Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
12 Июль 2023, 02:40

Гөлнур Нарынбаева йырлай

Гөлнур Нарынбаева ғүмер байрамын билдәләй бөгөн. Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы бәхеттәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Гөлнур Нарынбаева йырлайГөлнур Нарынбаева йырлай
Гөлнур Нарынбаева йырлай

ГӨЛНУР УСМАН ҡыҙы НАРЫНБАЕВА 1970 йылдың 12 июлендә Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужинаның бер туған һеңлеһе ул. 

Темәс урта мәктәбен тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый. Диплом алғас, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында фельдшер - акушер булып эшләй. Мәктәп йылдарында үк йыр - моңға ғашиҡ ҡыҙ эшләгән ваҡытында ла сәнғәттән айырылмай, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Бер аҙҙан  Өфө сәнғәт училищеһында һәм сәнғәт институтында белем ала. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас