Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Июль 2023, 04:15

Сәриә һәм Юлай Асҡаровтарҙың йырҙары менән эш аҙнаһын башлайыҡ

“Дәрүиш” төркөмөнөң тәүге йырсыһы  Юлай Асҡаров бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Йырсыны тыуған көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Сәриә һәм Юлай Асҡаровтарҙың йырҙары менән эш аҙнаһын башлайыҡСәриә һәм Юлай Асҡаровтарҙың йырҙары менән эш аҙнаһын башлайыҡ
Сәриә һәм Юлай Асҡаровтарҙың йырҙары менән эш аҙнаһын башлайыҡ

Сәриә һәм Юлай Асҡаровтар икеһе лә Хәйбуллала тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Аҡъяр ауылында йәшәйҙәр. Уларҙың татыу ғаиләһендә өс ул тәрбиәләнеп үҫкән, улдарының береһе – Айнур Асҡаров бөгөн республикала билдәле башҡорт кинорежиссеры булып танылды.

Юлай Асҡаров “Дәрүиш” төркөмөнөң тәүге йырсыһы була, әлеге көндә “Рух” төркөмөн етәкләй. Ә унан да алдараҡ, 1989 йылда, Маҡан ауылы мәҙәниәт йортонда "АВЮРС-Крик" рок төркөмө ойошторалар (АВЮРС – Альберт, Валера, Юлай, Радик, Рим, Сергей). Тиҙҙән башҡорт телендә лә йырҙар ижад итә башлайҙар. Юлай бөгөн дә башҡортса йырҙар менән бер рәттән русса патриотик йырҙар ҙа башҡара, йәш саҡтағыса рок йүнәлешен дә үҙ итә.
Сәриә менән Юлай Асҡаровтарҙың үҙ тыңлаусылары, үҙ тамашасылары бар.

Уларҙың репертуарындағы “Оноттоң буғай”, “Йәшлегем туғайы”, “Һәр көндө керәһең төшөмә” кеүек бихисап ретро-йырҙар, шулай уҡ бөгөнгө заман моңдары күптәрҙең күңеленә хуш килә.

Хәйбулланың парлы һандуғастарына илһамлы ижад, яңы үрҙәр, уңыштар теләйек!

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:
Читайте нас