдың ауырлығын да тоймағанмын. Әсәйем ишекте асҡас, хәлһеҙ килеш йығылғанымды ғына иҫләйем. Эй, әсәкәйем тиҙ генә араҡы менән минең бөтә тәнемде ыуып, йылы сәй эсереп, саҡ мине терелтеп алды. Иртәнсәк баламды әсәйҙәрҙә ҡалдырып, уның кейемдәрен кейеп, өйгә ҡайттым да, һарайҙа торған малҡайҙарыма бесән ташлап, шыпырт ҡына өйгә индем. Уны уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып, кейемдәремде кейҙем дә эшкә югерҙем. Эш араһында малдарға һыу эсереп, тағы бесән ташланым да, баламдың кейемдәрен алып, әсәйемдәргә киттем. Өс-дөрт көн әсәйемдәрҙә ҡунаҡлағас, ҡәйнәм менән ҡайным килеп етте, Айрат больничный алды, машинанан йығылып төшөп, мейеһе һелкенгән, тинеләр. Тағы ҡайттым уның янына. Бөтөнләй донъяһын ташлап китер инем,төҙөгән донъям, малҡайҙарым йәл. Ул бахырҡай малҡайҙар бер ни аңламайҙар, минең күҙҙәремә мөлдөрәп кенә ҡарап торалар бит.
Тағы йәшәп киттек. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Инде тормошобыҙ яйланды тигәндә генә, ҡәһәрле туҡһанынсы йылдар башланды. Мин декрет отпускаһында. Леспромхоздың эштәре тотҡарланды. Ағас бар, һатып алыусы юҡ. Айрат ваҡытында аҡса ала алмай. Беҙҙең эргәлә ҡайнымдар уның ҡустыһына өй күтәрҙеләр. Уларҙың өйөнөң майҙаны беҙҙекенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ. Шул сәбәпле ирем ата- әсәһе менән һүҙгә килеште, ҡустыһына бөтөнләй үсләште. Ә беҙҙең хәҙер ике бала, залды бүлеп, йоҡо бүлмәләре эшләгән инек, зал бүлмәһе эсәккә оҡшап ҡалды, ашхана бүлмәһе лә бәләкәй, прихожийҙа сәй эсәбеҙ. Шуға күрә лә газ плитәһен йәйгеһен соланға сығарған инек,уны өйгә индереүсе булманы. Хәҙер инде көҙҙәрен дә, ҡыштарын да тамаҡ яраштырырға һыуыҡ соланға сығам.Ул-был иткәнсе, аяҡтарым туңа, тәнемә һыуыҡ һауа үтә һуға. Иптәшемә әйтеп ҡараһам да, ҡыбырламаны. Нимә эшләйһең, өшөй- туңа ғәиләмә тамаҡ яраштырам. Хәҙер инде өндәшмәй ҙә башланым, ил тарҡалыуы, аҡсаһыҙлыҡ үҙәккә үтә, магазиндә ризыҡ юҡ, ярай әле малҡайҙар бар, шулар көсөнә йәшәйбеҙ. Айраттың бөтөнләй кәйефе юҡ, машиналарға запчасть юҡ, ағас сығарып булмай. Эшселәр ҡыҫҡартыла. Гөрләп торған леспромхоз саҡ тын алып йәшәй.
Леспромхоз ғынамы ни, бөтә илебеҙ көндән-көн бөлә…Гөрләп торған заводтар юҡҡа сыға, совхоз- колхоздар бөтөрөлә… Магазиндарҙа буш кәштәләр, әйтерһең, ниндәйҙер ҡара көстәр илебеҙҙе йолҡҡолайҙар…Ҡатын-ҡыҙҙар тырышып-тырмашып, юҡты бар итеп, донъя көтөргә тырыша, ә бына ир халҡы бөтөнләй юғалып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелде. Бик күптәре араҡы ҡолона әйләнде тиһәм, яңылышмаҫмын.
