Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
4 Июль 2023, 03:45

Актер Рим Әйүповтың тыуыуына - 85 йыл

Һеҙгә Рим Әйүпов ниндәй нәфис фильмдар аша таныш ине? 

Актер Рим Әйүповтың тыуыуына - 85 йылАктер Рим Әйүповтың тыуыуына - 85 йыл
Актер Рим Әйүповтың тыуыуына - 85 йыл

Әйүпов Рим Шәрип улы (4 июль 1938 йыл — 2 февраль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1965—1996 йылдарҙа Киров ҡалаһындағы драма һәм өлкә йәш тамашасы театрҙары хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).

Рим Шәрип улы Әйүпов 1938 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Поляковка ауылында тыуған[1].

Түбәнге Тагил һәм Севастополь театрҙарында эшләй. 1964 йылдан Киров радиоһы дикторы була, ә 1965 йылда Киров драма театрына эшкә килә. Ике тиҫтә йылдан һуң Н. Островский исемендәге Киров өлкә йәш тамашасы театрына күсә һәм 1996 йылға тиклем шунда эшләй. Рим Шәриф улы кинола төшә, уның ижад активында — 16 кинокартина.

«Три жизни мадонны» — А. С. Пушкиндың ҡатыны Н. Н. Гончарова тураһында, «Я помню чудное мгновенье» — Анна Керн тураһында тасуири уҡыу программаһы башҡарыусыһы.

Оҙайлы яман шеш ауырыуынан һуң Рим Әйүпов 2015 йылдың 2 февралендә Киров ҡалаһында

Фото: kino-teatr.ru

Автор:
Читайте нас