Беҙҙә лә шул уҡ хәл. Айраттың эсеүе йышайҙы, эшендәге килеп сыҡҡан низахтар өсөн бар көсөн миңә һәм балаларға төшөрә. Ул эсеп ҡайтып, тауыш сығара башлаһа, тәүге ваҡыттарҙа балаларымды алып Гөлсара килендәшемә инә инем, тик Айрат артымдан килеп, унда оло ғауға сығарып, ҡустыһы менән яғалашып ҡына ҡалмай, әшәке һүҙҙәр әйтеп, килендең битенән алыр булғас, уларҙы бимаҙалағым килмәй. Ҡайһы саҡтар йә әсәйемә йә апайыма югерә инем, хәҙер инде уларҙан да оялам… Бына бөгөн дә иҫерек, уны күреү менән. нимә етте шуны эләктерҙек тә , өс йәшлек кескәй баламды күтәреп, улым менән һарайға югерҙек.Унан алдағы көндәрҙә лә әллә нисә тапҡыр һарайҙа йәшеренә инек, ул йоҡлап киткәнде көтөп. Бөгөн көн һыуыҡ, аяҡтарҙа тапочка ғына, ун минут та торманыҡ, шыҡырайып туңдыҡ. Ҡыҙым илай башланы, улымды өй яғына йүгерттем, ятманы микән тип атаһы. Юҡ, ятмаған, тауышы сыға тей…Улымдың дерелдәп торғанын күргәс, өҫтөмдәге пальтомды уға яптым, ҡыҙым менән одеялға төрөнөп ҡарайбыҙ,һыуыҡ үтә һуға, хәҙер инде ҡыҙым ауырып китмәһен тип, уны одеялға төрҙөм, үҙем йоҡаҡ күлдәктән… Ниһәйәт, өйҙә тауыш тынды шикеллле… Ипләп кенә баҫып инеп, өсәүләп диванға ауҙыҡ. Икенсе көнөнә ут һымаҡ янып уяндым.Бөтә тәнем һыҙлай, ҡалтырата. Көс-хәл менән тороп, иремде эшкә, улымды мәктәпкә ебәрҙем. Хәлһеҙләнеп йығылғаным ғына иҫемдә…
Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй икән. Мин бит әле йәш, утыҙ биште үткән ҡатын. Йәшнәп йәшәй торған ғына сағым да бит, тик ҡаты ауырыуға дусар булдым. Иремдең холҡһоҙлоғо етмәгән, ул ауырыуы миңә йәбешмәһә ни булған икән? Ҡул-аяҡ быуындарым һыҙлай, көндәр нисектер үтә, ә бына төндәрен бигерәк ауыр, һөйәктәрем сатнап бара, түҙерлек түгел, тештәремде ҡыҫып түҙергә тура килә, балаларға ла, иргә лә һиҙҙерәһе килмәй…
+ + +
Ауыл зыяратында хәҙер минең йортом. Мәңгелек йортом. Мәңгелек йортта минең Айсыуағым, сабыйым минең. Уның да йәне хәҙер минең менән йәнәшә. Өләсәйем янымда ғына, атайым да бында, уның ҡустылары, апайымдар. Беҙ –беребеҙҙе күрмәйбеҙ, тик йәндәребеҙ генә осоп йөрөй. Бар донъя йоҡоға талғас, яҡындарымды тауыштарынан ғына таныймын.
Сабыйым эргәһенә килеп, бишек йырын йырлайым. Әлдә генә ул бар минең янымда, йырҙарыма ҡушып, барлыҡ ҡайғыларымды баҫырға.
Өйҙә ут күренмәй. Балаларымды ҡәйнәм алып ҡайтҡандыр, әсәйҙәре булмағас, өйҙә торғолары ла килмәйҙер инде уларҙың. Аласыҡта ут яна. Кемдәр икән унда?
Ҡәйнәмдәргә юл тоттом. Өйҙәрендә ут яна. Бәлки, балаларым әле йоҡламағандарҙыр?
Өндәшмәй генә ҡәйнәм төпкө бүлмәгә инеп, карауатына ултырҙы. Диванда йоҡлап ятҡан ҡыҙымдың битенән һыйпаным. Рәхәтләнеп йоҡлап ята. Ә улым ҡайҙа? Ниңә ул өйҙә юҡ?
Ҡапыл ишек асылды ла, улым килеп инде.